Уҡыусы
Уҡыусы | |
Эшмәкәрлек сфераһы | өйрәтеү[d] |
---|---|
Ҡапма-ҡаршыһы | мәктәп уҡытыусыһы[d] |
Уҡыусы Викимилектә |
Учени́к , уҡыусы ҡыҙ
киң мәғәнәлә: нимәгәлер өйрәнеүсе кеше.
Башланғыс йәки урта уҡыу йорто уҡыусыһын уҡыусы тип атайҙар[1].
Стандарт уҡыу программалары буйынса уҡытылған уҡыу йорттары урта мәктәптәр тип атала.
Урта мәктәптәрҙә уҡыу баҫҡыстары: башланғыс 1-4 кластар, төп 5-9 кластар, өлкән 10-11 кластар[2].
Шулай итеп, 1-4 кластарҙа уҡыған балаларҙы башланғыс мәктәп уҡыусылары, 5-9 кластарҙы төп мәктәп уҡыусылары, 10-11 кластарҙы юғары мәктәп уҡыусылары йәки өлкән класс уҡыусылары тип атайҙар.
Шулай уҡ теләһә ниндәй класс уҡыусылары өсөн дөйөм атама — мәктәп уҡыусылары тигән исем бар.
Рәсәйҙә 2001 йылдан мәктәп урта дөйөм белем биреү — был 11 класс, ә төп дөйөм белем биреү — 9 класс тип билдәләнә[3].
Икенсе мәғәнәлә уҡыусы-ниндәйҙер предметты, ниндәйҙер фән йәки техника тармағын, ниндәйҙер эште белгес, оҫта етәкселегендә өйрәнгән кеше[4]. Мәҫәлән, итексе, токарь, сәс оҫтаһы (парикмахер) булырға әҙерләнә..
Шулай уҡ ниндәйҙер тәғлимәткә эйәреүсе, кемдеңдер ҡараштарын һәм идеяларын (ижтимағи, фәнни, дини һ. б.) тотоусы кешене шәкерт тип атайҙар), эшмәкәрлеген дауам итә[1]. Мәҫәлән, Ғайса Мәсихтең тәүге шәкерттәрен шәкерт тип йөрөткәндәр. Ленин Маркс һәм Энгельстың тоғро шәкерте, уларҙың идеяларына эйәреүсе тип һанала.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Уҡыусы» һүҙе «уҡытыу» һүҙенән барлыҡҡа килгән. Учить һүҙе үҙ сиратында дөйөм славян телендәге укъ һүҙенән (боронғо заманда ҡаты тартынҡыға тамамланған һүҙҙәрҙең аҙағында «еръ» — Ъ хәрефе яҙыла). Укъ һүҙе хәҙерге телдә уҡыу (учение) һүҙе мәғәнәһендә ҡулланылған[5].
Уҡыусы һүҙе уҡытыу, тәғлимәт, ғалим, фән, фәнни һ. б. һүҙҙәре менән бер тамырлы, ә тарихи яҡтан ул «күнекмә, күнегеү, ғәҙәт» һүҙҙәре менән, ә бәлки, аҡыл" һәм ҡолаҡ[5] кеүек һүҙҙәр менән дә бер тамырлы.
Һынлы сәнғәтәге һүрәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Ауыл мәктәбе». Альбер Анкер, швейцар рәссамы, 1831—1910
- «Телдән иҫәп. С. А. Рачинскийҙың халыҡ мәктәбендә». Урыҫ рәссамы Н. П. Богданов-Бельский, 1868—1945.
- «Ауыл мәктәбе». Морган Уэйстлинг, америка рәссамы, тыуған.1964 йылда
- «Башланғыс мәктәп». Магнус
- Энкель, фин рәссамы (18701925).
- «Уҡытыусыға бүләк». Абрам М.Харьковский, совет рәссамы (19111995).
- «Мәктәптә өҫтәмә дәрестәр». Дмитрий и. Пускин, совет рәссамы (19191999).
- «Мәсьәләне сисмәнем». Виктор А.Цветков, рәсәй рәссамы, тыуған. 1951 йылда
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәкертлек
- Адептар
- Студент
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- [ Учение] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ 1,0 1,1 Большой толковый словарь русского языка / под руководством С. А. Кузнецова. — М.: Норинт, 1998. — 1534 с. — ISBN 5-7711-0015-3.
- ↑ Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр
archive-url=
, должен задаваться и параметрarchive-date=
, и наоборот. Необходимо задать параметрurl=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . Дата обращения: 19 сентябрь 2021. - ↑ Постановление Правительства РФ от 23 марта 2001 г. N 224 "О проведении эксперимента по совершенствованию структуры и содержания общего образования" . Информационно-правовая система Гарант. Дата обращения: 19 сентябрь 2021. Архивировано 19 сентябрь 2021 года.
- ↑ Ушаков Дмитрий Николаевич. Толковый словарь русского языка для учащихся. — Хит-книга, 2021. — 768 с. — ISBN 978-5-6044281-6-0.
- ↑ 5,0 5,1 Н.М. Шанский, Т.А. Боброва. Школьный этимологический словарь словарь русского языка. Происхождение слов.. — М.: Дрофа, 2004. — 398 с. — ISBN 5-7107-8679-9.