Сант-Андреа-аль-Квиринале
Сант-Андреа-аль-Квиринале | |
Нигеҙләү датаһы | 1567[1] |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Андрей Первозванный[d] |
Дәүләт | Италия[2][3] |
Административ-территориаль берәмек | Рим[3] |
Урынлашҡан урамы | via del Quirinale[d] |
Урын | Монти[d] |
Епархия | Римская епархия[d] |
Христианский литургический обряд | латинский обряд[d] |
Бағышланған | Андрей Первозванный[d] |
Архитектор | Джованни Лоренцо Бернини |
Архитектура стиле | архитектура барокко[d] |
Мираҫ статусы | культурное наследие Италии[d][3] |
Рәсми сайт | chiese.gesuiti.it/sant-a… |
Тасуирлау биттәре | dati.beniculturali.it/ic…[3] |
Манифест IIIF | gn.biblhertz.it/fotothek… |
Страница учреждения на Викискладе | Sant'Andrea al Quirinale, Rome |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Сант-Андреа-аль-Квиринале[d] |
Сант-Андреа-аль-Квиринале Викимилектә |
Санта-Андреа-аль-Квиринале (итал. Sant’Andrea al Quirinale, лат. Sancti Andreae in Quirinali) — титуляр сиркәү (21 февраль, с 1998 г.), апостол Андрейға бағышланған, Рим ҡалаһындағы Квириналдә урынлашҡан.
Барокко стилендәге сиркәү архитектор Джованни Лоренцо Бернини (1658—1678) тарафынан кардинал Камилло Памфили, папа X Иннокентийҙың туғаны, ҡушыуы буйынса төҙөлә. Бернини сиркәүҙе Борромини сиркәүенә (Сан-Карло-алле-Куаттро-Фонтане) яуап итеп төҙөй. 1870—1946 йылдарҙа Санта-Андреа-аль-Квиринале сиркәүе итальян короле ғаиләһенең һарай сиркәүе була.
Сиркәү үҙенең планы буйынса овал формалы, шунлыҡтан ишектән миһбарға тиклем юл иң ҡыҫҡа юл булып тора. Овалдың периметры буйлап 8 уйым — капелла урынлаштырылған, уларҙың декоратив биҙәүе һәм формаһы күп төрлө. Миһбар бик бай биҙәлгән. Сиркәү яҡты төҫтәрҙә: алһыу, һоро, шулай уҡ алтын һәм аҡ төҫкә буялған.
Титуляр сиркәү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Санта-Андреа-аль-Квиринале сиркәүе — титуляр сиркәү, уның үҙ кардиналы-дин әһеле бар, ул титулыСанта-Андреа-аль-Квиринале сиркәүе исеме менән 2007 йылдың 24 ноябрендә аталған бразилия кардиналы Одилиу Педру Шерер.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Bailey G. A. Between Renaissance and Baroque: Jesuit Art in Rome, 1565–1610 (ингл.) — UTP, 2016. — ISBN 978-1-4426-8629-8
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 dati.beniculturali.it — 2014.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- На Викискладе есть медиафайлы по теме Сант-Андреа-аль-Квиринале
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Heinz-Joachim Fischer: Rom. Geschichte Zweieinhalb Jahrtausende, Stadt Kultur Kunst Ewigen und der. DuMont Buchverlag, 2001 Köln, 316—317 S., ISBN 3-7701-5607-2.