Эстәлеккә күсергә

Марад

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Марад
Рәсем
Культура Шумер
Дәүләт  Ираҡ
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Урынлашыу картаһы
Связанное изображение
Карта
 Марад Викимилектә

Марад — Месопотамияның көньяғындағы боронғо ҡала,  хәҙерге  Ираҡтың Кадисия мухафазаһының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан булған. 

Ҡаланың атамаһы  Шумер батшалары исемлегендә осрамай, әммә ғибәҙәт гимндарында телгә алына.  Нарам-Син батша хакимлыҡ иткән йылдарҙа  (б.э.т. 2254—2218) уның улы Липитили Марадта энси  була һәм  ҡаланы ҡурсалаған илаһ Лугаль-Марадҡа ғибәҙәтхана төҙөтә.  Урҙың өсөнсө  династияһы замандарында (б.э.т. 2113—2005 йылдар) ҡала провинцияларҙың береһенең баш ҡалаһы була. Беҙҙең эраға тиклем XIX быуатта кескәй генә амори батшалығының баш ҡалаһы була. Беҙҙең эраға тиклем XVI—XII быуаттарҙа унда касситтар хакимлығы урынлаша.