Тәпәш Татр тауҙары
Уҡыу көйләүҙәре
Тәпәш Татр | |
---|---|
Характеристикалар | |
Оҙонлоғо | 80 km |
Киңлеге | 30 km |
Урынлашыуы | |
48°57′ с. ш. 19°30′ в. д.HGЯO | |
Страна | |
Тәпәш Татр тауҙары Викимилектә |
Тәпәш Татр (словак. Nízke Tatry), үҙәк Словакиялағы тау массивы, Фатра-Татра өлкәһенең өлөшө. Иң юғары нөктәһе — Дюмбьер тауы, 2043 м. Тәпәш Татра тауҙары территорияһы тәбиғәтенең матурлығы арҡаһында халыҡ паркы ителгән. Күп урындарҙа, мәҫәлән, Чертовица менән Кралёва Голя араһында кеше йоғонтоһо ҡағылмаған урмандар һаҡланған. Тәпәш Татра тауҙары әһәмиәте буйынса Словакияла Бейек Татра тауҙарынан ҡала икенсе урында торған туризм төбәге тип иҫәпләнә. Хопок и Дюмбьер тауҙары итәгендә туристарҙы күпләп йәлеп иткән заманса туризм үҙәктәре урынлашҡан.
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дюмбьер 2043 м, Хопок 2024 м, Дереше 2004 м, Хабенец 1955 м, Кралёва Голя 1948 м тауҙарынан асылған һоҡланғыс күренештәр;
- Деменовска Долина һәм ундағы мәмерйәләр, Тәпәш Татралағы иң матур үҙән
- Күп һанлы туризм үҙәктәре, мәҫәлән, Доновалы, Тале, Срдьечко, Косодревина, Лучки, Ясна, Мито һ. б.;
- Быстрьянская мәмерйәһе;
- Үле ярғанаттар мәмерйәһе;
- Яворова һәм Поноркова упҡындары;
- Липтовска Мара һыуһаҡлағысы;
- Важецка мәмерйәһе.