Маслобоев Юрий Александрович
Маслобоев Юрий Александрович | |
Тыуған көнө | 5 февраль 1939 (85 йәш) |
---|---|
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маслобоев Юрий Александрович (5 февраль 1939 йыл — 29 декабрь 2017 йыл) — дәүләт, партия, профсоюз һәм комсомол органдары эшмәкәре. 1972—1978 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары. 1982—1988 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире урынбаҫары һәм мөдире. 1988—1994 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһы Советы рәйесе, 1994—2000 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт социаль страховкалау фонды рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юрий Александрович Маслобоев 1939 йылдың 5 февралендә Кемерово өлкәһенең Тисульск районы[1] Петровка ҡасабаһында тыуған. 1961 йылда, В. В. Вахрушев исемендәге Свердловск тау институтын тау инженеры һөнәре буйынса[1]тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын Башҡорт карьеры идараһында производство-техник бүлеге инженеры вазифаһында башлай, артабан шунда уҡ баш маркшейдер булып эшләй. 1963—1978 йылдарҙа эше комсомол менән бәйле була: ВЛКСМ-дың Өфө ҡалаһы Калинин район комитетының (1963−1966), Өфө ҡала комитетының (1966−1968) һәм Башҡортостан өлкә комитетының (сентябрь 1972 — март 1978) беренсе секретары булып эшләй. 1978—1982 йылдарҙа — профсоюздарҙың Башҡортостан өлкә советы секретары. 1982—1988 йылдарҙа партия эшендә: КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире урынбаҫары һәм мөдире. 1988—1994 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһы Советы рәйесе, 1994 йылдан алып 2000 йылға тиклем — Башҡортостан Республикаһының дәүләт социаль страховкалау фонды рәйесе[2].
«Республика Башкортостан» гәзитенә 70 йәшлек юбилейы айҡанлы 2009 йылдың 5 февралендә биргән интервьюһында Юрий Маслобоев үҙенең донъяға, эшенә, кешеләргә ҡарата уйҙары менән бүлешә. Комсомолда эшләгән йылдары тураһында ла ҙур йылылыҡ менән иҫкә ала һәм хәбәрсенең "Ниндәй эштә үҙегеҙҙе айырыуса комфортлы тойҙоғоҙ?" тигән һорауына ошондай яуап бирә:
Пока работал, времени оглянуться назад не было. Теперь ярче всего вспоминается детство — такие искринки памяти выплескиваются порой на поверхность, что диву даешься. А самые памятные — это пятнадцать лет, отданные комсомолу... много в ту пору было формализма, заорганизованности, но с людьми работать нравилось. Особенно с молодежью. Школа была хорошая. [3].
.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күп йыллыҡ һөҙөмтәле эшмәкәрлеге өсөн Ю. А. Маслобоев юғары дәүләт наградалары менән билдәләнгән — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почёт Билдәһе» ордендары, күп һанлы миҙалдар менән бүләкләнгән, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре» юғары исеменә лайыҡ булған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ПЕРВЫЕ СЕКРЕТАРИ БАШКИРСКОГО ОБКОМА КОМСОМОЛА 2017 йыл 8 декабрь архивланған. (рус.)
- Уфе ушел из жизни видный государственный, профсоюзный и общественный деятель Юрий Маслобоев (рус.)
- Юбилеи(недоступная ссылка)