Дәүләт-ара стандартлаштырыу, метрология һәм сертификатлау советы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дәүләт-ара стандартлаштырыу, метрология һәм сертификатлау советы
Нигеҙләү датаһы 1992
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Минск
Рәсми сайт easc.by

БДБ илдәренең Дәүләт-ара стандартлаштырыу, метрология һәм сертификатлау советы (рус. Межгосударственный совет по стандартизации, метрологии и сертификации Содружества независимых государств, ҡыҫҡ. МГС СНГ) Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәрендә стандартлаштырыу һәм норматив документация буйынса төбәк ойошмаһы (БДБ МГС-ы) булып тора (Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы Советының 1995 йылдың 14 сентябрендә ҡабул ителгән ISO 40/1995 резолюцияһына ярашлы).

БДБ МГС-ы Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы (ИСО) — Төбәк стандартлаштырыу ойошмаһы тарафынан Евро-Азия стандартлаштырыу, метрология һәм сертификатлау советы (EASC) тип танылған[1].

МГС 1992 йылдың 13 мартында хөкүмәт-ара кимәлдәге «Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификатлау өлкәһендә килешелгән сәйәсәт үткәреү тураһында килешеү»гә ярашлы ойошторола.

МГС-тың эш органдары — Минскиҙа даими эшләүсе секретариат һәм һәм стандарттар эшләү менән шөғөлләнеүсе дәүләт-ара техник комитеттар.

МГС Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе Башҡарма комитеты менән бергәләп эшмәкәрлекте көйләй, техник регламенттарҙы ҡулайлаштырыу, стандартлаштырыу, метрология һәм ярашлылыҡты баһалау (раҫлау) өлкәһендә килешелгән сәйәсәт үткәреү йәһәтенән ҡарарҙар ҡабул итә.

ГОСТ 1.0—92-гә ярашлы, халыҡ-ара стандартлаштырыу  — ул дәүләт-ара мәнфәғәттәге объекттарҙы стандартлаштырыу.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]