Дюдок Виллем Маринус
Дюдок Виллем Маринус | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат булған көнө | |
Ил | |
Дюдок Виллем Маринус Викимилектә[5] | |
Виллем Маринус Дюдок (нидерл. Willem Marinus Dudok; 1884 йылдың 6 июлендә, Амстердам — 6 апрель 1974, Хилверсюм) — нидерланд архитектор-модернист. 1928 йылда ул нидерланд Хилверсюм ҡалаһының баш архитекторы була, уның иң шәп төҙөлөшө — киң билдәле булған кирбес ратуша бинаһы, ул 1931 йылда төҙөлөп бөткән[6]. Дюдок бинаның проектын ғына түгел, ә уның интерьеры проектын, шул иҫәптән келәм, йыһаздарын, хатта ҡаланың мэры йыйылыштарҙа ҡулланасаҡ сүкеште лә проектлай. Ул шулай уҡ яҡынса 75 йортто , йәмәғәт биналарын һәм тотош ҡала кварталдарын да проектлай һәм төҙөй.
Карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баштан уҡ Дюдок хәрби карьераһын һайлай. Бреда Хәрби академияһында Дюдок хәрби һәм граждандар төҙөлөшөн өйрәнә һәм хәрби биналарҙы проектлауҙа ҡатнашыуға рөхсәт ала. Башҡа нидерланд архитекторҙары, мәҫәлән, Берлаге йоғонтоһо аҫтында ул тиҙ арала үҙ идеяларын тормошҡа ашыра алырлыҡ хәлдә була. 1913 йылда Лейденда ул башта йәмәғәт эштәре директорының ярҙамсыһы һәм артабан директоры итеп тәғәйенләнә, ә 1915 йылда Хилверсюм директоры. 1928 йылда Дюдок Хилверсумдың баш архитекторы итеп тәғәйенләнә. Шул уҡ йылда уға ҡаланы киңәйтеү бурысы йөкмәтелә, был эш үҙ эсенә торлаҡ комплекстарын, мәктәптәрҙе, бассейндарҙы, парктарҙы һәм баҡсаларҙы проектлауҙы ала. Шул ваҡыттағы Хилверсюмдағы тәүге эштәрендә ул Амстердамский мәктәбе стилендә эшләй башлай, ул төҙөгән Хилверсюм ратушаһы бинаһының драматик ауырлыҡтары, тигеҙһеҙлектәре (асимметрия), түбәнгә һәленеп торған кәрниздәре һәм башҡа мөһим элементтары Фрэнк Ллойд Райт һәм чикаго прериялар мәктәбе йоғонтоһо аҫтында барлыҡҡа килгән. Бер үк ваҡытта был бина ҡаланың символы һәм уның административ бинаһы талаптарына яуап биреүсе шедевр булып тора. Шулай уҡ ул Хилверсумдың ҡала-баҡса кеүек характерын һүрәтләй. Һис шикһеҙ ижады йоғонтоһо аҫтында Дюдоктың ижадында Бөйөк Британия лағы ҡала-баҡса хәрәкәтен асыусы пионер-архитекторҙар Говард Эбенизер Говард һәм Раймонд Анвин йоғонтоһо ныҡ сағылыш таба. Дюдок шулай уҡ прогрессив нидерланд модернистик төҙөлөштәрҙе тиҫтә йылдар дауамында, 1960 йылға тиклем, барлыҡҡа килтерә, бының менән ул халыҡ-ара йоғонто ла яһай был осраҡта.
Дюдок шулай уҡ Роттердамдағы «De Bijenkorf» универмагы филиалының архитекторы ла. Был коммерция архитектураһы бинаһы, күрәһең, Баухаустың һәм «Де Стейл» төркөмөнөң һәм популяр ар-деко рационализациялау стиле һәм шул уҡ ваҡытта 1920-1930 йылдарҙағы стримлайн модернизм дизайны йоғонтоһо аҫтында барлыҡҡа килә. Ул 1930 йылда асылған саҡта был сарала 70 000 самаһы кеше ҡатнаша. 1940 йылдың майында немец нацистары Нидерландты баҫып инеү өсөн Роттердамды бомбаға тотҡан саҡта универмаг өлөшләтә емерелһә лә, бинаның бик күп фотолары, пландары, дизайнын һәм структураһын документлаусы башҡа материалдар һаҡланып ҡала һәм Дюдок проекты буйынса төҙөлгән универмаг тураһында голланд документаль фильмын төшөрөргә ярҙам итә[7][8].
1935 йылда Дюдок RIBA алтын миҙалын һәм 1955 йылда AIA алтын миҙалын яулай. Ул шулай уҡ Париждың «Collège néerlandais» Университет ҡаласығын, Бағдадтағы мәҙәни үҙәкте һәм Калькутталағыкинотеатр бинаһын проектлай. Роттердамдағы Дюдюк проектлаған бер бинала хәҙер уның исеме менән аталған кафе-ресторан эшләй[9]. Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң ул Гааганы тергеҙеү планын төҙөй. Был планда ҡаланың 150 000 кешегә иҫәпләнгән яңы көньяҡ-көнбайыш районын төҙөү ҡарала. Дюдок 89 йәшендә Хилверсумда вафат була.
Ҡайһы бер эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ратуша, Хилверсум, 1928-1931
- Роттердамдағы Bijenkorf De универмагы, 1930 (Икенсе донъя һуғышында емерелә)
- Афслейтдейк монументы, Нидерланд, 1933
- «Collège néerlandais» Университет ҡаласығы, Франция, 1939
- Ҡала театры, Утрехт, 1941
- «Exxon Gas » станцияһы, Нидерланд, 1953
-
Хилверсумской ратуша, 1928-1931
-
Хилверсум мәктәптәренең береһендә, проект Дюдок
-
Универмаг «De Bijenkorf», Роттердам, 1930
-
Монумент Афслейтдейка, 1933
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 RKDartists (нидерл.)
- ↑ 2,0 2,1 Willem Marinus Dudok — 2009.
- ↑ 3,0 3,1 Willem Marinus Dudok // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ https://www.moma.org/artists/1638 (ингл.)
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ Encyclopædia Britannica: «Willem Marinus Dudok»
- ↑ Vergeten Bijenkorf van Dudok (нидерл.) (20 май 2015).
- ↑ «Magazijn de Bijenkorf, Rotterdam», 2009-07-03, <https://www.flickr.com/photos/jansluijter/3684974585/>. Проверено 4 май 2019.
- ↑ Architecture in Rotterdam . 2014 йыл 27 май архивланған.