Эстәлеккә күсергә

Австрияла католицизм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте






Австрияла католиктарҙың өлөшө

  Католиктар (64%)

  Мосолмандар (7%)

  Протестанттар (6%)

  Лютерандар (4%)

  Башҡалар (20%)

Зальцбургс соборы, Зальцбург, Австрия
Мелькиҙағы монастырь. Австрия

Австрияла католицизм. Австрияның Рим католик сиркәүе — бөтә донъя Католик Сиркәүенең бер өлөшө.

Хәҙерге Австрия территорияһында беренсе христиандар II быуат аҙағында күренә башлағандар. Рим императоры Диоклетиан хакимлығы ваҡытында изге Флориан һәм епископ Петтавии Викториндар дин өсөн язаланғандар. IV—V быуаттарҙа Австрияла Рим-Католик Сиркәүенең беренсе ойошмалары барлыҡҡа килә башлаған: Вирин (хәҙер — Цолльфельд), Теурния (хәҙерге ваҡытта Линдорф-им-Драуталь йәмғиәтенең Санкт-Петер-им-Хольц ортстайлы), Агунт (Линц), Курия (Кур), Лауриак (Лорх) ҡалаларында епархиялар барлыҡҡа килгән. VI быуатта Австрияла герман ҡәбиләләре араһында Британия утрауҙарындағы монастырҙарҙы англо-саксондар туҙҙырғандан һуң Австрия ерҙәренә килгән ирланд монахтары миссионер хеҙмәте менән булышҡан. Изге епископ Руперт 700 йылда Изге Петр аббатлығына нигеҙ һалған, уның янында Зальцбург ҡалаһы барлыҡҡа килгән. 710 йылда Зальцбург ҡалаһында Зальцбург епархияһы ойошторолған. Һуңыраҡ был епархия Австрияла һәм славян ерҙәрендә христиан динен таратыуҙың үҙәге булып торған. Зальцбургтан католик миссионерҙар Моравияға килгәндәр. Зальцбург епископлығы көнбайыш славян ерҙәрен үҙҙәренең территорияһы тип һанаған, шуға күрә улар ундағы башҡа миссионерҙарға, шул иҫәптән көнбайыш славяндар араһында христиан динен таратыусы изге Кирилл һәм Мефодийгә, ҡаршылыҡ күрһәткәндәр.

X быуатта, венгрҙар Австрияға баҫып ингәс, Австрияла католик структуралар бик ныҡ ҡаҡшай. XII быуатта Австрияла бик күп католик монастырҙары барлыҡҡа килә башлаған, улар мәғрифәтселек үҙәге булып торғандар. XVI быуатта Австрияға Германиянан Реформация идеялары үтеп инә башлаған. 1570 йылда бөтөн Австрия ерендә реформаторҙарҙың идеялары ныҡ таралған, уларҙы бигерәк тә урындағы Австрия аристократтары таратҡан. Император йорто һәм иезуиттар, Австрияла төрлө уҡыу йорттары төҙөп, уларҙы католицизмдың төп үрнәгенә әйләндереп, Реформацияға ҡаршы торғандар. Шулар араһында иң билдәле уҡыу йорто булып, 1552 йылда барлыҡҡа килгән Вена коллегияһы торған. Католицизм Австрияла XVI быуаттың аҙағында һәм XVII быуат башында Изге Рим империяһында Рудольф II, Матиас һәм Фердинанд II императорҙар булып торған саҡта әкренләп нығынған. Реформациянан һуң,1618-1648 йылдарҙағы Утыҙ йыллыҡ һуғыш ваҡытында, католицизм үҙенең позицияларын бик күпкә көсәйткән.

XVIII—XIX быуат аҙағында Австрияла үҙ исемен император Иосиф II исеменән алған иосифизм дини-сәйәси хәрәкәте таралған. Император Иосиф II Австрияла күп католик уҡыу йорттары төҙөткән, илдә яңы приходтар барлыҡҡа килгән, тик шул уҡ ваҡытта монахтар ордендары бик ныҡ ситнәтелгән. Австрияла Католик Сиркәүе дәүләт ҡулына эләккән. Иосифизм хәрәкәте Католик Сиркәүенең Изге Тәхете тарафынан ныҡ шелтәләнгән, был хәл император йорто менән Ватикан араһында ҙур конфликттар килтереп сығарған. 1855 йылдың 18 авгусында Австрия менән Ватикан араһында конкордат төҙөлгән, ул, дәүләт менән Сиркәү араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нығытып, иосифизмды бөтөргән.

XVIII быуат аҙағында һәм XIX быуат башында Австрия ижтимағи йәмәғәткә католиктарҙың йоғонтоһо ныҡ көсәйгән. Ул ваҡытта Венала монах-редемпторист изге Климент Мария Хофбауэр, үҙе тирәһенә Австрия интеллигенция вәкилдәрен һәм студенттарҙы йыйып, көслө хәрәкәт башлаған.

XIX быуат уртаһында Австрияла либераль сәйәсәтселәр Католик сиркәүенең йәмғиәткә йоғонтоһон закон юлы менән сикләргә маташҡандар. 1867 йылғы декабрь Конституцияһынан һуң илдә реформалар үткәрелгән. Был реформа 1855 йылда төҙөлгән конкордатҡа ҡаршы торған. Императорҙың һәм хөкүмәттең баҫымы арҡаһында Австрия епископтары Ватиканда үткән I Соборында уларға ҡарата оппозицияға ингән. Соборҙың ҡарарҙарын император Ватикан менән хөкүмәт араһындағы конкардатты юҡҡа сығарыуҙа файҙаланған.

Беренсе донъя һуғышынан һуң Австрияла Республика ойошторолған. 1922—1924 һәм 1926—1929 йылдарҙа Беренсе Австрия Республикаһының канцлеры посын католик дин әһеле Игнац Зейпель алып торған. Ул марксистарҙың һәм нацистарҙың йоғонтоһона ҡаршы сәйәси көрәштә авторитар ысулдар ҡулланған. Уны алыштырған Энгельберт Дольфус , Католик Сиркәүенең ярҙамына таянып, Австрияла ысын авторитар дәүләт булдырған. 1933 йылда Австрия һәм Ватикан араһында яңы конкордат төҙөлгән.

Германия оккупацияһы ваҡытында Католик сиркәүе нацист хакимиәттәре тарафынан бик ныҡ ситнәтелгән. Бик күп католик монастырҙары , Католик Сиркәүенең мәғариф йорттары ябылған. Католик Сиркәүенең күп кенә дингә ышаныусылары әүҙем рәүештә оккупацион хакимиәткә ҡаршылыҡ күрһәткәндәр. Буйһонмаған гражданлыҡ символы булып, үҙенең нацистарҙы ҡабул итмәгәнен асыҡтан-асыҡ әйткән, Франц Ягерштеттер торған. 2007 йылда Франц Ягерштеттер Рим-Католик Сиркәүе тарафынан Изге дәрүиш булып иҫәпләнә башлаған.

1957 йылда Австрия хөкүмәте 1933 йылда Ватикан менән төҙөлгән конкордатты раҫлаған.

Рим папаһы Иоанн Павел II Австрияла 1983, 1988, 1998 йылдарҙа булған.

Хәҙерге ваҡытта Австрияла 2 архиепархия, 7 епархия, 1 хәрби ординариат һәм 1 грек католиктары өсөн ординариат, 1 территориаль аббатлыҡ эшләй. Рим-католиктар һаны яҡынса 6 миллион 300 мең кеше һәм грек-католиктар һаны яҡынса 5 мең кеше тәшкил итә.

Австриялағы Рим-Католик Сиркәүенең структураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Рим-Католик Сиркәүенә инеүсе Австрия епархияларының карталағы торошо
Вена һәм Зальцбург митрополияларының карталағы торошо
  • Архиепархия Зальцбурга
    • Епархия Грац-Зеккау
    • Епархия Гурка
    • Епархия Инсбрука
    • Епархия Фельдкирха
  • Архиепархия Вены
    • Епархия Айзенштадта
    • Епархия Линца
    • Епархия Санкт-Пёльтена
  • Территориальное аббатство Веттинген-Мерерау
  • Военный ординариат Австрии
  • Ординариат для грекокатоликов в Австрии
  • Ingeborg Schödl: Vom Aufbruch in die Krise. Die Kirche in Österreich ab 1945. Tyrolia-Verlag, Innsbruck 2011. ISBN 978-3-7022-3112-5. (Церкви Австрии с 1945 года)  (нем.)
  • Католическая Энциклопедия, т. 1, изд. Францисканцев, М., 2002, ISBN 5-89208-037-4

Тышҡы һылтанмалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]