Һуғарыу: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә r2.7.1) (робот өҫтәне: af:Besproeiing
ә r2.7.1) (робот өҫтәне: hy:Ոռոգում
54 юл: 54 юл:
[[hr:Navodnjavanje]]
[[hr:Navodnjavanje]]
[[hu:Öntözés]]
[[hu:Öntözés]]
[[hy:Ոռոգում]]
[[id:Irigasi]]
[[id:Irigasi]]
[[is:Áveita]]
[[is:Áveita]]

07:38, 8 февраль 2012 өлгөһө

Үҙйөрөшлө һуғарыу системаһы

Һуғарыутупраҡтың уңдырышлылығын күтәреү өсөн, дымлылыҡ етешмәгән баҫыуҙарға һыу һибеү. Һуғарыу мелиорацияның бер төрө булып тора. Һуғарыу үҫемлек тамырҙарын һыу менән тәьмин итә, ер өҫтөнөң дымлылығын арттыра һәм температураһын түбәнәйтә.

Һуғарыу ысулдары

  • ыҙан буйлап һуғарыу каналындағы һыуҙы насос ярҙамында һибеү;
  • махсус һалынған торбаларҙан һыу һибеү;
  • аэрозоль һуғарыу — ер өҫтөнөң дымлылығын һәм температураһын көйләү өсөн ваҡ ҡына һыу тамсылары менән һуғарыу;
  • тупраҡ аҫтынан һуғарыу — һыуҙы үҫемлектәрҙең тамыр ҡатламына биреп һуғарыу;
  • лиманлы һуғарыу — яҙғы ағын һыу менән бер мәртәбә үткәреле торған һуғарыу;
  • яһалма ямғыр яуҙырыу — үҙйөрөшлө һәм үҙйөрөшһөҙ системалар ярҙамында уратып һәм фонтан рәүешендә һыу һибеү.
ГДР баҫыуҙарында (1967) түңәрәк буйынса һыу һибеү ҡоролмаһы

Тирә-яҡ мөхиткә тиҫкәре эҙемтәләре

  • иррагацион эрозия (ер өҫтөнөң йыуылыуы);
  • тупраҡта агроиррагацион культура тупланыу;
  • тапраҡ татырланыуы;
  • грунт һәм тупраҡтың һаҙланыуы;
  • ер өҫтө һәм ер аҫты һыуҙарының бысраныуы;
  • йылғалар һайығайыуы;
  • урындағы рельефтың баҫылыуы.

Һуғарыу өсөн ер аҫты минераль грунт һыуҙарын файҙаланыу тупраҡтың татырланыуына килтерә. Шулай уҡ минераль ашламалар ҡулланыу тупрактың татырланыуына килтерә.