Эстәлеккә күсергә

Таганрог Авиация техникаһы музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Таганрог Авиация техникаһы музейы
Асылған ваҡыты 1995
Урынлашыуы Таганрог, Циолковский урамы, 42
Директор Стоянов Владимир Ильич
Сайт avia-museum.ru

Таганрог авиация техникаһы музейы — Рәсәйҙең Көньяғында берҙән-бер авиация техникаһы музейы.

Таганрог авиация техникаһы музейына 1995 йылдың мартында нигеҙ һалына. Ил хөкүмәте Европала ғәҙәти ҡораллы көстәрҙе сикләү тураһында килешеү төҙөгәс, хәрби авиация самолеттары һанын ҡыҫҡартыу тураһында ҡарар ҡабул ителә[1].

Таганрогта авиация техникаһын юҡ итеү базаһы төҙөлә. Уның баш инженеры подполковник Владимир Стоянов 4-се һауа армияһы командованиеһына һәр төр самолеттан, уларҙың двигателдәрен һәм борт системаларын алып, берәр дана һаҡлап ҡалыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә. Владимир Стояновтың идеяһы буйынса, һаҡланып ҡалған машиналарҙан Таганрогта авиация техникаһы музейы ойошторорға мөмкин була. 4-се һауа армияһы командиры Владимир Михайлов музей булдырыу идеяһын хуплай.

Музей һаҡлаусыһы Владимир Стоянов илдең төрлө майҙандарында ташланған авиатехниканың шәхси фотокаталогын алып бара[2]. Эшлектән сығып ятҡан экземплярҙарҙы музейға алыу өсөн йылдар буйына рөхсәт юлларға, граждан һәм хәрби чиновниктар менән хатлашыу һәм уларҙан яуап көтөү оҙаҡҡа һуҙыла.

Музей менән танышырға килеүселәргә теләһә ҡайһы экспонаттың кабинаһында ултырырға, самолет штурвалын тотоп ҡарарға мөмкин[3]. Бик йыш балалар өсөн экскурсиялар үткәрелә.

Музей һаҡлаусыһы ҡасан да булһа уның Ҡала авиация музейы статусын алыуына өмөтөн өҙмәй.

Музей коллекцияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Ан-2
  2. Бе-12
  3. Л-29
  4. Л-39
  5. МиГ-15 (УТИ МиГ-15)[4]
  6. МиГ-19С
  7. МиГ-21БИС
  8. МиГ-23 МЛД
  9. МиГ-25 БМ
  10. Су-17 СМ
  11. Су-22 УМЗ
  12. Ту-154М (морон өлөшө)[5]
  13. Як-38

2016 йылдың ноябрендә музейға УТИ МиГ-15-тең тергеҙелгән экземпляры тапшырыла. Уны реставрациялау менән Таганрогтың 325-се авиаремонт заводы шөғөлләнә[6]. Элегрәк ул Ростовтың «Йәш осоусы» клубында була.

  • Ми-2

Авиация ҡорамалдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ватан авиация ҡоралдары коллекцияһы: пушкалар, авиабомбалар, ракеталар һәм б.
  • Һигеҙ төр (улар араһында һирәк осраған Су-7Б һәм Бе-12) катапульта ултырғысы.
  • Су-17М4 кабинаһы макеты
  • Совет авиацияһы пилоттарының төрлө осоу йыһаздары һәм башҡа күп нәрмәләр.
  • 347916, Таганрог, Циолковский ур., 42
  • Тел: 8 (8634) 31-54-58
  1. Нейма Д. Где отдыхают самолёты? // Таганрогская правда. — 2012. — 27 июля.
  2. Антропов М. Историю боевой авиации хранят энтузиасты // НТВ. — 2010. — 23 февр.
  3. Дудник Т.
  4. Стоянов В. Крылатая история России // Таганрогская правда. — 2011. — 16 дек. — С. 14.
  5. Собств. корр. С носом от «Ту» // Таганрогская правда. — 2011. — 14 апр.
  6. Сдатчикова И. Воплощённая легенда: МиГ-15 — в Таганроге // Таганрогская правда. — 2016. — 9 ноября. — С. 1-3.