Ҡалып буйынса фекерләшеү:Аҙналағы рәсем/2020/7

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
  • Һүрәт яҙыуын төҙәтәйек әле: «Ҡояш аратинга» — нимә була һуң? Латинса ла, урыҫса ла, башҡортса ла түгел бит!

Урыҫса «Солнечный попугай» тиелгән — Ҡояшлы попугай, Ҡояш попугайы - бик килешеп етмәгән һымаҡ, өйрәнмәгәнгәлер. Һүҙлектәрҙән тапманым. Бәлки «Канар утрауҙарындағы попугай» йә «Канар утрауҙары попугайы» тип кенә яҙырғалыр? Йәйә эсенә латинсаһын ҡуйырға була. --Айсар (әңгәмә) 05:32, 10 февраль 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Регион102, ZUFAr, Айсар! Попугайҙың башҡортсаһы бар бит - тутыйғош була ул! --Guram52 (әңгәмә) 14:25, 13 февраль 2020 (UTC)[яуап бирергә]