Эстәлеккә күсергә

Беата Шидло

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Beata Szydło битенән йүнәлтелде)
Файл:Beata Szydło (2016 cropped).jpg
Беата Шидло, 2016

Беата Мария Шидло (пол. Beata Maria Szydło) никах алдындағы шарифы Кусиньска (Kusińska; 1963 йылдың 15 апрель (алағарай) көнө Освенцим ҡалаһында тыуған) — Польша сәйәсмәне һәм урындағы идара эшмәкәре, V, VI, VII һәм VIII-се саҡырылышы депутаты (вәкиләһе, пол. posłanka). 2015 йылдың ҡырпағай (ноябрь) айының 16 көнөнән Польша Министрҙар шураһы рәйесе (пол. prezes Rady Ministrów) вазифаһын башҡара.

Алған белеме һәм эше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1987 йылда Ягеллон университетының Фәлсәфә-Тарих факультетында этнография йүнәлешендә уҡыуҙы тамамлаған. 1989—1995 йылдарҙа шул уҡ факультетта докторант була. 1997 йылда Варшавалағы Төп Сауҙа Мәктәбендә мәҙәниәт менеджерҙары өсөн программаһын тамамлай, 2001 йылда иһә Краковтағы Иҡтисад Академияһында Европа Берләшмәһендәге урындағы хөкүмәт менән идара итеү программаһында ҡатнаша. 1987 йылдан 1995 йылғаса Краков ҡалаһының Тарихи музейында ассистент булып эшләгән, артабан Либёнж ҡалаһының мәҙәниәт үҙәгендә идара эштәре менән шөғөлләнгән.1997-1998 йылдарҙа Бжешче ҡалаһындағы мәҙәни үҙәк директоры вазифаһын башҡара, артабан иһә 2005 йылғаса Бжешче гминаһының бурмистры вазифаһында була. 1998—2002 йылдарҙа шулай уҡ Solidarność Һайлаусылар Акцияһы исемлеге ағзаһы булараҡ Освенцим повяты шураһы ағзаһы вазифаһын үтәй. 2002 йылда Кесе Польша сеймигына һайлана (Wspólnota Małopolska-ның исемлегенән), әммә бурмистр вазифаһында ҡала.

2004 йылда Бжешче гминаһындағы Ирекмән Пожар Стражаһы рәйесе урынбаҫары булып һайлана. Шул уҡ йылда International Visitor Leadership Program тигән курста ла ҡатнаша.

2015 йылға тиклемге сәйәси эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2005 йылда уңышһыҙ Platforma Obywatelska фирҡәһенә инеп ҡарағас, артабанғы сәйәси эшмәкәрлеген Prawo i Sprawiedliwość фирҡәһе менән бәйләй. Тап ошо фирҡәнең исемлектәренән ул Сеймдың бишенсе саҡырылышы вәкиләһе итеп һайлана (Хшанув округында 14 447 тауыш яулай). Ошо ваҡытта Сеймдың Хужалыҡ комиссияһы һәм Урындағы идара һәм Төбәк Сәйәсәте комиссияһы эшендә ҡатнаша. 2007 йылғы парламент һайлауы һөҙөмтәһендә Сеймға икенсе тапҡыр һайлана, яулаған тауыштар һаны 20 486. 2010 йылда фирҡә рәйесе урынбаҫары булып һайлана. 2011 йылғы һайлауҙа ла уңышлы ҡатнаша, 43 612 тауыш яулай. 2014 йылдың һарысайында PiS-тың ҡаҙнасы вазифаһын ала. Сеймдың VI һәм VII саҡырылыштарында Ижтимағи Финанс комиссияһы рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡарған.

Министрҙар Шураһы рәйесе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2015 йылдың 20 майайында (июлендә), парламент һайлауы үткәс, Ярослав Качиньский 96 127 тауыш яулаған Беата Шидлоның мөмкин кандидатландырыуы тураһында хәбәр итә. 2015 йылдың 27 ҡарасайында PiS-тың Сәйәси комитеты был ҡарарҙы раҫлай. 9 ҡырпағай көнө Ярослав Качиньский Беата Шидло кандидатураһын раҫлай, үҙе иһә министрлыҡ вазифаларына кандидаттарҙың исемдәрен тәҡдим итә. Ҡырпағайҙың 13-өндә Өсөнсө Поляк Республикаһы Президенты Анджей Дуда уның премьер булып китеүенә ризалаша, өс көндән һуң яңы Хөкүмәт ағзаларын анттарын рәсми рәүештә ҡабул итә. 2015 йылдың ҡырпағайҙың 18-ендә Беата Шидло хөкүмәттең рәсми программаһын тәҡдим иткәс, Парламент ағзаларының күпселеге уның хөкүмәтенә ышаныс вотумын бирә. Сеймдың 236 ағзаһы риза була, 202-һе ҡаршы тип тауыш бирә, 18-е икеләнә.

1987 йылдан алып Беата Шидлоның ире Эдвард Шидло була. Белеме — тарихсы, эш урыны — Освенцимдағы Мәктәп-Тәрбиә үҙәге. Шулай уҡ Освенцимдағы Ижтимағи Идара һәм Сауҙа Мәктәбе директоры вазифаһын башҡара. Ғаиләнең ике улы бар — Тымотеуш һәм Блажей.