Эстәлеккә күсергә

Мөлкәт (милек объекты)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Мөлкәт — ниндәй ҙә булһа физик шәхестең, юридик шәхестең йә асыҡ-хоҡуҡи берәмектең милкендәге әйберҙәр (аҡсаны һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы ла индереп) тупланмаһы, шулай уҡ уларҙың башҡа кешеләрҙән алынырға тейеш булған ҡиммәткә эйә  әйберҙәрҙе алыу йәки мөлкәтләтә ҡәнәғәтләндерелеү буйынса милек хоҡуҡтары. 

Милектең күсемле һәм күсемһеҙгә бүленеүе рим гражданлыҡ хоҡуғының классик осоронан алып билдәле (беҙҙең дәүергә тиклем III быуат — беҙҙең дәүерҙең III быуаты). Күсемле милек рәтенә ер киңлегендә күсә алырлыҡтар инә, ә күсемһеҙ милек — ул ниндәй ҙә булһа ер бүлеме һәм уның өҫтөндә барлыҡҡа килгәндәр, шул ер аҫтындағы байлыҡ һәм уның өҫтөндәге киңлек. Ер өҫтөндәге төҙөлөштәр шул ер бүлеменә бәйле, тип ҡарағандар. Күсемһеҙ милек лизинг шарттарына тап килә. Күсемһеҙ милек залогы, күсемһеҙ милек хаҡына алынған кредит та, ғәҙәттә, ипотека тип атала.

Рим хоҡуҡиәтендә күсемһеҙ милек хоҡуғы бер ҡулдан икенсе ҡулға бер ниндәй ҙә формаль тапшырыу процесы талап итмәйенсә күсер булған. Сервитут һәм ипотека иһә шулай уҡ ике яҡтың ябай һүҙгә килешеү арҡаһында бойомға ашырылған. Етмәһә, алған кешенең кемлеге өсөнсө яҡҡа билдәһеҙ булыуы ла мөмкин. Германияның ғәҙәттәге ҡануниәтенә ярашлы ерҙе ҡулдан ҡулға күсереү төрлө ҡатмарлы рәсмилектәр талап иткән (ерҙе ҡулдан ҡулға символик тапшырыу, инвеститура, Ауфлассунг).

Рәсәй империяһында күсемһеҙ милеккә ҡағылышлы килешеүҙәр крепостной тәртип ярҙамында ғәмәлгә ашырылыр булған. Күсемһеҙ милек менән бәйле актар (беркетеү ҡағыҙы, заклад ҡағыҙы һ.б.) нотариустар тарафынан раҫланырға тейеш булған. Нотариустар уларҙы үҙҙәренең реестрына индергән, ул иһә ер биләмәләрен теркәү китабының ише.[1] Хәҙерге Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы күсемһеҙ милек менән бәйле эштәр мотлаҡ дәүләт тарафынан теркәлергә тейеш һәм уларҙың бойомға ашыуы ошо теркәлеү шарты менән генә төҙөлә. Өҫтәүенә был актарҙы теркәүсе орган Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына тейешле яҙма аҫтында теркәп ҡуйылырға тейеш.[2]

Дәүләт теркәүе аша үтмәгән осраҡта күсемһеҙ милек менән бәйле килешеүҙәр (хосусилаштырыу, алмашыу, бүләк итеү, васыят, һатып алыу һәм һатыу, рента) үтәлгән тип һаналмай һәм юридик эҙемтәләргә килтермәй. Милек хоҡуғының икенсе ҡулға күсеүе лә был килешеү буйынса теркәлергә тейеш. Рәсәйҙә күсемһеҙ милек менән бәйле килешеүҙәрҙе теркәүсе махсус дәүләт органы бар — Дәүләт теркәү, кадастр һәм картография федераль хеҙмәте. Килешеүҙәрҙең иһә ике төрө бар — нотариаль һәм ҡулдан яҙылған, һәм улар бер үк юридик көскә эйә.[3]

  1. Основные проблемы гражданского права. web.archive.org. Дата обращения: 16 ғинуар 2023.
  2. Когда квартира становится собственностью? gorodkvadratov.ru. Дата обращения: 16 ғинуар 2023.
  3. Форма сделок. notariat.ru. Дата обращения: 16 ғинуар 2023.