Эстәлеккә күсергә

Термодинамика

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
02:31, 19 февраль 2024 өлгөһө; InternetArchiveBot (фекер алышыу | өлөш) (Rescuing 1 sources and tagging 0 as dead.) #IABot (v2.0.9.5)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)
Термодинамика
Рәсем
Әһәмиәтле кеше Сади Карно[d], Джеймс Прескотт Джоуль һәм Вальтер Герман Нернст[d]
Өйрәнеү объекты количество теплоты[d], температура, механическая работа[d], Энергия, термодинамическая система[d], тепловой процесс[d], интенсивная/экстенсивная физическая величина[d], термодинамическое состояние[d], баҫым[d], энтропия[d], термодинамическое равновесие[d], начала термодинамики[d], термодинамические потенциалы[d] һәм термодинамическая работа[d]
Һештег Thermodynamics
Связанное изображение
Берекмәләре исемлекте ҡарағыҙ[d]
 Термодинамика Викимилектә

Термодинамика (греч. θέρμη — «йылылыҡ», δύναμις — «көс»[3] и постепенно вытеснил другое название этой дисциплины — «механическая теория теплоты».|group=K}}) — макроскопик системаларҙың[4] дөйөм үҙенсәлектәрен һәм ошо системаларҙа энергияны тапшырыу һәм әүерелеү ысулдарын өйрәнә торған физика бүлеге[5]. Термодинамикала температура төшөнсәһе менән аңлатып була торған торош һәм процесстарҙы өйрәнәләр. Термодинамика — тәжрибә факттарын дөйөмләштереүсе феноменологик фән. Термодинамик системаларҙа үтеүсе процесстар, күп киҫәксәләрҙән торған системаларҙа, механикала һәм электродинамикаланан айырмалы рәүештә айырым атом һәм молекулалар өсөн ҡулланып булмай торған макроскопик дәүмәлдәр (температура, баҫым, компоненттар концентрацияһы) ярҙамында аңлатыла.

Хәҙерге феноменологик термодинамика бер нисә постулат нигеҙендә үҫешә торған ҡәтғи теория булып тора. Әммә был постулаттарҙың термодинамик системала киҫәксәнең тәьҫир ителеше һәм үҙенсәлеге менән бәйләнеш статик физикала аңлатыла. Статик физика, шулай уҡ термодинамиканың ҡулланыла алыу мөмкинлектәренең сиген билдәләй[6].

Термодинамика закондары дөйөм характерлы һәм атом кимәлендә айырым матдәләр төҙөлөшө менән бәйле түгел. Шуға күрә, энергетика, теплотехника, фазалар күсеше, химик реакциялар, күсеш күренеше, ҡара упҡын кеүек киң даирәләрҙә лә уңышлы ҡулланыла[7][8].

Термодинамика химия һәм физиканың химик технологиялар, аэрокосмос техникаһы, машиналар, күҙәнәк биологияһы, биомедицина инженерия, материаловедение кеүек төрлө өлкәһендә мөһим урын алып тора һәм хатта иҡтисад өлкәһендә лә ҡулланыла.

Кешеләр һыуыҡты һәм йылыны тойорға һәләтле, һәм есемдәрҙең йылыныу дәрәжәһен күҙаллау фәнни төшөнсә барлыҡҡа килгәнгә тиклем күҙаллағандар. Йылылыҡ тураһында фәнни белем температураны үлсәй торған прибор — термометр уйлап сығарылған үҫешә башлай. Беренсе термометрҙы Галилей 16 быуат аҙағанда эшләгән тип иҫәпләнә[9].

Термодинамика есемдең эске энергияһын механик эш башҡарыу ысулдары тураһында эмпирик фән буларыҡ барлыҡҡа килә.Беренсе пар машиналары 18 быуаттың икенсе яртыһында барлыҡҡа килә һәм сәнәғәт революцияһы башлана.Инженерҙар һәм ғалимдар уларҙың эффектлылығын арттырыу ысулдарын эҙләйҙәр, һәм 1824 йылда Сади Карно "Уттың хәрәкәт көсө һәм тартыу көсөндә эшләүсе машиналар" тураһындағы хеҙмәтендә йылылыҡ машиналарының файҙалы эш коэффициенты тигән төшөнсә индерә[10][11]. Термодинамика оҙаҡ ваҡыт билдәһеҙ булған ошо хеҙмәттән башлана тип ҡабул ителгән. Әммә Фурьеның йылылыҡ үткәреүгә арналған "Йылының аналитик теорияһы" тигән классик хеҙмәте 1822 йылда уҡ донъя күрә һәм термодинамика тигеҙһеҙлеген генә түгел, Карно эштәрен дә иртәрәк эшләнгән була.

19 быуаттың 40-сы йылдарында Майер һәм Джоуль механик эш һәм йылылыҡ миҡдары бәйләнешен билдәләй һәм энергияның һаҡланыу һәм әүерелеү универсаль законын асалар. 50-се йылдарҙа Клаузиус һәм Кельвин ул заманда тупланған белемде системалаштыра һәм энтропия менән абсолют нуль төшөнсәләрен индерә[12].

19 быуат аҙағында Гиббс хеҙмәттәрендә феноменологик термодинамика үҫеш ала, ул термодинамик потенциал ысулын үҙләштерә, термодинамик тигеҙләнештең дөйөм шарттарын өйрәнә, фазалар тигеҙлеге һәм капилляр күренештәр законын аса.

1906 йылда Нернст теоремаһы нәшер ителә, һуңынан термодинамиканың өсөнсө башланғысы исеме менән билдәле теоремаға уның исеме бирелә.

Термодинамиканың аксиоматик нигеҙҙәре тәүге тапҡыр 1909 йылда Каратеодори тарафынан нигеҙләнә[13].

Термодинамика бүлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хөҙерге феноменологик термодинамиканы тигеҙлек (классик) һәм тигеҙһеҙлек термодинамикаһына бүлеү ҡаралған.

Тигеҙлек термодинамикаһында эске энергия, температура, энтропия, химик потенциал кеүек үҙгәреүсән дәүмәлдәр ҡабул ителә. Уларҙың барыһы термодинамик параметрҙар исемен йөрөтә (ҙурлығы).

Классик термодинамика термодинамик параметрҙарҙың үҙ-ара бәйленешен һәм физиканың башҡа бүлектәрендәге дәүмәлдәр менән бәйленешен өйрәнә. Мәҫәлән, системаға тәьҫир итеүсе электромагнит һәм гравитация яланы. Химик тигеҙләнеш һәм фаза күсештәре лә классик термодинамиканың өйрәнеү даирәһендә. Химик әүерелештәрҙе химик термодинамика, ә тихник ҡушылмаһын теплотехника өйрәнә.

Классик термодинамика түбәндәге бүлектәрҙе үҙ эсенә ала:

  • термодинамика башланғысы (йәки ҡайһы берҙә шулай уҡ закондар аксиомалар тип атала)
  • ябай термодинамик системаларҙың торошо тигеҙләмәһе һәм үҙенсәлектәре (идеаль газ, реаль газ, диэлектриктар һәм магнетиктар һәм башҡалар)
  • ябай системаларҙың тотороҡло процестары, термодинамика циклдары
  • тигеҙләнешһеҙ процестар һәм энтропия кәмеү законы
  • термодинамик фазалар һәм фаза күсеүе.

Термодинамика бик күп киҫәксәләрҙән торған системаны өйрәнә. Бындай системаны классик механика ысулдары менән һүрәтләү мөмкин түгел.

Термодинамикаһы нигеҙҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Термодинамиканың төп төшөнсәләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Термодинамика системаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Термодинамикала бик күп киҫәксәләрҙән торған һәм термодинамик тигеҙләнештә йәки яҡын торған физик системалар өйрәнелә. Был системалар термодинамик система тип атала.

Система һәм тирә-яҡ мөхит араһындағы йылылыҡ алмашыныуҙы тотоп торған тышса адиабатик тип атала, ә тышса эсендәге система изоляциаланған система тип атала.

Термодинамик тигеҙләнеш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Термодинамик тигеҙләнеш классик термодинамика өсөн фундаменталь күренеш булып тора. Был төшөнсә эксперименталь факттарҙы дөйөмләштереүҙән ғибәрәт һәм уны логика ярҙамында аңлатып булмай. Тышҡы шарттар үҙгәрмәһә, йомоҡ термодинамик система ваҡыт үтеү менән, барлыҡ макроскопик процестар туҡтаған, термодинамик тигеҙләнеш хәленә күсә, тип раҫлана. Шуо уҡ ваҡытта микроскопик кимәлдә төрлө процестар үтеүе мөмкин,мәҫәлән туры һәм кире йүнәлештәге химик реакциялар. Тик уртаса алғанда был реакциялар бер-береһен компенсациялай һәм система тигеҙләнеш хәлендә ҡала.

Термодинамика параметрҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Термодинамика есемдәрҙең төҙөлөшөн молекуляр кимәлдә өйрәнмәй. Термодинамик системаның тигеҙләнеш хәлен температура, баҫым, тығыҙлыҡ, концентрация кеүек бер нисә "макроскопик" параметрҙар ярҙамында һүрәтләп була. Был параметрҙарҙы макроскопик приборҙар ярҙамында үлсәп була. Ошо параметрҙар ярҙамында һүрәтләнгән система "макроскопик хәл" тип атала, һәм термодинамика закондары ярҙамында был параметрҙар араһындағы бәйләнеште билдәләп була.[14].

Системаның эске торошон һүрәтләгән параметрҙар эске парметрһар тип, тышҡы тәьҫир итеүсе параметрҙарҙы тышҡы параметрҙар тип атайҙар. Әгәр, сосуд эсендә газ бао тип күҙ алдына килтерһәк, газдың күләме сосудтың стеналары менән билдәләнә, был осраҡта күләм тышҡы параметр була. Ә газдың баҫымы молекулаларҙың йылылыҡ хәрәкәте менән билдәләнә һәм баҫым эске параметр булып тора. [15].

Термодинамик процестар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Системаға тәьҫир итеүсе тышҡы параметрҙар үҙгәргәндә йәки систераға энергия тапшырғанда системала макроскопик һәм молекуляр кимәлдә ҡатмарлы процестар булыуы мөмкин. Нәтижәлә система башҡа хәлгә күсә. Термодинамик тигеҙләнеш күсеш хәлен өйрәнмәй. Термодинамикала система бер хәлдән икенсе хәлгә күсеүе шартлы рәүештә эҙмә-эҙлекле килгән идеаллаштырылған процестарҙа өйрәнелә. Был процестар квазистатик йәки квазитигеҙләнеш процестары тип атала[16]. Система тирә яҡ мөхит менән энергияһын алашып эш башҡарған циклик процестар термодинамикала айырым урын алып тора.

Термодинамиканың башланғыстары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Термодинамиканың нуленсе башланғысы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Термодинамиканың беренсе һәм икенсе башланғысы фәнни төшөнсә булып ҡабул ителгәс, термодинамиканың нуленсе башланғысы тигән төшөнсә индәрәләр. Термодинамиканың нуленсе башланғысы Изоляцияларған термодинамик система ваҡыт үтеү менән үҙ-алла термодинамик тигеҙләнеш хәленә күсә һәм тышҡы шарттар үҙгәрмәгән осраҡта ошо хәләттә оҙаҡ ваҡыт ҡала тип раҫлай [17][18]. Был төшөнсә шулай уҡ термодинамиканың дөйөм башланғысы тип атала[19]. Термодинамик тигеҙләнеш системала механик, йылылыҡ, химик һәм фазалар тигеҙләнеше булдырылған тип ҡарай.Классик термодинамика тик термодинамик тигеҙләнеште генә өйрәнә һәм был торошҡа ирешеү ваҡытын өйрәнмәй.

Әҙәбиәттә йыш ҡына йылылыҡ тигеҙләнеше турыһында яҙалар. Йылылыҡ тигеҙләнеше ике система араһында матдәне үткәрмәй торған, йылылыҡты үткәрә торған бүлкә булған осраҡта урынлаша.[20] утверждает, что если два тела, разделённые такой перегородкой (диатермической), находятся в тепловом равновесии между собой, то любое третье тело, находящееся в тепловом равновесии с одним из этих тел, будет находиться также и в тепловом равновесии с другим телом.

Иначе говоря, если две замкнутые системы A и B приведены в тепловой контакт друг с другом, то после достижения термодинамического равновесия полной системой A+B системы A и B будут находиться в состоянии теплового равновесия друг с другом. При этом каждая из систем A и B сама по себе также находится в состоянии термодинамического равновесия. Тогда если системы B и C находятся в тепловом равновесии, то системы A и C также находятся в тепловом равновесии между собой.

В иноязычной и переводной литературе часто нулевым началом называют сам постулат о транзитивности теплового равновесия[21][22], а положение о достижении термодинамического равновесия могут называть «минус первым» началом[23]. Важность постулата о транзитивности состоит в том, что он позволяет ввести некоторую функцию состояния системы, обладающую свойствами эмпирической температуры, то есть создавать приборы для измерения температуры. Равенство эмпирических температур, измеренных с помощью такого прибора — термометра, есть условие теплового равновесия систем (или частей одной и той же системы).

Термодинамиканың беренсе башланғысы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Термодинамиканың беренсе башланғысы энергияның универсаль һаҡланыу законын кәүҙәлендерә һәм ошо законға ярашлы беренсе төр меңгелек двигатель, йәғни энергия сарыф итмәй генә эш башҡара торған двигатель эшләү мөмкин түгел тип иҫбат итә.

Термодинамиканың икенсе башланғысы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Термодинамиканың икенсе башланғысы термодинамик системала процестарҙың йүнәлешен билдәләй һәм икенсе төр мәңгелек двинатель эшләү мөмкин түгел тип иҫбат итә. Ошондай уҡ нитижәгә Сади Карно «Уттың хәрәкәт итеү көсө һәм машиналар» тигән хеҙмәтендә килә [10][11].

Теплород теорияһына таянып Карно термодинамиканың икенсе башланғысына аныҡ формулировка ьирмәй. 1850-1851 йылдарҙа Клаузиус һәм Кельвин Карнонын айырмалы рәүештә закондың оҡшаш формулировкаһын сығаралар.

Кельвин постулаты: «Йылылыҡ резервуарын һыуытып ҡына эш башҡара торған циклик процесс булыуы мөмкин түгел»[24]. Был процесс Томсон-Планк процессы тип атала.

Клаузиус постулаты: «йылылыҡ һалҡын есемдән йылыраҡ есемгә үҙ-аллы күсә алмай»[25].Һалҡын есемдән йылы есемгә йылылыҡ күсеү процесы Клаузиус процесы тип атала, был процесс мөмкин түгел. Йылылыҡ йылыраҡ есемдән һалҡыныраҡ есемгә генә тик бер йүнәлештә күсә һәм был процесс кире йүнәлештә булмай. Термодинамиканың икенсе башланғысы постулаты нигеҙендә энтропия тигән төшөнсә керетелә. Энтропия — есемдең йылылыҡ хәлен характерлаусы физик дәүмәл.

Термодинамиканың өсөнсө башланғысы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Термодинамиканың өсөнсө башланғысы йәки Нерст теоремаһы теләһә ниндәй тигеҙләнгән система температураһы абсолют нулгә яҡынлашҡанда системаның энтропияһының сиге була тип раҫлай[26]. Нерст теоремаһының ике положениеһы бар. Беренсеһе, система абсолют нулгә яҡынлашҡанда энтопияның сиге бар. Әҙәбиәттә температура нулгә 0 К яҡынлашһа энтропия нулгә тигеҙ тип ҡабул ителгән. Икенсеһе, температура абсолют нулдә системала бер тигеҙләнеш торошонан икенсе тигеҙләнеш торошона күсеү процесында энтропия үҙгәрмәй[27].

  1. Thomson W., Mathematical and Physical Papers, vol. 1, 1882, Article «Thermo-electric Currents» (1854), p. 232
  2. Осипов А. И., Термодинамика вчера, сегодня, завтра, ч. 1, 1999
  3. Термин «термодинамика» предложен в 1854 году В. Томсоном[1][2]
  4. Термодинамика. Большой Энциклопедический словарь (2000). Дата обращения: 10 апрель 2015.
  5. Термодинамика. Научно-технический энциклопедический словарь. Дата обращения: 10 апрель 2015.
  6. Термодинамика / Г. М. Элиашберг // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  7. Smith, J.M. Introduction to Chemical Engineering Thermodynamics. — McGraw Hill, 2005. — ISBN 0-07-310445-0.
  8. Haynie, Donald, T. Biological Thermodynamics. — Cambridge University Press, 2001. — ISBN 0-521-79549-4.
  9. Смородинский Я. А. Температура. — М.: Наука, 1981. — С. 11. — 160 с.
  10. 10,0 10,1 Carnot S. Réflexions sur la puissance motrice du feu et sur les machines propres à développer cette puissance. — Paris: Gauthier-Villars, Imprimeur-Libraire, 1878. — 102 p. (фр.)
  11. 11,0 11,1 Второе начало термодинамики. (Работы Сади Карно — В. Томсон — Кельвин — Р. Клаузиус — Л. Больцман — М. Смолуховский) / Под. ред. А. К. Тимирязева. — Москва—Ленинград: Государственное технико-теоретическое издательство, 1934. — С. 17—61.
  12. Базаров, Термодинамика, 1991, с. 11
  13. Мюнстер А., Химическая термодинамика, 1971, с. 12
  14. Квасников, Термодинамика и статистическая физика. Т. 1, 2002, с. 24
  15. Сивухин, Т. II. Термодинамика и молекулярная физика, 2005, с. 41
  16. Сивухин, Т. II. Термодинамика и молекулярная физика, 2005, с. 44
  17. Квасников, Термодинамика и статистическая физика. Т. 1, 2002, с. 20
  18. Физика. Большой энциклопедический словарь / Гл. ред. А. М. Прохоров. — М.: Большая Российская энциклопедия, 1998. — С. 601–602. — 944 с.
  19. Сивухин, Т. II. Термодинамика и молекулярная физика, 2005, с. 14
  20. Р. Кубо. Термодинамика. — М.: Мир, 1970. — С. 12. — 307 с.
  21. A. B. Pippard. Elements of classical thermodynamics. — Cambridge University Press, 1966. — P. 9. — 165 p.
  22. Пригожин, Кондепуди. Современная термодинамика, 2002, с. 20
  23. Brown H. R., Uffink J. The origins of time-asymmetry in thermodynamics: The minus first law (инг.) // Studies In History and Philosophy of Science Part B: Studies In History and Philosophy of Modern Physics. — Elsevier, 2001. — Vol. 32. — № 4. — P. 525—538. — DOI:10.1016/S1355-2198(01)00021-1
  24. Сивухин, Т. II. Термодинамика и молекулярная физика, 2005, с. 88
  25. Сивухин, Т. II. Термодинамика и молекулярная физика, 2005, с. 89
  26. Базаров, Термодинамика, 1991, с. 91
  27. Сивухин, Т. II. Термодинамика и молекулярная физика, 2005, с. 313
  • Münster A. Classical Thermodynamics. — London e. a.: Wiley-Interscience, 1970. — xiv + 387 p. — ISBN 0 471 62430 6.
  • Duhem P. Le potentiel thermodynamique et ses applications à la mécanique chimique et à l'étude des phénomènes électriques. — Paris: A. Hermann, 1886. — XI + 247 с.
  • Guggenheim E. A. Thermodynamics: An Advanced Treatment for Chemists and Physicists. — 8th ed. — Amsterdam: North-Holland, 1986. — XXIV + 390 p.
  • Thomson William. Mathematical and Physical Papers. Volume 1. — Cambridge: The Cambridge University Press, 1882. — xii + 558 p.
  • Базаров И. П. Методологические проблемы статистической физики и термодинамики. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 1979. — 87 с.
  • Базаров И. П. Термодинамика. — М.: Высшая школа, 1991. — 376 с. — ISBN 5-06-000626-3.
  • Базаров И. П. Заблуждения и ошибки в термодинамике. — Изд. 2-е испр.. — М.: Едиториал УРСС, 2003. — 120 с. — ISBN 5-354-00391-1.
  • Базаров И. П., Геворкян Э. В., Николаев П. Н. Неравновесная термодинамика и физическая кинетика. — М.: Изд-во МГУ, 1989. — 240 с. — ISBN 5-211-00351-99.
  • Базаров И. П., Геворкян Э. В., Николаев П. Н. Задачи по термодинамике и статистической физике. — М.: УРСС, 2014. — 352 с.
  • Воронин Г. Ф. Основы термодинамики. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 1987. — 192 с.
  • Вукалович М. П., Новиков И. И. Термодинамика. — М.: Машиностроение, 1972. — 671 с.
  • Гельфер Я. М. История и методология термодинамики и статистической физики. — Изд. 2-е, перераб. и дополн.. — М.: Высшая школа, 1981. — 536 с.
  • Герасимов Я. И., Древинг В. П., Еремин Е. Н. и др. Курс физической химии / Под общ. ред. Я. И. Герасимова. — 2-е изд. — М.: Химия, 1970. — Т. I. — 592 с.
  • Гиббс Дж. Термодинамика. Статистическая механика. Серия: Классики науки. М.: Наука 1982. 584 с.
  • Гуггенгейм. Современная термодинамика, изложенная по методу У. Гиббса. — Л.—М.: Госхимиздат, 1941. — 188 с.
  • Гуров К. П. Феноменологическая термодинамика необратимых процессов: Физические основы. — М.: Наука, 1978. — 128 с.
  • Де Гроот С. Р. Термодинамика необратимых процессов. М.: Гос. Изд.-во техн.-теор. лит., 1956. 280 с.
  • Де Гроот С., Мазур П. Неравновесная термодинамика. М.: Мир, 1964. 456 с.
  • Димитриенко Ю. И. Нелинейная механика сплошной среды. — М.: ФИЗМАТЛИТ, 2009. — ISBN 978-5-9221-1110-2.
  • Дьярмати И. Неравновесная термодинамика. Теория поля и вариационные принципы. М.: Мир, 1974. 404 с.
  • Залевски К. Феноменологическая и статистическая термодинамика: Краткий курс лекций / Пер. с польск. под. ред. Л. А. Серафимова. — М.: Мир, 1973. — 168 с.
  • Зубарев Д. Н. Неравновесная статистическая термодинамика. М.: Наука, 1971. 416 с.
  • Карно С., Клаузиус Р., Томсон В. (лорд Кельвин), Больцман Л., Смолуховский М. Под ред. и комментариями и предисловием: Тимирязев А. К. Второе начало термодинамики. Антология. Изд.2. Серия: Физико-математическое наследие: физика (термодинамика и статистическая механика). — М.: Изд-во ЛКИ, 2007. — 312 с.
  • Квасников И. А. Термодинамика и статистическая физика. Т. 1: Теория равновесных систем: Термодинамика. — Изд. 2, сущ. перераб. и доп.. — М.: Едиториал УРСС, 2002. — 240 с. — ISBN 5-354-00077-7.
  • Киттель Ч. Статистическая термодинамика. — М.: Наука, 1977. — 336 с.
  • Коган В. Е., Литвинова Т. Е., Чиркст Д. Э., Шахпаронова Т. С. Физическая химия / Науч. ред. проф. Д. Э. Чиркст. — СПб.: Национальный минерально-сырьевой ун-т «Горный», 2013. — 450 с.
  • Кубо Р. Термодинамика. М.: Мир, 1970.
  • Латыпов Р. Ш., Шарафиев Р. Г. Техническая термодинамика и энерготехнология химических производств. — М.: Энергоатомиздат, 1998. — 344 с. — ISBN 5-283-03178-0.
  • Мюнстер А. Химическая термодинамика / Пер. с нем. под. ред. чл.-корр. АН СССР Я. И. Герасимова. — М.: Мир, 1971. — 296 с.
  • Осипов А. И. Термодинамика вчера, сегодня, завтра. Часть 1. Равновесная термодинамика (рус.) // Соросовский образовательный журнал. — 1999. — № 4. — С. 79—85.
  • Петров Н., Бранков Й. Современные проблемы термодинамики. — Пер. с болг. — М.: Мир, 1986. — 287 с.
  • Пригожин И. Введение в термодинамику необратимых процессов М.: Изд-во иностр. лит-ры, 1960. — 160 c.
  • Пригожин И., Кондепуди Д. Современная термодинамика. От тепловых двигателей до диссипативных структур. — М.: Мир, 2002. — 461 с. — ISBN 5-03-003538-9.
  • Путилов К. А. Термодинамика / Отв. ред. М. Х. Карапетьянц. — М.: Наука, 1971. — Т. Наука. — 376 с.
  • Розман Г. А. Термодинамика и статистическая физика. — Псков: Пск. гос. пед. ин-т, 2003. — 160 с. — ISBN 5-7615-0383-2.
  • Румер Ю. Б., Рывкин М. Ш. Термодинамика, статистическая физика и кинетика. — 2-е изд., испр. и доп. — Новосибирск: Изд-во Носиб. ун-та, 2000. — 608 с. — ISBN 5-7615-0383-2.
  • Сивухин Д. В. Общий курс физики. — Т. II. Термодинамика и молекулярная физика. — 5 изд., испр.. — М.: ФИЗМАТЛИТ, 2005. — 544 с. — ISBN 5-9221-0601-5.
  • Стратонович Р. Л. Нелинейная неравновесная термодинамика. 2019 йыл 2 октябрь архивланған. М.: Наука, 1985. — 480 с.
  • Сычев В. В. Дифференциальные уравнения термодинамики. Изд. 2-е. М.: Высшая школа, 1991. 224 с.
  • Сычев В. В. Сложные термодинамические системы. — 4-е изд., перераб. и доп.. — М: Энергоатомиздат, 1986. — 208 с.
  • Ферми Э., Термодинамика. Харьков: Изд-во Харьковского ун-та, 1969. — 140 с.
  • Шрёдингер Э. Статистическая термодинамика 2006 йыл 28 июнь архивланған. (недоступная ссылка с 21-05-2013 (4208

 дня) — историякопия) Ижевск: РХД, 1999. 96 с.