Эстәлеккә күсергә

Ҡәйеп

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡәйеп хан битенән йүнәлтелде)

Ҡәйеп Әсән улы - ҡыпсаҡ ханы Әсәндең улы. 11 йәшлек ҡыҙы Аннаны рус кенәзе Юрий Долгорукийға кейәүгә биргән. Бынан һуңыраҡ, 1113 йылда Бәнәк хан менән Вырь ҡәлғәһен ҡамап ала, уның стеналары янында бер нисә көн буйы торғандан һуң рус дружиналарының үҙҙәренә ҡаршы яуға килгәнен ишетеп, ҡәлғәне ҡалдырып ҡайтып китергә мәжбүр була. 1117 йылда Ҡәйеп хан Дунай болғарҙарына ҡаршы сапҡын ойоштора, уларҙың күбеһен әсиргә ала. Һуңынан болғар кенәзе ҡыпсаҡтарға ағыулы һый-ниғмәттәрҙән торған күстәнәс ебәреп, Ҡәйеп ханды ла ағыулап үлтерә. Тере ҡалғандарын уларға ҡаршы яу ваҡытында үлтерә йә әсиргә ала.

Ссылки[править | править код] АЕПА (Осени)

РЮРИКОВИЧИ И ПОЛОВЦЫ

Русско-половецкие войны (XI—XIII вв.)

Литература[править | править код] А.Карпов «Юрий Долгорукий», изд., Молодая Гвардия 2006 год (ЖЗЛ).