Днестр каньоны
Днестр каньоны — Днестр йылғаһы барлыҡҡа килтергән тар тәрән үҙәнлек. Ивано-Франковск, Тернополь, Черновицк һәм Хмельницк өлкәләренең сигендә урынлашҡан.
Дөйөм оҙонлоғо 250 км тирәһе. Шулай итеп, Днестр каньоны Украинала ғына түгел, ә бөтә Европала иң ҙурҙарҙан һанала.
Днестр каньоны, бөтә украин Интернет һорау алыу һөҙөмтәһе буйынса 2008 йылдың 26 авгусында Украинаның ете мөғжизәһенең береһе тип иғлан ителә. Каньон был урындың үҙенсәлекле геологик төҙөлөшө, тектоник хәрәкәттәр менән һыу һәм ел эрозияһы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Каньон Украинаның көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Каньондың һул һәм уң яғы төрлө өлкәләргә ҡарай: һулы — Тернополгә һәм Хмельницкҡа, уңы — Ивано-Франковск һәм Черновицкҡа.
Тернополь өлкәһендә Днестр каньоны: Монастырисский, Бучачский, Залещицкий һәм Борщевский райондарын үҙ эсенә ала.
Хмельницк биләмәһендә — Каменец-Подольский һәм Новоушицкий.
Ивано-Франковск өлкәһендә каньон Галицкий, Тисменицкий, Тлумачский һәм Городенковский райондарын үҙ эсенә ала.
Черновицк өлкәһендә — Заставновский, Хотинский райондары, ә Кельменецкий һәм Сокирянский райондарында Днестр каньоны башҡа райондар менән сағыштырғанда бик беленмәй.
Днестр каньоны эргәһенән А-268, А-269 һәм М-14 автомобиль юлдары үтә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чайковский М. П. Днестровский каньон: Природоведческий очерк .Львов, «Каменщик», 1981. — 64 с., Ил.