«Кохав» йәһүд милли мәҙәни үҙәге
«Кохав» (йәһ. כוכב, башҡ. Йондоҙ) — Башҡортостан йәһүд милли-мәҙәни үҙәге, Рәсәйҙәге иң ҙур милли-мәҙәни үҙәктәрҙең береһе. 2008 йылда асылған бинала балалар баҡсаһы, мәктәп, синагога, музей, ресторан, бассейн, спорт комплексы, медицина үҙәге бар.
Был ойошма төрлө мәҙәни саралар, йәштәр өсөн лекциялар, семинарҙар, күренекле кешеләр менән осрашыуҙар үткәрә.
«Хэсэд Лея» (башҡ. Леяға (исем) рәхмәтлебеҙ) шәфҡәтлелек үҙәге милләттәштәренә ярҙам күрһәтә.
Йәһүд милли-мәҙәни үҙәге эшен Шолом Наумович Кац етәкләй. Ул Молдова Республикаһында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында концентрацион лагерҙа тотҡонда була, ул әсәһе менән генә иҫән ҡала. Егет, Иван Франко исемендәге Львов дәүләт университетын тамамлағас, 1957 йылда Өфөгә килә.
Йәһүд дини ойошмаһының эшен күптәргә яҡшы таныш шәхес, Башҡортостандың баш раввины Дан Кричевский етәкләй.
-
Йәһүд милли мәҙәни үҙәгендә синагога
-
Уҡыу бүлмәһендә алтаҡта
-
Стенд
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Республика Башкортостан. Официальный информацинный портал. Национально-культурный еврейский центр.(недоступная ссылка)
- Йәштәр маҡсатлы. Башҡортостан. 2011 йыл, 11 февраль, № 26-27.