Абрамов Виталий Константинович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Виталий Константинович Абрамов
Тыуған көнө

5 май 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (76 йәш)

Тыуған урыны

Изварино, УССР, СССР

Ғилми даирәһе

экономика, хужалыҡ эшмәкәре

Эшләгән урыны

ӨПЭПБ
ӨАПБ

Альма-матер

Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институты

Награда һәм премиялары
СССР Дәүләт премияһы «Почёт Билдәһе» ордены
Тышҡы һүрәттәр
Виталий Абрамов

Абрамов Виталий Константинович (5 май 1947 йыл) — СССР һәм Рәсәй инженеры һәм хужалыҡ эшмәкәре. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1989). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1985).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Виталий Константинович Абрамов 1947 йылдың 5 майында Украина ССР-ы Ворошиловград өлкәһе (әлеге Луганск өлкәһе) Изварино ҡасабаһында тыуа.

1977 йылда Өфөлә Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтын иҡтисадсы һөнәре буйынса тамамлай.

1964 йылдан башлап Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһендә (ӨПЭПБ) эшләй башлай: 1980 йылдан алып цех һәм бүлек начальнигы, 1983 йылдан — директор урынбаҫары, 1989 йылдан — етештереү буйынса генераль директор урынбаҫары, ә 1992 йылдан генераль директор вазифаһын башҡара.

1985 йылда Виталий Константинович «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.

1989 йылда Советтар Союзының Дәүләт премияһы лауреаты исеме бирелә.

19941996 йылдарҙа Виталий Абрамов Өфө агрегат производство берекмәһендә генераль директор урынбаҫары булып хеҙмәт юлын үтәй.

Виталий Абрамов ҡарамағы аҫтында Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһендә ракета техникаһы өсөн цифрлы борт иҫәпләү машиналары, самолёттар өсөн навигация комплекстары (Авионика), «Мир» орбиталь станцияһы һәм «Прогресс‑М» йөк карабы өсөн приборҙар, Ка‑50 вертолёты өсөн аппаратура эшләү ҙур кимәлгә күтәрелә; нефть сығарыу сәнәғәтенең таралып урынлашҡан объекттары өсөн Рәсәй Федерацияһында тәүге «Скат» мәғлүмәт-идара итеү системаһы эшләп сығарыла.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Почёт Билдәһе» ордены (1985)
  • СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1989)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]