Эстәлеккә күсергә

Ҡайынғол (Туҡ ҡушылдығы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡайынғол шишмәһе — Туҡ йылғаһының ҡушылдығы. Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районының Тәңес ауылы эргәһенән башлана. Инеше Тәңес ауылынан төньяҡҡа ҡарай ике-өс саҡрым алыҫлыҡта башлана. Тәңес ауылы беҙгә, милләтебеҙҙе донъяға танытҡан Урал батыр эпосын яҙып алып халыҡҡа сығарған, Башҡортостандың халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Абдрахман улы Буранғоловтың тыуған ауылы булараҡ билдәле. Ауылдың рәсми исеме Верхне-Ильясово. Ҡайынғол шишмәһе ике-өс саҡрым аҡҡас, Тәңес ауылы эргәһендә Туҡ йылғаһына барып ҡушыла. Һыуы тәмле булғанға, халыҡ уның һыуын алып ҡайтып, тик сәйгә генә тотонор булған. Ҡайынлығол шишмәһенең буйҙары уйһыулығы баланға, ҡомалаҡҡа бай.

Ҡайынлығол шишмәһе башланған уйһыулыҡта ҡайындар күп булғанға халыҡ уға Ҡайынғол тип исем биргән.

Ҡайынғол шишмәһе Түбәнге Волга һыу бассейны округында урынлашҡан.

Һыу реестры мәғлүмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса Туҡ йылғаһы Түбәнге Волга һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Сорочинск гидроузеленән Павловск гидроузеленә тиклем Елшанка һыу посты индермәйенсә. Йылға бассейны — Волга, диңгеҙ бассейны — Каспий.

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса[1]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 11010001012112100006778
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 112100677
  • Бассейн коды — 11.01.00.010
  • ГӨ буйынса һаны (номеры) — 12
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 1
  1. Государственный водный реестр РФ: Ток. Архивировано 23 июнь 2012 года.