Эстәлеккә күсергә

Беларусь Республикаһы Президенты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Беларусь Республикаһы Президенты
Прэзідэнт Рэспублікі Беларусь

Президент штандарты

Вазифаны биләй
Александр Григорьевич Лукашенко
1994 йылдың 10 июленән
Рәсми резиденцияһы

Бойондороҡһоҙлоҡ һарайы (Минск)

Һайлана

тура һайлауҙар һөҙөмтәһе буйынса

Вәкәләт мөҙҙәте

5 йыл, 2 сроктан артыҡ түгел (1994—2004), сколько? сроков(с 2004)

Вазифа булдырыла

1994 йылдың 10 июленән

Вазифала беренсе

Лукашенко Александр Григорьевич

Сайт

www.president.gov.by

Беларусь Республикаһы Президенты (бел. Прэзідэнт Рэспублікі Беларусь) дәүләт башлығы, Беларусь Республикаһы конституцияһы, кеше һәм гражданин хоҡуғы һәм ирке гаранты. Ул башҡа дәүләттәр һәм халыҡ-ара ойошмалар менән мөнәсәбәттә Беларусь Республикаһы исеменән эш алып бара. Президент булып Беларусь Республикаһында тыуған, йәше 35-тән кәм булмаған, һайлау хоҡуғы булған һәм һайлауҙан алда ун йылдан да кәм түгел Беларусь Республикаһында даими йәшәгән Беларусь Республикаһы гражданины һайлана ала. Рәсми рәүештә, Президент 5 йылға һайлана. Беларусь Конституцияһына ярашлы, Президент бөтә вәкәләтлек осоронда сәйәси партияларҙа һәм сәйәси маҡсаттар ҡуйған башҡа йәмәғәт ойошмаларында ағзалығын туҡтата.

Ҡалып:Белоруссия сәйәсәте 1991—1993 йылдарҙа Юғары Советта Беларуста президент посы индереү идеяһы тикшерелде. Был тәҡдимде бигерәк тә депутаттар: Гончар Виктор Иосифович, Лебедько Анатолий Владимирович, Дмитрий Булахов, Леонид Синицын яҡланы. 1993 йылдың майында Юғары Советтың ун икенсе сессияһында көн тәртибенә илдең Конституцияһына үҙгәреш индереү һәм президент посы индереү мәсьәләһе ҡуйылды. Шунда президент посы индерергә ҡарар ителде һәм һайлау үткәреү ваҡыты билдәләнде.[1] Беренсе Беларусь президентын һайлау (беренсе тур) 1994 йылдың 23 июнендә һәм (икенсе тур) 10 июлдә үтте, шул ваҡытта конституцияға 35 йәштән өлкәнерәк (элек 40 йәштән ине) кандидатҡа һайлауҙа ҡатнашырға мөмкинлек биреүсе беренсе үҙгәреш индерелде. Һайлауҙа 6 кандидат ҡатнашты. Беренсе турҙа өс лидер: Лукашенко Александр Григорьевич — 44,82 %, Кебич Вячеслав Францевич — 17,32 %, Позняк Зенон Станиславович — 12,82 % тауыш йыйҙы. Икенсе турҙа 80 % тирәһе тауыш йыйып Александр Лукашенко еңде. 1996 йылдың 24 ноябрендә Беларуста референдум үткәрелә, унда башҡарма властың һәм президенттың вәкәләтлеген арттырыусы төҙәтмә индерелә һәм ҡайһы бер башҡа мәсьәләләр хәл ителә. Төҙәтмәләр индереүгә һайлаусыларҙың күпселеге ыңғай тауыш бирә. Был референдум һәм бөтә бынан һуңғы Беларусь Республикаһы президентын һайлауҙар халыҡ-ара берләшмәләр тарафынан демократик һәм ҡағиҙәләргә ярашлы тип танылманы[2]. 1994 йылғы беренсе редакциялағы Конституцияға ярашлы, президент Лукашенконың вәкәләтлеге 1999 йылдың 20 июлендә бөтә. Элекке депутаттар Беларусь Республикаһы президентын һайлау үткәрергә тигән ҡарар ҡабул итә. 1999 йылдың 16 майында президент һайлауҙары үтә. Кандидаттарҙың береһе лә 50 %-тан күберәк тауыш йыя алмай, ләкин Зенон Позняк алда бара. Һөҙөмтәлә һайлау танылмай. Ошонан һуң хөкүмәт етәкселәре оппозицион сәйәсмәндәрҙең юғалыуын ойошторалар[3]. 1999 йылдың 21 июлендә, тәүге редакциялағы 1994 йылғы Конституцияға тоғро булған 13-сө саҡырылыш Юғары Совет депутаттары, Семён Шарецкийҙы Беларусь президенты бурыстарын башҡарыусы тип тәғәйенләй. Көнбайыш берләшмәләр тарафынан Шарецкий Беларустың законлы башлығы тип таныла. 2001 йылдың 9 сентябрендә Ермошина Лидия Михайловна етәкселегендәге Үҙәк Һайлау Комиссияһы президент һайлауҙары үткәрә. Унда 75,62 % тауыш йыйып Александр Лукашенко еңеп сыға[2]. Һайлауға тиклем һәм һайлауҙан һуң илдә протест акциялары үтә. 2004 йылдың 17 октябрендә конституцияға президент срогын сикләүҙе алыусы төҙәтмәләр индереү буйынса референдум үтә. Һайлаусыларҙың 77,3 % -ы[2] был үҙгәртеүҙе яҡлай. Әйтергә кәрәк, ике срокка сикләүҙе юҡҡа сығарыусы «Беларусь Республикаһы президенты тураһында» законға үҙгәртеүҙәр, Республика Советы тарафынан тик 2006 йылдың 5 октябрында ғына хуплана[4] Шулай итеп, 2006 йылда Беларуста президент һайлауҙары үткәргән ваҡытта президент срогы һанына сикләүҙәр булмаған һәм 81 статьяһы Президенттың вәкәләтлек срогы — биш йыл. Бер үк кеше ике сроктан артыҡ президент була алмай. тигән президент тураһында законы булған конституция ғәмәлдә була. Әммә, Конституцияның 137 статьяһы буйынса, ҡапма-ҡаршылыҡтар булғанда, ул закондар һәм ҡарарҙар алдында өҫтөнлөктәргә эйә. Референдумдан һәм парламент һайлауҙарынан һуң Минскта биш көнлөк протест үтә. 2006 йылдың 19 мартында сираттағы Беларусь Республикаһы президентын һайлауҙар үтә. Унда 83 % тауыш йыйып Александр Лукашенко еңә[2]. Был һайлауҙарҙан һуң Зәңгәр-күк революция була. 2010 йылдың 19 декабрендә сираттағы Беларусь Республикаһы президентын һайлауҙар үтә. Унда 72,2 % тауыш йыйып Александр Лукашенко тағы ла еңә. Шул уҡ ваҡытта, оппозиция вәкилдәре һәм халыҡ-ара күҙәтеүселәр һайлау фальсификацияланды тип иҫәпләй. Һайлауҙан һуң Минскта санкцияланмаған протест акцилары үтә, унда ҡатнашыусылар милиция һәм эске ғәскәрҙәр частары тарафынан аяуһыҙ ҡыуыла. 2015 йылдың 11 октябрендә сираттағы Беларусь Республикаһы президентын һайлауҙар үтә. Унда 83,5 % тауыш йыйып Александр Лукашенко тағы ла еңә. Һайлауҙарҙы Европа союзы таный. Һайлауҙарҙан һуң күмәк манифестациялар булмағанлыҡтан, 2010 йылғы һайлауҙарҙан һуң индерелгән ЕС санкциялары туҡтатыла.

Президенттың статусы, хоҡуҡтары һәм бурыстары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Президенттың статусы, хоҡуҡтары һәм бурыстары Беларусь Республикаһы Конституцияһы менән билдәләнә[5]:

Статья 80:

  • Президент булып Беларусь Республикаһында тыуған, йәше 35-тән кәм булмаған, һайлау хоҡуғы булған һәм һайлауҙан алда ун йылдан да кәм түгел Беларусь Республикаһында даими йәшәгән Беларусь Республикаһы гражданины һайлана ала.

Статья 81:

  • Президент туранан-тура Беларусь Республикаһы халҡы тарафынан дөйөм, ирекле, тиң һәм тура һайлау хоҡуғы нигеҙендә йәшерен тауыш биреү юлы менән биш йылға һайлана.
  • Президент вазифаһына кандидаттар Беларусь Республикаһы граждандары тарафынан 100 меңдән кәм булмаған һайлаусы ҡултамғаһы булғанда тәҡдим ителәләр.
  • Президент һайлауҙары вәкилдәр Палатаһы тарафынан алдағы президенттың вәкәләтлек срогы үтеүгә биш айҙан кәм булмаған ваҡытта билдәләнә һәм ике айҙан кәм булмаған ваҡытта үткәрелә.
  • Әгәр Президент вазифаһы вакантлы булһа, һайлауҙар вакансия асылған көндән 30 көн алда һәм 70 көндән һуңыраҡ булмаған ваҡытта үткәрелә.

Статья 82:

  • Әгәр тауыш биреүҙә һайлаусылар исемлегенә ингән Беларусь Республикаһы граждандарының яртыһынан күберәге ҡатнашһа, һайлау булды тип иҫәпләнә.
  • Әгәр һайлауҙа ҡатнашҡан Беларусь Республикаһы граждандарының яртыһынан күберәге уның өсөн тауыш бирһә, Президент һайланған тип иҫәпләнә.
  • Әгәр бер кандидат та кәрәкле һандағы тауыш йыя алмаһа, ике аҙна ваҡыт эсендә һайлаусыларҙың иң күп һандағы тауышын йыйған ике кандидат буйынса һайлауҙың икенсе туры үткәрелә. Ҡабатлап тауыш биреүҙә, тауыш биреүҙә ҡатнашҡан һайлаусыларҙың яртыһынан күберәгенең тауышын алған президентҡа кандидат һайланған тип иҫәпләнә. Президент Һайлауҙары үткәреү тәртибе Беларусь Республикаһы законы менән билдәләнә.

Статья 84: Беларусь Республикаһы президенты:

  1. республика референдумдарын билдәләй;
  2. вәкилдәр палатаһына, Республика Советына, урындағы һайланған органдарға сираттағы һәм сираттан тыш һайлауҙарҙы билдәләй;
  3. конституцияла ҡаралған осраҡтарҙа һәм тәртиптә палатаны тарата;
  4. һайлауҙар һәм республика референдумдарын үткәреү буйынса Беларусь Республикаһы Үҙәк комиссияһының алты ағзаһын тәғәйенләй;
  5. Беларусь Республикаһы Президенты Администрацияһын, башҡа дәүләт идара итеү органдарын, шулай уҡ президент янындағы консультатив- кәңәш итеү һәм башҡа органдарҙы төҙөй, тарата һәм үҙгәртеп ҡора;
  6. вәкилдәр Палатаһы ризалығы менән Премьер-министр вазифаһына тәғәйенләй;
  7. Беларусь Республикаһы Хөкүмәте төҙөлөшөн билдәләй, Премьер-министрҙың урынбаҫарҙарын, министрҙарҙы һәм Хөкүмәттең башҡа ағзаларын тәғәйенләй һәм вазифаһынан бушата, Хөкүмәттең һәм уның ағзаларының отставкаға китеүе тураһында ҡарар ҡабул итә;
  8. Республика Советы ризалығы менән Конституцион суд Рәйесе, Юғары Суд Рәйесе, Юғары Хужалыҡ Суды Рәйесе вазифаһына был судтарҙың судьялары араһынан тәғәйенләй;
  9. Республика Советы ризалығы менән Юғары Суд судьялары, Юғары Хужалыҡ Суды судьялары, һайлауҙар һәм республика референдумдарын үткәреү буйынса Үҙәк комиссияһының Рәйесе, Генераль прокурор, Милли банк Рәйесе һәм Идара ағзалары вазифаһына тәғәйенләй;
  10. Конституцион судтың алты судьяһын, Беларусь Республикаһының башҡа судьяларын тәғәйенләй;
  11. Конституцион судтың Рәйесен һәм судьяларын, Юғары Судтың Рәйесен һәм судьяларын, Юғары Хужалыҡ Суды Рәйесен һәм судьяларын, һайлауҙар һәм республика референдумдарын үткәреү буйынса Үҙәк комиссияһының Рәйесен һәм ағзаларын, Генераль прокурорҙы, Милли банк Рәйесен һәм Идара ағзаларын, закон менән ҡаралған нигеҙҙә һәм Республика Советын иҫкәртеп, вазифаһынан бушата;
  12. дәүләт контроле Комитеты Рәйесе вазифаһына тәғәйенләй һәм вазифаһынан бушата;
  13. Беларусь Республикаһы халҡына дәүләттәге хәл һәм эске һәм тышҡы сәйәсәттең төп йүнәлештәре тураһында яҙма мөрәжәғәт итә;
  14. һәр йыл һайын Парламентҡа, вәкилдәр Палатаһы һәм Республика Советы ултырыштарында тикшерелмәй тыңлана торған хат менән мөрәжәғәт итә; Парламент һәм уның органдары эшендә ҡатнашырға, улар алдында теләһә ниндәй ваҡытта телмәр һәм белдереү менән сығыш яһарға хоҡуҡлы;
  15. Беларусь Республикаһы Хөкүмәте ултырыштарында рәйеслек итергә хоҡуҡлы;
  16. дәүләт идара республика органдарының етәкселәрен тәғәйенләй һәм уларҙың статусын билдәләй; Парламентта президент вәкилдәрен һәм, әгәр конституция тарафынан башҡаса күҙ уңында тотолмаһа, вазифалары закондар йыйылмаһына ярашлы билдәләнгән башҡа вазифалы кешеләрҙе тәғәйенләй;
  17. Беларусь Республикаһы гражданы итеп ҡабул итеү, уны туҡтатыу һәм һыйыныу урыны биреү мәсьәләләрен хәл итә;
  18. дәүләт байрамдарын һәм байрам көндәрен билдәләй, дәүләт наградалары менән бүләкләй һәм, исемдәр һәм класлы дәрәжәләр бирә;
  19. хөкөм ителгәндәрҙе ярлыҡай;
  20. халыҡ-ара килешеүҙәргә ҡул ҡуя һәм һөйләшеүҙәр алып бара, сит дәүләттәрҙә һәм халыҡ-ара ойошмаларҙа Беларусь Республикаһының дипломатик вәкилдәрен тәғәйенләй һәм кире саҡырып ҡайтара;
  21. уның янында вәкил итеп билдәләнгән сит дәүләттәрҙең дипломатик вәкилдәренең ышаныс һәм саҡырып ҡайтарыу грамоталарын ҡабул итә;
  22. стихиялы бәлә-ҡаза, катастрофа, шулай уҡ кешеләр төркөмө һәм ойошмалар яғынан көс ҡулланыу йәки көс ҡулланыу ҡурҡынысы янаған тәртипһеҙлектәр булған осраҡта, шуның һөҙөмтәһендә кешеләр ғүмеренә һәм һаулығына, дәүләттең территориаль бөтөнлөгөнә һәм йәшәүенә ҡурҡыныс тыуһа, Беларусь Республикаһы территорияһында йәки уның айырым урынында ғәҙәттән тыш хәл индерә, өс көн эсендә ҡабул иткән ҡарарҙы Республика Советына раҫларға бирә;
  23. закондар йыйылмаһында ҡаралған осраҡтарҙа, забастовкалар үткәреүҙе туҡтатырға йәки кисектереп торорға хоҡуҡлы, ләкин өс айҙан да артыҡ булмаған срокка;
  24. закондарға ҡул ҡуя; конституция тарафынан булдырылған тәртиптә, законды йәки уның айырым фекерҙәрен үҙенең ҡаршы фекерҙәре менән вәкилдәр Палатаһына кире ҡайтарырға хоҡуҡлы;
  25. Хөкүмәт акттарын ғәмәлдән сығарырға хоҡуҡлы;
  26. туранан-тура йәки үҙе булдырған органдар аша урындағы идара һәм үҙидара органдары тарафынан закондар йыйылмаһы үтәлеүен контролләй; урындағы депутаттар Советтарының һәм урындағы башҡарма һәм етәкселек итеүсе органдарҙың ҡарарҙарын, улар закондар йыйылмаһына тап килмәһә, туҡтатырға хоҡуҡлы;
  27. Беларусь Республикаһы Хәүефһеҙлек Советын төҙөй һәм етәкселек итә; Хәүефһеҙлек Советы Дәүләт сәркәтибе вазифаһына тәғәйенләй һәм вазифанан бушата;
  28. Беларусь Республикаһы Ҡораллы Көстәренең Баш командующийы булып тора; Ҡораллы Көстәрҙең юғары командование вазифаһына тәғәйенләй һәм вазифанан бушата;
  29. һуғыш хәүефе йәки һөжүм итеү осрағында Беларусь Республикаһы территорияһында хәрби хәл индерә, тулы йәки өлөшләтә мобилизация иғлан итә, өс көн эсендә ҡабул иткән ҡарарҙы Республика Советына раҫларға бирә;
  30. конституция һәм закондар менән уға йөкмәтелгән башҡа вәкәләтлектәрен башҡара.

Беларусь Республикаһы президенты анты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Беларусь Республикаһы президенты вазифаһына тотоноп, Беларусь Республикаһы халҡына тоғро хеҙмәт итергә, кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм иркен хөрмәт итергә һәм һаҡларға, Беларусь Республикаһы Конституцияһын үтәргә һәм яҡларға, миңә һалынған юғары бурыстарҙы тоғро һәм намыҫ менән башҡарырға тантаналы ант итәм.

Резиденцияларҙың иң яңыһы — Еңеүселәр проспектындағы Бойондороҡһоҙлоҡ Һарайы. Унда президент көн һайын эшкә килә. Элекке эшләүсе резиденция — Минск үҙәгендәге «Ҡыҙыл йорт». Совет осоронда Маркс урамы, 38-се йортта коммунистик партия урынлаша, ә хәҙер — президент администрацияһы.

  • Беларусь Республикаһы Хәүефһеҙлек Советы составы
  • Беларусь Республикаһы президенты эргәһендәге идара итеү академияһы
  • Милли Йыйылыш (Беларусь)
  • Беларусь Республикаһы президент библиотекаһы
  • Лукашенко Александр Григорьевич
  • Шарецкий Семён Георгиевич
  1. Владимир Мартьянов, Сергей Олехнович, Салідарнасць, TUT.BY Беларусь. Совершеннолетие. Год 1993-й (русский). — 2009.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Көнбайыш дәүләттәрҙең күҙәтеүселәре билдәләүенсә, 1995 йылдан башлап бөтә һайлауҙар һәм референдумдар тупаҫ боҙоуҙар менән үткәрелә, һәм уларҙың һөҙөмтәләре ялғанлап күрһәтелә тип иҫәпләнә һәм ЕС менән АҠШ уларҙы танымай: [1] [2] [3] [4]
  3. Кампания отчаяния - Белорусы и рынок. Еженедельная аналитическая газета для деловых людей 2017 йыл 7 февраль архивланған.
  4. Совет Республики одобрил поправки в законы по вопросам проведения выборов и референдумов 2018 йыл 16 июль архивланған.
  5. Конституции Беларуси — Национальный правовой портал Республики Беларусь 2011 йыл 17 октябрь архивланған.