Эстәлеккә күсергә

Мәҡәл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
16:27, 1 март 2014 өлгөһө; Азат Хәлилов (фекер алышыу | өлөш) (Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр тигән мәҡәлә бар, бәлки берләштерергә кәрәктер?)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)

Мәҡәл - тормош тәжрибәһенән сығып, ыҡсым ғына итеп әйтелгән тәрән мәғәнәле тапҡыр һүҙ[1]; ысынбарлыҡтағы төрлө күренештәр тураһында ҙур тормош тәжрибәһенән сығып әйтелгән, ыҡсым формалы, тәрән мәғәнәле жанр[2]. Башҡорт фольклорындағы афористик ижад төрө, тормош тәжрибәһенән сығып, ыҡсым ғына итеп әйтелгән тәрән мәғәнәле тапҡыр һүҙ.

Башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, башҡорт мәҡәлдәре лә халыҡтың борон-борондан килгән тормош тәжрибәһен, фәлсәфәүи һәм әхлаҡи ҡараштарын тәрән мәғәнәле һәм ритм яғынан асыҡ, ныҡлы ойошҡан хикмәтле һүҙ ярҙамында биреү ихтыяжынан тыуған. Шуға күрә лә мәҡәлдәрҙең әле булһа халыҡ телендә боронғолар һүҙе, ата-бабалар һүҙе, бабайҙар һүҙе тип йөрөтөлөүе лә бик тәбиғи. Мәҡәлдәрҙә дидактика элементтары, өгөт-нәсихәт, кәңәш биреү мотивтары төп урынды тора. Тыңлаусы өсөн мәҡәл һәр ваҡыт бәхәсһеҙ хәҡиҡәт рәүешендә һөйләшеүгә һығымта яһаған саҡта әйтелгән, йыш ҡына бәхәс, аңлашылмаусылыҡ ваҡытында фекерҙе нығытыу, ҡеүәтләү өсөн килтерелгән.

Мәҡәлдәр - һүҙ сәнғәтенең аҫыл өлгөләре. Уларҙың гүзәллеге, күркәмлеге һәм йыйнаҡлығы, тапҡырлығы кешеләрҙең күңелендә мәңге һаҡланыуына сәбәпсе булып тора. Шуға аралашыу барышында, һүҙ ыңғайы тура килгәндә, алдан бер ниндәй әҙерлекһеҙ башҡа һүҙҙәр менән бер рәттән ҡапылдан бик урынлы ҡулланылалар. Үтә тапҡырлығы, ҡыҫҡалығы менән мәҡәлдәр башҡа жанрҙарҙан айырылалар ҙа инде.

Мәҡәл борон-борондан тормошта осрай торған төрлө күренештәрҙе художестволы һынландырып сағылдырған. Шуға күрә халыҡтың күңелендә мәҡәлдең нығынып ҡалыуының төп сәбәптәренең береһе - уның художестволылығы йәки күркәмлеге, тапҡырлығы, кинәйәнең көслө булыуы...

Мәҡәлдәрҙә тормош фәлсәфәһе сағылып ҡалған. Быуындан быуынға тапшырыла килгән күҙәтеүҙәр, тәжрибә ярҙамында халыҡ үҙен уратып алған тирә-йүндең, күренештәрҙең, хәл-ваҡиғалар сылбырының төп үҙенсәлектәренә, уларҙың үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән булыуына төшөнә барған. "Барҙан юҡ булмай", "Таштан йүкә һуйылмай". "Әтәс ҡысҡырмаһа ла, таң ата", "Үлемһеҙ донъя юҡ, кисеүһеҙ йылға юҡ" кеүек мәҡәлдәр бының асыҡ миҫалы була ала.

Мәҡәл, ғәҙәттә, сағыштырыу, аллегория, йәнәшәлек, метафора ярҙамында ойоша. Мәҫәлән: йөҙ күрке -һаҡал, һүҙ күрке - мәҡәл; ир-егеттең оялыуы - имән ағасының бөгөлөүе; яҡшы һүҙ - йән аҙыҡы, яман һүҙ - баш ҡаҙығы; ҡар башына ҡар етер, хан башына хан етер; ағас күрке - япраҡ, әҙәм күрке - сепрәк һ.б.

Бөтә мәҡәлдәр ҙә поэтик образлылыҡҡа нигеҙләнгән тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ ине. Уларҙың күбеһе ысынбарлыҡты, тирә-йүнде борон-борондан күҙәтә, өйрәнә килеү һөҙөмтәһендә тыуған һығымта, дөйөмләштерелгән фекер рәүешендә әйтелә. Бындай мәҡәлдәр үҙҙәренең тура мәғәнәһендә лә, күсмә мәғәнәһендә лә ҡулланылырға мөмкин. Мәҡәлдә дөйөмләштереү көсө юғары булғай һайын, уның күсмә мәғәнәһе лә, ҡулланыу мөхите лә киңерәк була. "Себеште көҙ һанайҙар", "Беҙ ҡапсыҡта ятмай" кеүек бер ҡарауға ябай ғына күренгән мәҡәлдәрҙең ҙур дөйөмләштереү көсөнә эйә булыуы яҡшы күренеп тора. Ә бына "Ағасты - еле, кешене һүҙ боҙор", "Илле йылда ил яңырыр", "Илсегә үлем юҡ", "Үҙ илең - алтын бишек", "Ырыулының уғы юғалмаҫ", "Көҙгө ҡатыҡ, көмөш ҡашыҡ - кейәүем менән ҡыҙыма, яҙғы ҡатыҡ, ярыҡ ҡашыҡ - улым менән киленемә", "Көҙгө боҙға көҙгө ҡалынлығы булһа ла ышан, яҙғы боҙға яҫтыҡ ҡалынлығы булһа ла ышанма" һымаҡ мәҡәлдәр, нигеҙҙә, үҙҙәренең тура мәғәнәһендә генә ҡулланыла. Әммә улар быуаттар буйына туплана килгән тормош тәжрибәһенең, күҙәтеүҙәрҙең һығымтаһы булараҡ әйтелеүҙәре менән ҡиммәтле, ысынбарлыҡты дөйөмләштереп һүрәтләүҙәре менән көслө.

Мәҡәлдәрҙең йөкмәткеһе һәр ваҡытта ла тулы бер фекер тәшкил итә, шуға күрә ул тамамланған фраза, һөйләм рәүешендә бирелә. Фекер мәҡәлдең логик кәүҙәләнешен, ә һөйләм уның синтаксик яғын билдәләй. Мәҡәл заман һынауын үткән, иҫбатланған, бәхәсһеҙ дөрөҫлөктө сағылдырғанлыҡтан, уларҙың күпселеге ысынбарлыҡты объектив раҫлауға ҡоролған була. Синтаксик яҡтан ҡарағанда, мәҡәлдәр, нигеҙҙә, хәбәр һөйләм, теркәүесһеҙ ҡушма һөйләм формаһы ала: "Аҡсалының ҡулы уйнай, аҡсаһыҙҙың күҙе уйнай", "Сәләм бирмәгән бер оятлы, яуап бирмәгән мең оятлы", "Атың барҙа ер таны, атаң барҙа ир таны", "Ҡымыҙ тилертә, һаумал һимертә", "Бала баҡмаҡ - йән сыҡмаҡ", "Ҡарт ҡыҙ кейәүҙән ҡурҡмаҫ", "Яҡшы һүҙ балдан татлы" һ.б.

Фекерләүҙең мәҡәлдәрҙә киң таралған икенсе бер төрө - шартлылыҡ. Уны сәбәп-нәтижә бәйләнешенең бер төрө булараҡ баһаларға мөмкин, сөнки бындай мәҡәлдәрҙә әйтеләсәк төп фекер икенсеһенең үтәлеүе йә үтәлмәүе өсөн төп шарт булып тора. "Яҡшы менән юлдаш булһаң - эшең бөтөр, яман менән юлдаш булһаң - башың бөтөр", "Етен сәсһәң күлдәк кейерһең", "Халыҡ теләһә, хан дөйәһен һуйҙырыр", "Ир хәстәрле булһа, ҡатын таҫтарлы булыр".

Күп кенә мәҡәлдәрҙә фекер теләк рәүешендә лә бирелергә мөмкин. "Баҫһаң баҡыр өҙөрлөк, типһәң тимер өҙөрлөк бул", "Дауға барма, яуға бар", "Ҡурҡаҡ менән юлдаш булма, көйһөҙ менән моңдаш булма" кеүек мәҡәлдәр быны бик асыҡ раҫлап тора.

Мәҡәлдәрҙең төп сығанағы - халыҡтың көндәлек тормош-көнкүреше, уның быуаттар буйы туплана килгән тормош тәжрибәһе. Башҡорт мәҡәлдәренең нигеҙендә лә халыҡтың тарихи үткәне, тормош-көнкүреш тәртибе, кәсеп-һөнәре сағылып ҡалған. Тапҡыр һүҙ һәм мәҡәлдәр башҡорт халҡының рухи культураһының һәм телмәр байлығының айырылмаҫ бер өлөшөн тәшкил итә, шуға күрә лә уларҙың танып-белеү әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. "Ҡурай тартһаң, көй булыр, бүрәнә тартһаң, өй булыр", "Ерен һатҡан - гүрен һатҡан", "Барма бейгә - үҙе килер өйгә, барма ханға - үҙе килер малға" кеүек мәҡәлдәрҙә, мәҫәлән, башҡорт халҡының тарихына һәм тормош-көнкүрешенә бәйле уйланыуҙарының ятыуын күрмәү мөмкин түгел.

Мәҡәлдәрҙең тағы бер мөһим үҙенсәлеге - уларҙың вариантлы булыуы. Айырым осраҡтарҙа бер үк фекер мәғәнәләре яғынан бер-береһенә оҡшаш булған мәҡәлдәр аша бирелергә мөмкин. "Ерле - ерендә, екәне - күлендә", "Илле - илендә, йүкәһе - күлендә", "Илле - илендә, ерле - ерендә" кеүек мәҡәлдәрҙе, мәҫәлән, үҙ-ара варианттар тип ҡарарға кәрәк. "Бер ат арҡаһында мең ат һыу эскән" һәм "Бер ҡуй арҡаһында мең ҡуй һимергән", шулай уҡ "Аш ашҡа - урыны башҡа" һәм "Аш ашҡа - дуҫ башҡа" һымаҡ мәҡәлдәр ҙә варианттарҙы тәшкил итә. Күренеүенсә, вариантлы мәҡәлдәр синтаксик яҡтан бер төрлө була. Шуға күрә лә халыҡ ижадында мәғәнәләре һәм төҙөлөшө менән оҡшаш булған мәҡәлдәрҙең бер-береһе менән берләшеү тенденцияһы аша ла йәшәй. "Һәр ҡунаҡтың үҙ көйө була", "Һәр табындың үҙ йыры була" кеүек мәҡәлдәр, мәҫәлән, икеһе ике мәҡәл булып та, бер мәҡәл рәүешендә лә осрай.

Мәҡәлдәрҙең йөкмәткеһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йөкмәткеһе буйынса, йәғни идея-тематик яҡтан, башҡорт халыҡ мәҡәлдәре түбәндәге төркөмдәргә бүленә:

  1. Кешеләрҙең хеҙмәт эшмәкәрлеген сағылдырған мәҡәлдәр.
  2. Халыҡтың ижтимағи тормошо (синфи мөнәсәбәттәр)хаҡындағы мәҡәлдәр.
  3. Шәхси сифаттар, әхлаҡ, әҙәп нормалары һәм кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе һүрәтләгән мәҡәлдәр.
  4. Донъя, ғүмер, яҙмыш тураһындағы мәҡәлдәр.

Ғөмүмән, әйтелгәндәрҙең бөтәһен дә иҫкә алғанда, В.Г. Белинскийҙың "Поэзия мәҡәлдән башлана" тигән фекере инҡар итеп булмай торған хәҡиҡәт дәрәжәһенә күтәрелә. Беҙҙең мәҡәлдәребеҙ ҙә, башҡа бик күп халыҡтарҙың мәҡәлдәре шикелле, бик боронғо замандарҙа барлыҡҡа килгән. Уларҙың шиғри формаһы, образдары тиҫтәләгән быуын кешеләренең быуаттар буйы һуҙылған ижад эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә тыуған, үҫкән, камиллыҡ алған. Һүҙ сәнғәтенең аҫыл үрнәктәре булған мәҡәлдәр быуаттан быуатҡа, быуындан быуынға күсеп, халҡыбыҙҙың үткән тормошо, ижад ҡеүәһе тураһында хәбәр алып килеүсе йәнле шаһиттар ул. Башҡорт халҡының милли культураһын уның тәрән мәғәнәле, үҙенән-үҙе хәтергә һеңеп бара торған юғары образлы мәҡәлдәренән тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел.

  • Галин С.Ә. Тел асҡысы халыҡта. Өфө "Китап", 1999, 187-189-сы биттәр.
  • Нәҙершина Ф.А. Халыҡ һүҙе. Өфө, 1983,79-сы, 117-се биттәр.
  • Псәнчин В.Ш. Һүҙ тылсымы. Өфө "Китап", 1996, 86-сы бит.
  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)
  2. Русско-башкирский терминологический словарь по языкознанию (Г.Д.Зайнуллина, 2002)