Баҡса культуралары
Баҡса культуралары – ҡабаҡ һымаҡтар ғаиләһендәге 114 ырыуҙағы 760 төрҙө берләштергән (ҡарбуз, ҡауын, ҡабаҡ) үҫәмлектәр. Улар араһында ағас һәм ҡыуаҡ һымаҡ үҫкәндәре лә бар. Баҡса культуралары килеп сығышы менән тропик һәм субтропик Азия, Африка, Америка илдәренән. Йылы, яҡтылыҡ яратыусан, ҡырауға сыҙамһыҙ, вегетация осоро оҙаҡҡа һуҙыла. Дымды күп сарыф итәләр, әммә тамыр системаһы ҡеүәтле булғанға, сағыштырмаса ҡоролоҡҡа бирешмәйҙәр. Сәскәләре биш мөйөш тибында, бер өйлө, ата һәм инә сәскәле, бал ҡорттары ярҙамында һеркәләнә. Емеше - күп орлоҡло итләс ялған еләк.
Ҡабаҡ (Cucurbita) төп баҡса культураһы булып һанала. 20-гә яҡын төрө билдәле, нигеҙҙә, 2 төрө үҫтерелә: ябай ҡабаҡ (Cucurbita pepo L), төрөнә шулай уҡ ҡабаҡса, патиссон һәм эре ҡабаҡтар (Cucurbita maxima) керә. Ҡабак дымлы һәм уңдырышлы тупраҡты ярата, әммә тармаҡланып ергә тейеп торған һабаҡтарынан өҫтәмә тамырҙар ебәргәнгә, артыҡ һыу һибеү кәрәкмәй. Япраҡтары бик ҙур, төҙөлөшө өс бүлемле, ситтәре теүәл, ә ҡайһы берҙәре телгәләнгән (ҡабаҡсаларҙыҡы). Емештәре бик эре, 5-15-тән 30-40 кг-ға тиклем, төрлө формала: яҫы түңәрәк, түңәрәк, оҙонса түңәрәк; һоро, йәшел, һары, ҡыҙғылт-һары һәм буйлы-буйлы. Емеш йомшағы аҡһыл-һарынан асыҡ ҡыҙғылт төҫкә тиклем була, күп орлоҡло. Составында 15-18% ҡоро матдәләр, 8-10% шәкәр, С һәм В төркөмө витаминдары, каротин, пектин матдәләре бар. Ашау өсөн нигеҙҙә бешереп йә иһә ҡыҙҙырып ҡулланыла. Яҡшы өлгөргән тығыҙ ҡабыҡлы ҡабаҡтар яҙға тиклем һаҡлана. Эре емешле сорттары мал аҙығы булараҡ та ҡулланыла. Үҫентеләрен июнь башында күсереп ултырталар (үҫенте өсөн орлоҡтарын 20-25 көн алдан сәсәләр). Мал аҙығы өсөн үҫтерелә торған ҡабак һәм ҡабаҡсаларҙы май аҙағында асыҡ грунтҡа сәсергә мөмкин.
Ҡарбуз (Citrullus) - иң йылы яратыусы, эҫегә һәм ҡоролоҡҡа сыҙам культура. Уны уңышлы үҫтереү өсөн әүҙем температуралар суммаһы +2500 °C, ҡырауһыҙ көндәрҙең дауамлылығы 130-150 көндән кәм булмаҫҡа тейеш, иң оптималь температура +25-30 °C. Япраҡтары өс бүлемле, бик ныҡ телгәләнгән. Емештәре түңәрәк, оҙонса-түңәрәк, ә емешенең йомшағы алһыу, һыуһыл һәм баллы. Орлоҡтары эре, яҫы, ҡоңғорт йәки ҡара төҫтә, емеш йомшағында тигеҙ таралып урынлашалар. Сентябрҙә өлгөрә. Үҫентеләр ярҙамында үҫтерелә (үҫенте алыр өсөн орлоҡтарҙы 25-30 көн алдан сәсәләр). Көньяҡҡа ҡараған яҡшы йылына торған һөҙәклектәрҙә (тау биттәрендә) еңел, уңдырыш лы тупраҡты ярата.
[Ҡауын]]ды ла, ҡарбуз кеүек үк, һәүәҫкәр баҡсасылар үҫтерә ала. Япраҡтары өс айырсалы, бүлгеләнгән, бәләкәй. Емештәре оҙонса-түңәрәк йәиһә түңәрәк, емеш йомшағы һәм ҡабығы (тышсаһы) һары төҫтә, емеше бик тәмле, тығыҙ һәм хуш еҫле, өлгөргән һәм киптерелгән килеш тә ҡулланыла. Оҙонса-түңәрәк, ауырлығы 1,5-2,5 килограмм тәшкил иткән «Колхозница» сорты тиҙ өлгөрөүсән. Үҫентеләрҙән үҫтерелә.
Баҡса культуралары Викимилектә | |
Баҡса культуралары Викияңылыҡтарҙа |
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Татар энциклопедияһы 2013 йыл 7 декабрь архивланған. (тат.)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Овощные и бахчевые культуры. М., 1955; Приусадебное хозяйство. М., 1983; Шестаев А.Л. Овощные и бахчевые культуры на приусадебном участке. М., 1992.
Баҡса культуралары |
Ҡарбуз | Ҡауын | Йылан һымаҡ ҡауын | Ашҡабаҡ | Ҡыяр | Патиссон | Ҡабаҡ |