Эстәлеккә күсергә

Урбниси Сионы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Урбниси Сиони битенән йүнәлтелде)
Урбниси Сионы
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Карельский муниципалитет[d]
Епархия Урбнисская и Руисская епархия[d]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта
 Урбниси Сионы Викимилектә

Урбниси СионыГрузияла Карели муниципалитетының Урбниси ауылындағы базилика формаһындағы өс нефлы ҡорам. Стилистик билдәләре, шулай уҡ төньяҡ фасадтағы яҙыуҙары һәм палеографик тикшеренеүҙәр нигеҙендә V-VI быуатҡа ҡарай. X и XVII быуаттарҙа яңынан ҡорола. Ҡалған өс яҙыу сиркәүҙә тергеҙеү эштәре тураһында һөйләй. Монастырь стеналарындағы был яҙыуҙар VI—VII быуаттарҙа грузин яҙыуының боронғо өлгөләре булып тора.

Урбниси Сионы (32,1X22,4 м) ныҡ таушалған. Был ҙур ҡорам өс нефтағы ун ике ныҡ бағанала тора. Аҫҡы өлөшө уның таштан, ә өҫ яғы кирбестән төҙөлгән. Бөтә көмбәҙҙәре һәм ҡыйыҡтары, күрәһең, һуңғы дәүерҙә яңынан ҡоролған. Эсендә лә шулай уҡ - ҡайһы бер колонналары таштан, ҡайһы берҙәре кирбестән. Шулай уҡ бөтә көмбәҙҙәре лә кирбестән, шуныһы сәйер, ғәҙәттә XVII быуатта ремонт ваҡытында эшләгән кеүек улар готик түгел, ә түңәрәк. Ҡорам эсендә биҙәктәр һаҡланмаған. Давид Төҙөүсенең иконаһы һаҡланып ҡалған. Ҡорамдың көнсығыш фасадында кирбестән тәре урынлашҡан. Ҡыйығы плитка менән ябылған.

ქართული საბჭოთა ენციკლოპედია, ტ. 10, გვ. 171, თბ., 1986 წელი.