Эстәлеккә күсергә

Турбов паркы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Турбовский парк битенән йүнәлтелде)

Турбов паркы — Винница өлкәһенең Липовец районы Турбов ҡала тибындағы ҡасабала урынлашҡан тәбиғәт һәйкәле.

Турбов паркы XIX быуат уртаһында үҫеп ултырыусы йәш имән үҫентеләре нигеҙендә формалаша башлай. Ундағы имән ағастарының иң ҡартына хәҙер 300 йәш. Парк нигеҙе «Ғәҙәти имән» тоҡомонан тора.

Ағастарҙы паспортлаштырыу менән шөғөлләнеүсе Подольск кеше хоҡуҡтары үҙәге хеҙмәткәрҙәре Турбов ауыл советы ҡарары менән 2007 йылдың 20 майында урындағы әһәмиәткә эйә тәбиғәт һәйкәле өсөн бүленгән 4,7 гектар майҙанда йәше бер быуаттан ашыу булған 183 ағас булыуын асыҡлай, ағастарҙың урынлашыуы билдәләнгән схема төҙөй.

Парк тураһында легенда

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Борон Турбов эргәһендә шәкәр заводы идарасыһы Василь Завадский йәшәй. Ул изге күңелле була, завод менән яҡшы идара итә. Эшселәр уны изгелеге һәм ғәҙеллеге өсөн ярата. Хужаһы уға идара итеүҙе тулыһынса ышанып тапшыра.

Идарасының өйө заводтан йыраҡ түгел урман эсендә, йылға ярында була. Унда урындағы һылыу, әммә ғорур һәм тәкәббер София ял итеп йөрөргә яратҡан. Идарасы уға үлеп ғашиҡ булған, бүләктәр ташыған, ә ҡыҙ бары тик унан көлөп кенә ҡуйған.

«Мин пандар тоҡомонан, ә һин бары тик идарасы ғына», — тигән ул. Бер ваҡыт унан Завадский: «Һеҙҙең иғтибарҙы яулар өсөн мин нимә эшләргә тейеш?» — тип һораған. Ғорур ҡыҙ уға: «Минең исемемде мәңгеләштер», — тип яуаплаған.

Бахыр идарасы Софияның исеме быуаттар буйына һаҡланһын өсөн нимә эшләргә икәнен оҙаҡ уйлаған. Шул ваҡытта кешеләр Умандә пан Потоцкий София исемле грек ҡыҙы хөрмәтенә «София» милли дендрологик паркын эшләүе тураһында һөйләй башлаған. «Ә ни өсөн миңә Турбовта Һөйгәнем София исемен мәңгеләштереп, шундай уҡ парк булдырмаҫҡа», — тип уйлаған идарасы һәм шунда уҡ эшкә лә тотонған. Поместье хужаһынан парк өсөн ер алып, Уманға барып, ундағы паркты күреп, ундағы белгестәр менән шундай уҡ парк эшләүҙә ярҙам итеүҙәрен тураһында һөйләшеп ҡайта ул. Паркта күлдәр ҙә, беседкалар ҙа, бәләкәй шарлауыҡтар ҙа, тыныс аллеялар ҙа, һоҡланғыс скултптуралар ҙа була. Ауыл халҡы һәм завод хеҙмәткәрҙәре мөмкин булғанса яратҡан идарасыларына ярҙам итә. Төҙөлөш тамамлана, унда һирәк осраған ағастар ҙа, аллеялар һәм клумбалар, беседкалар, эскәмйәләр ҙә була, ә уның биҙәге булып бәләкәй генә шарлауыҡтары булған күлдәр урын ала. Завадьский һөйгәнен урманға түгел, ә матур паркка саҡыра. Күләгәле аллеяларҙың береһендә ул Софьяға: «Мин һеҙҙең теләгегеҙҙе ҡәнәғәтләндерҙемме? Был парк Умандәгенә оҡшаш һәм һеҙҙең хөрмәткә „Турбов Софияһы“ тип аталасаҡ һәм бындағы имәндәр үҫеп ултырғанда исемегеҙ мәңге йәшәйәсәк». Идарасының бындай ҡылығы Софияның күңелен иретә һәм ул уға мөнәсәбәтен үҙгәртә. Әле лә урындағы халыҡ паркты «Бәләкәй Софиевка» йәки «Турбов Софиевкаһы» тип атай. Ә инде ғорур пани ауыҙынан беренсе тапҡыр һөйөү һүҙҙәре сыҡҡан аллеяны «Һөйөү аллеяһы» тип йөрөтәләр.

  • Токова Н. П. Турбів: сторінки історії. — Вінниця: ТОВ «Консоль», 2009. — 180 с., іл.
  • Турбівський парк: [буклет]. — Турбів : [Б.в.], 2007. — 16 с.: фотоіл.