Эстәлеккә күсергә

Күҙәнәктең химик составы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Химическая организация клетки битенән йүнәлтелде)
Күҙәнәктең химик составы

Күҙәнәктең химик составы.

Күҙәнәктә һәр төрлө химик реакцияларҙа ҡатнашыусы бер нисә мең матдә бар. Күҙәнәктә барған химик процестар — уның тереклегенең, үҫешенең, эшләп тороуының төп шарттарының береһе.

Хайуандарҙың һәм үҫемлек организмдарының, шулай уҡ микроорганизмдарҙың бөтә күҙәнәктәре химик составтары буйынса оҡшаштар. Был органик донъяның берлеген иҫбатлай.

Күҙәнәктең атом составы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Менделеевтың периодик системаһының 109 элементынан күҙәнәктә шуларҙың 60-70-е табылған. Шуларҙың 24-е мотлаҡ булып тора. Улар бөтә төр күҙәнәктәрҙә лә осрай.

Тере организмдар составына инеп, тереклек процестарында ҡатнашҡан барлыҡ химик элементарҙы биоэлементтар тип атайҙар.

Организмда был элементтар өс формала була:

а)биомолекулалар составында;

б) эремәүсән матдәләр хәлендә;

в)иондар хәлендә.

Бер элементтар күҙәнәктә сағыштырмаса ярайһы уҡ күп, башҡалары — аҙ миҡдарҙа.

Күҙәнәктәге миҡдары буйынса химик элементарҙы өс төркөмгә бүләләр:

  • Макроэлементтар:күҙәнәктә миҡдары 0,01%-тан күберәк.
  • Микроэлементтар: күҙәнәктә миҡдары 0,001 % −0,000001 % араһында.
  • Ультрамикроэлеметтар: күҙәнәктә ифрат аҙ миҡдарҙа (0,000001%-тан да кәм).

Макроэлементтарҙың дөйөм микдары 99,9 % тирәһе. Шуларҙан айырыуса дүрт элементтың — кислородтың, углеродтың, азоттың һәм водородтың күҙәнәк составындағы миҡдары ҙур. Улар бергәләп күҙәнәк составының 98 % тирәһен алып тора. Шуға ла, уларҙы органогендар тип атайҙар.

Был төркөмдөге һигеҙ элементтың күҙәнәктәге нисбәте проценттың унынсы, йөҙөнсө өлөшөнә тура килә. Былар — көкөрт, фосфор, хлор, калий, магний, натрий, кальций, тимер. Уларҙың суммаһы 1,9 %.

Микроэлементтар:Zn,Co,Mn,Cu,I, F, Mo, Cr,Ni,B,As һәм башҡалар. Дөйөм суммала 0,1 % тәшкил итәләр.

Ультрамикроэлеметтар күҙәнәктә ифрат аҙ миҡдарҙа: 0,001- 0,000001 % араһында. Былар ҡара ҡурғаш, алтын, көмөш, платина һәм башҡалар.Әммә уларҙың организмда ниндәй әһәмиәткә эйә булыуҙарын фән әлегә асыҡлай алмай.

Шулай итеп, күҙәнәктә тик йәнле тәбиғәткә генә хас тип һанарлыҡ ниндәйҙер махсус элементтар юҡ. Был йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәттең үҙ-ара бәйләнешенә һәм берлегенә күрһәтә.

Һығымта: атом кимәлендә йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәт бер-береһенән айырылмай.

Күҙәнәктең атом һәм молекуляр составы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Органик һәм органик булмаған донъяның химик составтары араһында атом кимәлдә айырмалыҡ юҡ. Айырмалыҡ юғарыраҡ — молекуляр кимәлдә күренә башлай. Күҙәнәктәге матдәләрҙе өс төркөмгә бүләләр:

  • Органик матдәләр: аҡһымдар — 10-20 %, углеводтар — 0,2-2 %, майҙар — 1-5 %, нуклеин кислоталар — 1-2 %, АТФ һәм башҡа түбән молекуляр матдәләр — 0,1-0,5 %;
  • Һыу — 70-80 % тирәһе;
  • Тоҙҙар — 1-1,5 % тирәһе.
  • А. О. Рувинский. «Общая биология. Для углубленного изучения биологии». Издательство «Просвещение».
  • Ю. Н. Лемеза. «Биология. Вопросы повышеной трудности». Издательство «Айрис», 1998 г.
  • Н. Д. Андреева. «Биология». Издательство «Союз» 2002 г.
  • А. В. Кленова. «Биология для поступающих в ВУЗы». Издательство «Учитель», 1997 г.