Аверьино йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Аверьино йорто
Файл:Таганрог Грек урамы 50 фото 017.jpg
Ил Рәсәй
Ҡала Таганрог
Бина тибы утар йорто
Архитектура стиле барокко элементлы иртә классицизм
Нигеҙләнгән 1860 йыл
Билдәле йәшәүселәр А. Н. Аверьино,
А. А. Аверьино,
С. Аверьино,
А. Г. Ригель
Статус Рәсәй Федерацияһы Гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6101199000№ 6101199000

Аверьино йорто — Таганрог ҡалаһының Грек урамындағы 50-се йорт XIX быуаттың уртаһында урынлашҡан. Ул төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә инә[1].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Коммерция тыҡырығы (хәҙер — Украина) һәм Грек урамы мөйөшөндә торған йорт XIX быуат башында тулыһынса коммерсант Аверьино ғаиләһенә ҡарай. Был территорияла бер нисә йорт бар. Шуларҙың иң тәүҙә һалынғаны балюстрадалы ике ҡатлы йорт, ул 1818 йылда төҙөлә. Һуңынан йорт биналары өлөштәргә бүлеп һатыла һәм бында Муссури ғаиләһе күсә. Ике ҡатлы мөйөш йорт (Грек урамы, 50/11) XIX быуаттың беренсе яртыһында төҙөлә. 1855 йылда инглиз-француз эскадраһы ҡаланы утҡа тотҡан саҡта ул етди зыян күрә. Һөҙөмтәлә хужаларға йортто тергеҙергә тура килә. Йорт хужаһы сауҙагәр А. Н. Аверьино була, ә 1890 йылда ул вафат булғас, йорт уның ҡатыны Софья Аверьиноға күсә. 1896 йылда йортто А. Г. Риделю ала, унан һуң унда уның вариҫтары йәшәй. 1915 йылда уны пароходлыҡ хужаһы Ф. К. Звороно һатып ала.

1919 йылда йортта Аҡ Армияның Юғары Главнокомандующийы генерал-лейтенант А. И. Деникиндың ставкаһы тора. 23 октябрҙә Аверьино йортонда рус армияһының ҙур дәрәжәле хәрби етәкселәре хөрмәтенә ҡабул итеү ойошторола, унда уларҙың хәрби союзниктары булған сит ил (Бөйөк Британия, Чехословакия,Польша) вәкилдәре лә ҡатнаша. Совет власы йылдарында йорт хөкүмәткә алына. 1920 йылдарҙа йортта ҡала халыҡ мәғарифы бүлеге, немец интервенттарының балалары өсөн ете йыллыҡ мәктәп, һуңынан 8-се балалар йорто урынлашҡан. 1944—1948 йылдан алып йорттоң икенсе ҡаттағы бүлмәләрендә Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто, ә беренсе ҡатта 2000 йылға тиклем П. И. Чайковский исемендәге балалар музыка мәктәбе эшләй[2].

Һүрәтләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аверьино йорто классицизм һәм барокко стиле элементтарын ҡулланып төҙөлгән[3]. Фасады рустовка менән биҙәлгән. Тура мөйөшлө тәҙрәләренең сандриктары уҡлы нур һәм өс мөйөшлө формала эшләнгән. Мутуллы кәрнизе бөтә периметры буйынса йөҙлөклө. Ишек алды яғында селтәрле металл рәшәткәле балкон тора, ул дүрт колоннаға ҡуйылған[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы. № 6101199000 // Сайт «Объекты культурного наследия (памятники истории и культуры) народов Российской Федерации».
  2. Дом 50/11. Исторический Таганрог. Дата обращения: 4 март 2017. 2017 йыл 5 март архивланған.(урыҫ.). Исторический Таганрог. 4 март 2017 тикшерелгән.
  3. Тимошенко, 2003, с. 126126
  4. Тимошенко, 2003, с. 127127

Әҙәбиәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • В. И. Тимошенко. Энциклопедия Таганрога. — Ростов-на-Дону: РостИздат, 2003. — 526 с.