Уҡытыусы йорто (Таганрог)
Уҡытыусылар йорто (Таганрог) һәм Уҡытыусы йорто (Таганрог) мәҡәләләрен берләштерергә! |
архитектура ҡомартҡыһы
Иҫтәлекле урын | |
Уҡытыусы йорто
| |
Ҡала | Таганрог, Петров урамы;89 |
Уҡытыусы йорто— Таганрогтың үҙәк өлөшөндәге боронғо йорт.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Петровская урамы, 89 адресы буйынса урынлашҡан боронғо бер ҡатлы, ярымподваллы йорт XIX быуат башында төҙөлгән[1]. Тарих һәм архитектура һәйкәлдәре исемлегендә Коммерция суды бинаһы булып иҫәпләнә. Йорт 1807 йылдан — ҡала баҡсаһы баҡсасыһы Манойло Ласкараки; 1873 йылдан 1880 йылға тиклем — Таганрогтың почетлы гражданы Дмитрий Ласкараки; 1890 йылдан 1906 йылға тиклем — Е. Алексопуло вариҫтарында; 1915 йылдан Таганрогтың почетлы гражданы В. И. Воронкиндың милкендә була.
Ҡаланың 1863 йылғы картаһы буйынса йортта «Шәхси йорттағы коммерция суды» урынлаша. 1912 йылдан — Е . М. Грановскийҙың I разрядлы, йыллыҡ түләү 120 һум булған шәхси училищеһы (ир-аттар гимназиялары курсы — дүрт төп синыф) эшләй.
1943 йылдың 3 декабренән бында Пионерҙар йорто асыла һәм ул 1944 йылдың февраленә тиклем эшләй (П. И. Чайковский исемендәге Балалар музыка мәктәбенә күсерелә)[2]. Һуңынан бинала Уҡытыусы йорто (Мәғрифәт хеҙмәткәрҙәре йорто) урынлаша.
1947 йылда Таганрог Уҡытыусы йорто базаһында пианист һәм вокалист Иван Федорович Чангли-Чайкин үҙенең һәләтле уҡыусыларынан:: А. Агуреев, Т. Покатило, Н. Петрова, Ж. Хлебникова, И. Хлебников, А. Ларин, Е. Манюхин, Ф. Новиков, И. Филиппов, А. Воробьёв, А. Геворкова, А. Гладков һәм башҡаларҙан үҙешмәкәр коллектив ойоштора[3]. Артистар Антон Григорьевич Рубинштейндың «Демон», Джузеппе Вердиҙың «Аида», Пётр Ильич Чайковскийҙың «Мазепа» һ.б. операларҙан ариялар әҙерләй һәм сәхнәләштерә[3].
1960 йылдарҙан 1980 йылдар һуңына тиклем Уҡытыусы йортонда Борис Осипович Потик, һуңынан Владимир Дмитриевич Рогульченко етәкселегендә билдәле Халыҡ драма театры эшләй, Владислав Владимирович Ветров, С. Маховский, А. Кулешов, В. Ходыкин һ.б. кеүек абруйлы артистар уйнай[4]
Хәҙерге ваҡытта бинала «Йәштәр үҙәге» муниципаль мәҙәниәт учреждениеһы урынлашҡан [5]. Унда «Дон актёрҙары туғанлығы» (САД) һәм Нонна Малыгина театрҙары[4], Михаил Басовтың «400 ударов» киноклубы эшләй[6].
Уҡытыусы йортонда эшләйҙәр һәм сығыш яһайҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Басов Михаил Михайлович (1977) — Рәсәй режиссёр-документалисы, медиарәссам.
- Ветров Владислав Владимирович (1964) — СССР һәм Рәсәй театр һәм кино актёры, режиссёр, сценарист. Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы.
- Летов Сергей Федорович (1956) — Рәсәй музыканты, саксофонист, импровизатор.
- Покровская, Анна Михайловна (1904—2001) — СССР педагогы, Тыныслыҡ илсеһе[7].
- Рогульченко Владимир Дмитриевич (1950) — Рәсәй театр режиссёры, актёр, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы.
- Столяр Роман Соломонович (1967) — Рәсәй композиторы һәм пианист-импровизаторы.
- Чангли-Чайкин Иван Федорович — Рәсәй педагогы, пианист, вокалист, Таганрог Халыҡ опера театрын ойоштороусы.
- Шабельников Юрий Леонидович (1959) — Рәсәй рәссамы.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Виртуальный тур по Молодёжному центру(недоступная ссылка)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Назаренко И. В. Работников просвещения дом // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 595.
- ↑ Киричек М. С. Дворец пионеров и школьников // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 312.
- ↑ 3,0 3,1 Кукушин В.С., Бойко З.А. Музыкальная культура города Таганрога. — Ростов-на-Дону: ГинГо, 1999. — С. 26-28. — ISBN 5-88616-079-5.
- ↑ 4,0 4,1 Пащенко И., Протопопов В. Вот эта улица, вот этот дом — 2. Дом Ласкараки // Таганрогская правда. — 2011. — 13 мая.
- ↑ Собств. корр. Городской конкурс социальной рекламы «Жить здорово!» 2012 йыл 19 июль архивланған. // l-is-l.ru. — 2012. — 13 марта.
- ↑ Демидов А. В Таганроге киноклуб «400 ударов» отметил своё пятилетие // www.ruffnews.ru. — 2015. — 18 мая.
- ↑ Шварцман И. Кто спас одного человека, тот спас весь мир // www.aen.ru. — 2004. — 26 февр.