Эстәлеккә күсергә

Ҡатнашыусы:Мәҙинә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Был ҡатнашыусы Башҡорт Википедияһында 4 йыл, 18 көн.

Атайыма

"Атайыңа оҡшағанһың", тиеп

Әйтә уны белгән кешеләр.

Оло баһа итеп ҡабул итәм -

Ерҙең йәме атам ишеләр.

Дан-шөһрәткә һис тә ҡыҙманы ул,

Ябайлыҡта ине асылы.

Атайымда күрҙем - ниндәй була

Ысын ир-егеттең аҫылы.

Өлгө булдың, атай, бик күптәргә,

Тормош юлың китап яҙырлыҡ.

Бушҡа йәшәмәнең - кешеләр бар

Һине һағынып иҫкә алырлыҡ.



Туған тел.

Ерҙә кеше һөйәгенән

Убалар үҫкән…

Тел — тере шишмә — үлмәгән,

Бөгөнгә еткән!

Шул тел менән тыуҙым, үҫтем,

Торам бөгөн дә.

Аңлай мине ғәзиз халҡым

Туған телемдә.

Минең телем — тыуған ерем,

Әсәм тауышы,

Халҡымдың бай хазинаһы,

Таҙа намыҫы!

Ерҙә халыҡ йәшәй икән,-

Теле лә йәшәй!

Телен асҡанда, һәр бала

Әйтәсәк «Әсәй!».

Мин сикһеҙ хөрмәт итәмен

Халҡымдың телен,

Ә кем уны һаңға һуҡмай,

Хурлай тик үҙен !..

Баязит Бикбай.