Эстәлеккә күсергә

Ҡатнашыусы:Мазина Шук

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡүбәләк – Тиләү.


Ғилми Һәм тарихи яҙмаларҙа ошо ике ырыу исеме һәр саҡ йәнәш ҡулланыла. Хатта ҡайһы ваҡыт был ике атама араһында һыҙыҡса ла ҡуялар. Тимәк, ундай кешеләр был һүҙҙәрҙе бер үк ырыу тип һанай. Риүәйәттәргә һәм тарихи сығанаҡтарға ҡарағанда, Ҡүбәләк менән Тиләү ырыу-ҡәрҙәштәр. Улар, тарихтан билдәле булыуынса, һәр саҡ күрше булып йәшәгән. Элек-электән Ҡүбәләк һәм Тиләү ырыуҙары үҙҙәренең үҙҙаллылыҡтарын һаҡларға, хөрмәт итергә ынтылған, ырыу атрибуттарына тоғро ҡалған.

Заманында Тиләү тигән ауыл да булған. Тик 1921 йылғы аслыҡтан һуң юҡҡа сыҡҡан. Иҫән ҡалғандары күрше Мәҫкәү ауылына күскән.

Хәҙер Тиләү ырыуына Мәҫкәү, Ташҡыя, Йәһүҙә, Науырҙа, Ғәҙелша, Сораман, Көсөн, Яңы Байрамғол, Кәйепҡол, Муса, Ҡалуй, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол, Амангилде, Ғәлиәхмәр, Рафиҡ, Кипмәк ауылдары ҡарай.

Ҡүбәләк ырыуына Учалының көньяҡ өлөшөндә Түбәнге Ҡарағужа, Ҡаҙаҡҡол, Ҡобағош, Оҙонгул, Баттал, Аһылай ауылдары ҡарай. Әбйәлил районының төньяғында Аһылай (Өскүл), Рәхмәт, Яйҡар (Кәтә), Байым, Иҫке Балапан, Яңы Балапан, Туйыш, Йәнәкәй, Мораҡай һәм Белорет районының Абҙаҡ ауылдары ла – Ҡүбәләк ырыуыныҡы.

30-сы йылдарҙан һуң был ырыу-тәүҙә ике, 1964 йылдан һуң 3 районға бүленеп ҡалды.

Совет власының тәүге йылдарында Ҡүбәләк – Тиләү волосы булған. Ул үҙәге Белорет булған Тамъян – Ҡатай кантонына ҡараған. Боронғораҡ осорҙа, мәҫәлән XVIII быуатта һәр ырыу үҙе бер волос булып йәшәгән. Рәсәй чиновниктарына башҡорт халҡы менән шундай етәкселек итеү уңайлыраҡ булғандыр, моғайын. Хәҙер XX быуат аҙағында, ҡайһы бер кешеләр үҙҙәренең ҡайһы ырыуға ҡарауын да белмәй.

Был ике ырыу тарихына күҙ һалайыҡ. Тиләү ырыуы тарихы Алтай дәүеренә барып тоташа. Ниндәй сәбәп арҡаһында башҡорт ырыуҙары Урта Азияға күсеп китә. Унда йәшәгәндә, Тиләү ырыуы көсәйеп, зурайып китә. Профессор Рим Янғүжин үҙенең “Табындар” тигән мәҡәләһендә (“Башҡортостан”, 23.07.1991 й ) түбәндәге юлдарҙы яҙа: “Алтын Урҙа заманында тиләүҙәр бер бөтөн конфедерация булып йәшәгән. Әммә тарихи шарттар арҡаһында улар башҡорттар, ҡаҙаҡтар, үзбәктәр һәм ҡарағалпаҡтарға бүленгән”.

Башҡорт тиләүҙәре һәм күбәләктәр төньяҡҡа күсенгән. Хәҙерге Туймазы, Шаран районы ерҙәренә килеп төпләнгән булырға тейеш. Туймазы ҡалаһын һәүәҫкәр тарихсы Мирғәзиән Мирхәйҙәров ағай тикшереүҙәренә ҡарағанда, улар Тамъян, Әйле, Меңле ырыуҙары менән күрше булып йәшәгәндәр. Хәҙерге Башҡортостандың көнбайыш өлөшөндә йәшәгәндә лә Ҡүбәләк һәм Тиләү ырыуҙары бер-береһе менән яҡын күрше булып бик татыу йәшәгән.

Тирә-яҡта ҙур ырыуҙар булыуы, етмәһә, Ҡазан ханлығының яҡынлығы, шул ханлыҡ вәкиле, башҡорттар өҫтөнән хакимлыҡ итеусе Өфө кенәзе Ҡарағөлөмбәттең ҡанығыуы ике ырыуға ла йәйрәп йәшәргә мөмкинлек бирмәй, Ҡүбәләк, Тиләү ырыуын ҡыҫырыҡлай башлай.

Халыҡ ижады әҫәрҙәренә ҡараҡанда, Ҡүбәләк һәм Тиләүҙең мең башы Ҡобағош сәсән, ғәҙелһеҙлеккә риза булмай, хан вәкилдәренә каршы сыға, әммә еңелә.

Риүәйәттәргә ҡарағанда, хан кешеләре Ҡобағошто эҙәрлекләй башлай. Ул Бөйрән мәмерйәһендә йәшеренеп ҡала. Күрәһең, ул боронғо күршеләре – табындар менән яҡшы мөнәсәбәттә һәм аралашып йәшәгәндәр. Мең башлығы Ҡобағош табындар менән килешеп, Ҡүбәләк һәм Тиләү ырыуҙарын яңы урынға, Урал артына күсергән. Мейәс менән Миндәк йылғалары араһында йәйләүҙәрен беләбеҙ – Ҡара табын шәжәрәһе буйынса.

Тимәк, табындар Ҡүбәләк һәм Тиләү ырыуҙары кешеләренә үҙҙәренең Миндәк, Ҡыҙыл йылғалары башындағы ерҙәрен биргән булып сыға.

Әммә Ыҡ буйҙарында ла, алыҫ ерҙәргә күсмәйенсә, Ҡүбәләк һәм Тиләү ырыуҙары кешеләре ҡалған булып сыға.

Һәүәҫкәр тарихсыбыҙ Мирғәзиән Мирхәйҙәров: “Шаран районындағы тиләүҙәр хәҙер татар булып яҙылған, тимәк, ырыуы менән юҡҡа сыҡҡандар”, - тип әсенеп яҙа.

Әлеге көндә лә ул яҡтарҙа Ҡыр Тиләүле, Ялан Тиләүле, Иҫке Тиләүле тигән ауылдар бар.

Ә Урал артына күскәс, Ҡүбәләк һәм Тиләү ырыуҙары әле лә үҙ телдәренә, ғөрөф-ғәҙәттәренә хыянат иткәндәре юҡ.

Яңы урында ла Ҡүбәләк һәм Тиләү ырыуҙарын майлы бутҡа көтмәгән. Урал арты тигеҙлектәрен ҡалмыҡ ырыуҙары гиҙгән. Юҡ-юҡ та улар, күрше башҡорт ырыуҙарына һөжүм итеп, малын, кешеләрен ҡыуып алып китер булған. Ҡалмыҡтар Түбәнге Волга буйына күсеп киткәс, уларҙың урынын ҡаҙаҡ ырыуҙары кандидаты Барый Ғайса улы Әхмәтшин- Ҡарағүжа ауылынан. Филология фәндәре кандидаты Илдус Ҡасим улы Бүләков – Мәҫкәү ауылынан, профессор Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов Сорман ауылынан һәм башҡалар. Өс тиҫтә ярым ғына ауылды тәшкил иткән был ике ырыу өсөн шундай һәләттәр сығыуы һис тә аҙ түгел. Ә башҡа тармаҡта эшләүселәр, үҙ эштәренең оҫталары һәр ауылда ла етерлек.

Күбәләк һәм Тиләү ырыуҙарында электән дә һәм хәҙер ҙә Ҡобағош сәсән кеүек ысын мәғәнәһендә ынтылышлы, еңелмәҫ рухлы, дөрөҫлөккә, хаҡлыҡҡа ынтылыусы кешеләр йәшәгән һәм әле лә йәшәй, эшләй, ижад итә.


Был ҡатнашыусы Башҡорт Википедияһында 1 йыл, 7 ай, 24 көн.