Эстәлеккә күсергә

Белешмә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Белешмә

Белешмә рус. справка — теге йәки был фактты һәм ваҡиғаны раҫлап, кәрәкле мәғлүмәт биреүсе рәсми документ.

Документ аныҡ, мөмкин ҡәҙәр ҡыҫҡа була. Унда таҙартыуҙар, төҙәтмәләр булырға тейеш түгел.

Белешмә ике төркөмгә бүленә:

  • шәхескә бәйле — конкрет шәхестең биографик йәки юридик факттарын раҫлай;
  • эш урынынан — эш урынына бәйле характерҙағы ваҡиғалар һәм факттар тураһында мәғлүмәт бирелә.

Шулай уҡ белешмә ошондай булырға мөмкин:

  • тышҡы — башҡа учреждениеларға биреү өсөн; уға яҙған кешенән тыш, учреждение етәкселәре ҡултамғаһы, шулай уҡ мисәт ҡуйыла;
  • эске — учреждение етәкселегенә йәки коллегиаль органдар ҡарауы өсөн төҙөлә тапшырыла; ҡултамғаны башҡарыусы ғына ҡуя, мисәт кәрәкмәй.

Бер типтағы белешмә өсөн трафарет бланкылар эшләнә.