Эстәлеккә күсергә

Тер-Арутюнов йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

 архитектура ҡомартҡыһы

Иҫтәлекле урын
Тер-Арутюнов йорто
Тер-Арутюнов йорто, 2013 г.
Тер-Арутюнов йорто, 2013 г.
3ала Таганрог, Фрунзе урамы, 16
Бина тибы Йорт
Архитектура стиле Модерн
Төҙөлөшө 19111914 йылдар

1914Тер-Арутюнов йорто — Таганрог ҡалаһының Фрунзе урамы, 16-сы боронғо йорто ,  1910-сы йылдарҙың архитектура ҡомартҡыһы, Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы объектына   6101172000 коды аҫтында индерелгән.

Элек Николаев (хәҙерге Фрунзе урамы) һәм Депальде  тыҡрығында (хәҙер Тургенев тыҡрығы)  бер ҡатлы ҙур булмаған йорт торған ул бер мең һумға баһаланған[1]. Был йорт  мировой судья, ғәмәли статский советник Юлиан Филиппович Арбушевский, дөрөҫөрәге, уның ҡатыны Вера Михайловна Мато милкендә була. Уларҙың ғаиләһендә ике  бала:  улдары Михаил (1837-1896) һәм Демосфен Константинович Дульжер-Логоридиға кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙары Надежда  булған. Был фамилияның нәҫелдәренең ҡайһы берҙәре Таганрог ҡалаһында йәшәргә ҡалған, икенселәре, Грецияға күсеп, Афины ҡалаһында йәшәйҙәр. 1890-сы йылдарҙа йорт полковник Федор Ковалевский ҡулындағы милек булған, бер нисә йылдан һуң отставкалағы ротмистр Владимир Трофимович Гризыв ҡулына күскән, ә унан һуң инде губерна секретары Петр Григорьевич  Ладохин йорт хужаһы булып ҡалған.

1910-сы  йылдарҙа Ладохин йортон ҡаланың тыумыштан почетлы гражданы  Николай Артемович Тер-Арутюнов һүтеп һалырға тип һатып ала. Ул  "Континенталь" (элекке "Лодон") ҡунаҡханаһын (Петр урамы, 49-сы йорт) тотҡан. 1911 йылдың 18 сентябрендә Тер-Арутюновҡа бик күп ҡунаҡтар йыйыла, улар, яңы йорттоң беренсе нигеҙ ташын изгеләндергәндән һуң, "Континенталь" ресторанына барып был иҫтәлекле ваҡиғаны  билдәләй.

Н. А. Тер- Арутюнов төҙөгән йорт "модерн" стилендә була, уның фасады, тәҙрәләренең формаһы бер ниндәй симметрияһыҙ ике төҫтәге кирбестән төҙөлгән. Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында Тер-Арутюнов  рус-бельгия госпиталенең хужалыҡ мөдире булып эшләгән һәм  сыпной тиф йоҡтороп,1915 йылдың 1 февралендә вафат булған. Николай Артемович   вафат булырҙан алда   Икенсе үҙ-ара кредит йәмғиәтенә 35 мең һум бурыслы булған һәм бурысын түләй алмаған.  Йәмғиәт бынан зыян  күрмәй, сөнки ул бурыс иҫәбенә залогта торған күсемһеҙ мөлкәт иҫәбенә Тер -Арутюновтың бурысын ҡаплай алған[2]. Тер-Арутюновтың бер  Николаев урамы, 18(иҫке нумерация буйынса) һанлы йорто ғына  16 мең һум торған.

Тер-Арутюнов үлгәндән һуң бинаны 2-се гильдия сауҙагәре А. А. Зальцман һатып алған. Ул йорттоң бер өлөшөн нотариаль конторға ҡуртымға биргән.

Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында был йортта  Ф. К. Берзин етәкләгән большевиктарҙың Эшсе депутаттар Советы торған. Бында пулеметсылар командаһы  һәм  латыш уҡсылар отряды  ойошторолған. Улар 1918 йылдың 30 апрелендә  Марцево ҡасабаһы янында  регуляр немец армияһы частары менән алышҡан.

1920 йылда йортто  "Пролетарий" гәзите редакцияһы биләгән, 1923 йылда — "Знамя революции" редакцияһы эшләгән.

1925 йылда Тер- Арутюнов бинаһында Таганрог округ прокуратураһы урынлаштырылған.1930 йылда был йорттағы Таганрог округы прокуратураһы ҡала прокуратураһына әйләндерелгән.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында, Таганрог фашист оккупацияһында саҡта, (1941-1943-сө  йылдарҙа), прокуратура бинаһында 1-се  полиция участкаһы эшләгән.

1943 йылддың сентябрендә Таганрог немецтарҙан азат ителгәс, был йортта ике прокуратура эшләй: цоколь ҡатында Таганрог ҡалаһының Ленин район прокуратураһы, ә икенсе ҡатта — ҡала прокуратураһы. 1954 йылда район прокуратуралары бөтөрөлә, бында эшһеҙ ҡалған хеҙмәткәрҙәр  иҫәбенә ҙурайтылған ҡала прокуратураһы ғына эшләй. 

2002 йылдан алып  бинаны Таганрог иҡтисад һәм идара итеү институтының  юридик факультеты биләй.

Архитектура үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мансардалы бер ярым ҡатлы йорт 1911 - 1914 йылдарҙа кирбес  модерн стилендә төҙөлгән

Йорт фасады симметрияһыҙ төҙөлгән ике ризалит  менән айырылып тора : мөйөшөндәге фронтон ауыш, һөҙәк  ә ҡунаҡ күтәрмәһе өҫтөндә ослайып бөткән вертикалгә күтәрелгән фронтонлы[3]. Фасад яҫылыҡтарында кирбес декорының күп төрҙәре бар: тәҙрә йөҙлөктәре, терәүҙәр, сухариклы кәрниздәр, билғауҙар, пилястрҙар. Мансарданың сарҙаҡ тәҙрәләре һәм черепица менән ябылған матур ҡиәфәтле ҡыйыҡ яҫылығы йорттоң архитектура йөҙөн формалаштырып тамамлай.

ХХI быуат башында реставрациялау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тер-Арутюнов йортондағы прокуратура бинаһын 2002 йылда Таганрог иҡтисад һәм идара итеү институтына тапшырғас, институт тырышлығы менән йортто реставрациялайҙар.  Асыҡланыуынса, бик матур булып күренгән йорттоң бик күп етешһеҙлектәре булған. Бинаның тышҡы стеналары тәүге проект буйынса  асыҡ кирбес менән биҙәлгән, шунлыҡтан штукатурһыҙ кирбес аша бинаға һыу үткән һәм түбәнге ҡаттарҙа еүешлек барлыҡҡа килгән. Реставрация ваҡытында бинаны гидроизоляция менән ҡаплайҙар һәм йорттоң нигеҙен нығыталар, стеналарын штукатурлап, буяйҙар. Шулай уҡ бөтә коммуникацияларҙы  алмаштырыу буйынса эштәр башҡарыла, газ менән йылытыу үткәрелә, ишек һәм тәҙрәләргә реставрация үткәрелә, черепица алмаштырыла  һ . б.

  1. Гаврюшкин О. П. Мари Вальяно и другие (Хроника обывательской жизни). — Таганрог: МИКМ, 2001. — 544 с. 
  2. Гаврюшкин О. П. Вдоль по Питерской (Хроника обывательской жизни). — Таганрог: БАННЭРплюс, 2000. — 436 с.
  3. Григорян М.