Чернобылдең ябыҡ зонаһы
Был сифатһыҙ һәм хаталы мәҡәлә. |
Чернобылдең ябыҡ зонаһы йәғни Чернобыль АЭС-ының тыйылған зонаһы (1986—1987 йылдарҙа 30-километрлы зона тип аталған)[1] — Чернобыль атом электростанцияһындағы авариянан һуң көслө радиация бысраныуына дусар ителгән һәм ирекле кереп-сығыу тыйылған биләмә.
Чернобыль зонаһына Киев өлкәһенән — Иванкив районының төньяғы (Чернобыль ҡалаһы, АЭС ошо районда), Припять ҡалаһы, Киев өлкәһенән Полесский районының төньяғы (райондың ҡала тибындағы Полесское һәм Вильча ҡасабалары) инә. 2010 йылдың июненән Чернобыль зонаһына Житомир өлкәһенең Народичский районын да ҡушалар (Древлян тәбиғәт ҡурсаулығы).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ябыҡ (тыйылған)зона 1986 йылда, Чернобыль АЭС-ындығы авариянан һуң булдырыла. Бында контролдә тотолоусы өс биләмә билдәләнә:
- Махсус зона (Чернобыль АЭС-ы)
- 10 километрлы зона;
- 30 километрлы зона.
Бысранған ерҙәрҙән халыҡ күсерелә. Ябыҡ зонала һәм электростанцияла эшләүселәрҙе хеҙмәтләндергән транспортҡа ҡәтғи дозиметрик контроль ҡуйыла. Дезактивация пункттары йәйелдерелә.
Сик аша радиоактив матдәләр сығыуына юл ҡуймаҫ өсөн эшселәрҙе күсереп ултыртырға транспорт саралары булдырыла.[2].
30 километрлы зонаның тышында ла радиация норманан юғары булған биләмәләр ҡалған була. 1990-сы йылдарҙан башлап бындай бысранған биләмәләрҙән дә халыҡ яйлап күсерелә башлай. Улар иҫәбенә Киев өлкәһе Полесский районының торама пункттары ла инә.[3].
1996 йылға ҡала тибындағы Полесское һәм Вильча ҡасабаларында, Диброва һәм Новый Мир ауылдарында йәшәүселәр тулыһынса күсерелә. 1997 йылдан был биләмәләрҙе Чернобылдең ябыҡ зонаһына ҡушалар.
2011 йылда Белоруссияла ябыҡ зонаның өстән бер өлөшө киренән хужалыҡ әйләнешенә индерелә[4]. Был ерҙәрҙең дөйөм майҙаны — (1986 йылда эшлектән сыҡҡан 46,45 мең км² ерҙән) 16,35 мең км²[4].
Һүрәтләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ябыҡ (тыйылған, ситләтелгән) зона — бөркөп торған радиация сығанағы. Зонала төп эштәр — бындағы радиацияның биләмә сиктәренән сығыуына юл ҡуймау. Һыу ятҡылыҡтарын радионуклидтар эләгеү хәүефенән һаҡлау (Киев һыуһаҡлағысын, Днепр йылғаһын һ.б).
Ябыҡ (тыйылған) зонаның административ үҙәге — Чернобыль ҡалаһы. Бында ябыҡ зонаның администрацияһы (СЗА) урынлашҡан. Ул — үҙ эшмәкәрлдеген Ғәҙәттән тыш хәлдәр министерлығының бер бүлеге булараҡ тормошҡа ашыра.
Ябыҡ зонала СЗА предприятиеләренең, Чернобыль АЭС-ың персоналы йәшәй. Зонала эшләп йөрөүселәрҙең һаны сама менән 5000 тирәһе кеше. Шуларҙың 3000 тирәһе Славутич ҡалаһында йәшәй. Шулай уҡ, 11 ташландыҡ торама пунктта үҙалдына килеп төпләнгән халыҡ (самосёлы) йәшәй. Уларҙың дөйөм 300 кеше тирәһе.
Ситләтелгән зонала Украинаның тәбиғи ҡурсаулыҡ фондының 11 объекты бар. Хәҙер ситләтелгән зона әкренләп һирәк осраған хайуандар йәшәй торған резерватҡа әйләнеп бара. Һирәк осраған хайуандарҙан унда айыу, ҡама, бурһыҡ, ондатра, һеләүһен, болан, Пржевальский аты бар.
Шулай уҡ, күп һанда мышы, илек, бүре, төлкө, куян, ҡабан һәм ярғанаттар булыуы асыҡланған.
Ядро хәүефһеҙлеге буйынса Чернобыль үҙәге хеҙмәткәре Сергей Гащак белдереүенсә, ҡырағай хайуандарҙың организмы радиацияның юғары фонына, химик бысраныуға һәм башҡа негатив факторҙарға ҡаршы тора, үҙаллы һаҡлана ала.
Шулай итеп, антропоген тәьҫирҙең булмауы тәбиғәт өсөн ыңғай һөҙөмтә бирә. Был эффект катастрофаның негатив тәьҫирен йөҙҙәрсә тапҡыр үтеп китә икән[5].
Хәҙерге көндә ситләтелгән зона биләмәһе легаль булмаған туризм урыны булып тора (сталкерство)[6][7]. Был ситләтелгән зонаға легаль булмаған үтеп инеүҙәрҙе тыйыу өсөн сараларҙы көсәйтергә мәжбүр итә. Унан әйберҙәр алып сығыу енәйәт эше итеп ҡарала (Украинаның Енәйәт кодексы, 267-1-се статья)[8].
Торама пункттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Статья: Чернобылдың ситләтелгән зонаһындағы күсерелгән торама пунктар исемлеге
Чернобылдың ситләтелгән зонаһынан күсерелгән торама пунктарҙың ҡайһы берҙәре:
- Припять
- Чернобыль
- Новошепеличи
- Полесское (Киев өлкәһе)
- Вильча (Полесье районы)
- Северовка
- Янов (ҡасаба)
- Копачи (Киев өлкәһе)
Радионуклидтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иң оҙон ғүмерле радионуклидтар:
- Стронций-90 (ярым тарҡалыу периоды ~29 йыл)
- Цезий-137 (ярым тарҡалыу периоды ~30 йыл)
- Америций-241 (ярым тарҡалыу периоды ~432 йыл)
- Плутоний-239 (ярым тарҡалыу периоды 24110 йыл)
Ярым тарҡалыу периоды бәләкәй булған башҡа радиоактив элементтар (шулар эсенән Иод-131, Кобальт-60, Цезий-134) изотоптары был ваҡытҡа тарҡалып бөтөп, мөхитте радиоактив бысратыуҙа ҡатнашмайҙар.
Хәҙерге хәле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юрия Андреев раҫлауынса, (авария мәлендә һәм авария эҙемтәләрен ликвидациялау мәлендә Чернобыль АЭС -ың икенсе блогы операторҙарының береһе), зонаға үтеп инеүҙәр, ташландыҡ йорттарҙа урынлашып, хужалыҡ булдырып йәшәп ятыусылыр арта бара, йәғни "үҙ алдына ғына реэвакуация бара "[9].
Бынан тыш зонаға элеккесә, «мародёрҙар килеүен дауам итә, металл, шифер алып сығалар, наркомандар зонала наркотик үҫтерә». Ситләтелгән зона базаһында (ЧАЭС) 2016 йылдың 26 апреленән Чернобыль радиацион-экологик биосфера ҡурсаулығы төҙөлә.[10]
Мәҙәниәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Документаль сериал «Беҙ» (1989)
- Тарҡалыу — 1990 йылғы совет нәфис фильме
- Компьютер уйындары «S.T.A.L.K.E.R.» һәм уларҙың сюжеты нигеҙендә төҙөлгән сериялар
- Компьютер уйыны «Call of Duty 4: Modern Warfare» —радиация менән бысранған Чернобылдең ситләтелгән зонаһында ике миссия
- н/ф «Годзилла» — Ник Татополус Чернобылдең ситләтелгән зонаһында өс йыл ғәйәт дәү мутант ямғыр селәүсендәрен өйрәнә .
- н/ф "Атом зонаһынан Рейнджер " (Белоруссия, 1999)
- н/ф «Трансформерҙар 3:айҙың ҡараңғы яғы» (2009, АҠШ) —фильмдең тәүге эпизодтары Чернобылдең ситләтелгән зонаһында бара.
- Фильм «Универсаль һалдат 3» (2010, АҠШ) сюжетағы ваҡиғалар Чернобылдең ситләтелгән зонаһында бара.
- н/ф «Тыйылған зона» (2012, АҠШ)
- Мини-сериал «Күбәләктәр» (2013, Украина)
- Телесериал «Чернобыль. Ситләтелгән зона» ТНТ каналында (2014)
- «Ҡарға» клибында йырсы Линда емерелгән ядро реакторы образын ҡуллана..
- «Ҡаты сәтләүек 5» сюжетағы ваҡиғаларҙың бер өлөшө Чернобыл АЭС-ың ситләтелгән зонаһында бара.
- Marooned Pink Floyd төркөмөнең йырына клипта Припять ҡалаһының хәҙерге һәм документаль фильме ҡулланыла .
- н/ф « Шәмбелә» (2011)
Шулай уҡ, ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Полесье дәүләт радиацион-экологик ҡурсаулыҡ — Зонаның Беларусь Республикаһы биләмәһендәге дауамы
- Плейстоцен парк
- Чернобылда сталкерлыҡ
- Каражыра
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Закон СССР от 12.05.1991 N2146-1 "О социальной защите граждан, пострадавших вследствие Чернобыльской катастрофы" . economics.kiev.ua (12 май 1991). Дата обращения: 30 март 2012. Архивировано 4 июнь 2012 года.
- ↑ Первый Доклад в МАГАТЭ. 1986 г. Глава 5.8. Дезактивация 30-километровой зоны.
- ↑ http://zakon.rada.gov.ua/cgi-bin/laws/main.cgi?nreg=791%E0-12 Закон Украины «Про правовий режим території…»
- ↑ 4,0 4,1 В Белоруссии проведут инвентаризацию «чернобыльских» земель . Росбалт (3 август 2011). Дата обращения: 20 сентябрь 2011. Архивировано 23 февраль 2012 года.
- ↑ Ҡалып:Citenews
- ↑ Сталкеры и посещение Чернобыля и зону отчуждения Чернобыльской АЭС 2022 йыл 23 апрель архивланған.
- ↑ Журналистское расследование проблемы чернобыльского сталкерства в зоне отчуждения 2011 йыл 5 апрель архивланған.
- ↑ Уголовный кодекс Украины. (укр.)
- ↑ Анастасия Зануда. Ликвидатор: "Авария в Чернобыле не была случайной" . BBC (26 апрель 2012). Дата обращения: 7 сентябрь 2012. Архивировано 23 октябрь 2012 года.
- ↑ Создание Чернобыльского радиационно-экологического биосферного заповедника