Эстәлеккә күсергә

Бикташев Вәли Миниғалим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Бикташев Вәли Миниғалим улы (01.05. 1917.Ауырғазы районы Дүртөйлө ауылы - 2012г.) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, "Дахау" фашист концлагеры тотҡоно. Беренсе һәм 2-се Ватан һуғышы ордены, "РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы" билдәһе менән бүләкләнгән. 4 китап, шул иҫәптән "Беҙ үлемдән көслөрәк" документаль повесы авторы. Ибраһимов исемендәге премия лауреаты (2003)[1].

Бикташев Вали Миңлеғәли улы 1917 йылдың 1 майында Ауырғазы районының Дүртөйлө (Иҫке Төрөмбәт) ауылында тыуған. Өлкән лейтенант. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, элекке "Дахау" фашист лагеры тотҡоно, "Беҙ үлемдән өлкән" документаль повесы авторы[1].

Ауыл мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1938 йылдың октябрендә армияға алына. Мәктәпте тамамлағандан һуң кесе командирҙарға өлкән сержант исеме бирелә. 1939 йылдың 29 ноябрендә Фин һуғышы башлана. 209 һуғышсынан торған рота составында Вали Бикташев та фронтҡа оҙатыла. 1939 йылдың сентябрендә Көнбайыш Белоруссияны азат итеүҙә пулемет полкы командиры ярҙамсыһы булып ҡатнаша.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Бикташев, Вали Минигалимович. Мы старше своей смерти : записки узника Дахау / В. М. Бикташев. - Уфа : Башкирское книжное издательство, 1978. - 464 с. : ил. - (в пер.) : 1.20 р.
  • Бикташев В. Заглавие: Йөрәкләргә язылган язмышлар Ответственность:Вәли БикташевМесто издания:УфаИздательство: б. и. Год издания:2002 Количество страниц:335, [1] с.ББК:Ш5(2=Баш)7-