Әҙәбиәт-тел уҡытыусыһы (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әҙәбиәт-тел уҡытыусыһы
Учитель словѣсности
Жанр:

хикәйә

Автор:

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле:

урыҫ телендә

Яҙылған йылы:

1889―1894

Wikisource-logo.svg Әҫәр тексы Викикитапханала

Әҙәбиәт-тел уҡытыусыһы (төп нөсхәһенең урыҫса исеме ― рус. Учитель словѣсности) ― урыҫ яҙыусыһы Антон Павлович Чеховтың хикәйәһе.

Баҫмаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хикәйәнең «Обывателдәр» тип аталған беренсе бүлеге 1889 йылдың 28 ноябрендә (иҫке стиль буйынса) «Яңы ваҡыт» (4940-сы сығарылышы) гәзитендә, Чеховтың ҡустыһы Николайҙы дауалаусы табип Н. Н. Оболенскийға бағышлап сығарылған. "Әҙәбиәт-тел уҡытыусыһы"ның икенсе бүлеге биш йыл үткәс,1894 йылдың 10 июлендә «Русские ведомости» (188-се сығарылышы) гәзитендә донъя күрә. Ике бүлеге лә, «Әҙәбиәт-тел уҡытыусыһы» тигән бер исем аҫтында берләштерелеп, ҙур булмаған төҙәтеүҙәр менән (бағышлауһыҙ), 1894 йылдағы «Повестар һәм хикәйәләр» йыйынтығына индерелә. 1899—1901 йй., Адольф Маркс баҫтырған әҫәрҙәр йыйынтығының һигеҙенсе томына индерер алдынан, уға Чехов бер ни тиклем үҙгәрештәр индерә.

Яҙылыу тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәнҡитсе Юрий Соболев һүҙҙәре буйынса[1], сығанаҡ булараҡ, таганрог тарихсыһы Павел Филевский[2] мәғлүмәтен килтерә. Никитин прототибы булып, бәлки, таганрог гимназияһының латин теле уҡытыусыһы Старов торалыр. Чехов уның фажиғәле тарихын «йомшартып» тасуирлай.

Беренсе бүлеге 1889 йылдың ноябрь башында яҙыла. «Һеҙҙең хеҙмәткәрегеҙ Ан. Чехов шәмбе тыуҙыра башланы… Башланғыс күп нимә вәғәҙә итә» ― Алексей Суворинға 1 ноябргә автор үҙе шулай хәбәр итә. 12 ноябрҙәге хатында ул: «Фельетон өсөн хикәйә ебәрәм. Провинциаль диңгеҙ сусҡалары тормошонан еңел аҡыллы буш нәмә. Минең шаярыуҙы ғәфү ит… Мин уны [хикәйә]не, геройҙарымды бөтөнләй бөтөрөп ташлап тамамлармын тигәйнем, уны үҙебеҙҙекеләргә ҡысҡырып уҡырға, ахыры, шайтан ҡотортто; барыһы ла үтенә башланы: ҡыҙған! ҡыҙған! Мин үҙ геройҙарымды йәлләгән өсөн хикәйә кеҫәл кеүек килеп сыҡты.»

Сюжеты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Никитин, провинциаль гимназияның 27 йәшлек урыҫ әҙәбиәте уҡытыусыһы, урындағы алпауыттың 18 йәшлек ҡыҙы Маша Шелестова менән мауығып китә. Бәхетле кеше, ул Шелестов йортона һоҡлана, һәм хатта уның бик күп бесәйенә һәм этенә лә түҙергә әҙер. Ул Машаға өйләнә һәм йәш парҙың идиллияһы ҡала ситендәге өйҙәрендә лә дауам итә.

Бер көндө кис Никитин кәрт һуҡҡан урынынан, клубтан, ҡайтып килә. Ул 12 һум аҡса юғалта, ләкин, бер кешенең, хәҙер һин бай ҡыҙына өйләнгәс, «ҡоторған аҡса»ға эйәһең инде, тигән һүҙҙәре уның кәйефен бик ҡыра. Никитиндың күңеленә сәйер бер тойғо инеп ултыра. Ул, ысынлап та, тоҙаҡҡа эләккәнен һәм бөтә нәмә ялған һәм һай булған донъяла батып, кипсәлеп мәңгелеккә ҡаласағын аңлай башлай. Никитин ҡапыл мәктәпте, үҙен уратып алған кешеләрҙе яратмағанын аңлай. Үҙенең ҡатынын хәҙер ул бер аңра, әҙәпһеҙ зат тип һанай, һәм «…иллюзияның ҡороп-кибеп бөткәнен күрә һәм уның өсөн тыныс, шәхси бәхете менән килешә алмаған яңы, нервылы, аңлы тормош башлана ине… Боҙоҡлоҡтан, әшәкелектән дә ҡурҡынысыраҡ, хурлыҡлыраҡ, һағышлыраҡ нәмә юҡтыр. Бынан ҡасыр кәрәк, бөгөндән үк ҡасыр кәрәк, юҡһа мин аҡылдан яҙасаҡмын!», ― көндәлегендә ул шулай тип яҙа һәм ошо һүҙҙәр менән хикәйә тамамлана.

Тәнҡитселәр фекере[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Silk-film.png Тышҡы видеофайлдар
Silk-film.png Әҙәбиәт-тел уҡытыусыһы. (45 мин)
1965 йылғы хикәйә буйынса совет фильмы-адаптацияһы.

Хикәйәнең беренсе бүлеге (1889 йылда «Обывателдәр» атамаһы аҫтында баҫыла) тураһында бик йылы фекерҙәр әйтелә. Чехов менән хат яҙышҡан күп кенә әҙиптәр ғаилә бәхетенең ғәҙәти, ләкин һөйкөмлө «сафлығына» үҙҙәренең һоҡланыуын белдерә. Алексей Плещеев 1889 йылдың 29 ноябрендә Чеховҡа хатында былай: «Был гүзәл көнкүреш картинаһының бөтөн матурлығы — ентекле нескәлектәрҙә, ваҡ штрихтарҙа, һынлы сәнғәт оҫталары әйткәнсә, "аҡ шәүлә"ләрҙә. Кемдәрҙелер осратҡанһың, күргәнһең, белгәнһең былар барыһы ла тере кешеләр», — тип яҙа. 1895 йылдың ғинуарында «Новое время» гәзитендә баҫылған үҙенең рецензияһында Сергей Андреевский, «һөйкөмлө провинциаль мөхиттә, йәш һәм бәхетле компанияла романтик шатлыҡтары, эскерһеҙ шиғриәт менән тулы» тип яҙа[3], әммә, әсе финалды алдан һиҙенгәнлектән, уның ҡараңғы яғы тураһында әйтмәҫкә була.

Чеховтың замандаштары булған рецензенттарҙың күпселеге (Андреевскийҙан айырмалы рәүештә) идиллияны үткәрергә һәм билдәһеҙ тамамланған тарихтың пессимизмына иғтибар итеүгә өҫтөнлөк биргәндәр. «Йәшәй, йәшәй аңһыҙ кеше, зоологик, хатта ниндәйҙер үҫемлек тормошо менән йәшәй, уйламайса ябай көнкүрештең ихтыярлы көсөнә буйһона, һәм шунда уҡ, бер сәбәпһеҙҙән моңһоулана, ҡайғыра…. пәрҙә асылғандай, йоҡомһораған рухы уяна, тормош көтмәгәндә тоноҡлана, шиңә, арзанлана, элекке асыҡлығын һәм ябайлығын юғалта <…> Бына уҡытыусы Никитин менән шулай килеп сыҡты», ― тип яҙа А. С. Глинка үҙенең 1903 йылғы «Чехов тураһында очерктар» тигән эшендә, был («идеалдан һәм хәҡиҡәттән») булған конфликт тарихта сиселмәй ҡаласаҡ, тип билдәләй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Ю. Соболев. Чехов. Статьи. Материалы. Библиография. М., 1930, стр. 166
  2. Очерки из прошлого таганрогской гимназии. По случаю столетнего юбилея гимназии". Составил П. П. Филевский. Таганрог, 1906, стр. 27
  3. Учитель словесности преисполнен наивною поэзиею романтических радостей в милой провинциальной среде… — «Новое время», 1895, № 6784, 17 января