Австрияла туризм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Планзее күле

Австрия — актив, мәҙәни һәм «йәшел» туризм иле. Туризм Австрия иҡтисадының мөһим өлөшөн тәшкил итә.Хәҙерге көндә илдең тулайым эске продуктының 9 % туризм биләп тора.

Австрияға сәйәхәт Венаға барыуҙан, пабтарға инеүҙән һәм Вена вальсы музыкаһын тыңлауҙан тора. Шулай уҡ туристар өсөн иң популяр урын — Зальцбург, Инсбрук ҡалалары, Альп тауҙары менән уратылған Тиролдең баш ҡалаһы. Илдең көнбайыш өлөштәрен алып торған Форальберг өлкәһендә матурлығы менән дан ҡаҙанған Боден күле бар.

Австрияның киң үҫештерелгән саңғы спорты һәм йәйәү туризмы туристарҙың иң ҙур иғтибарын үҙенә йәлеп итә. Мәҙәниәт менән ҡыҙыҡһынған кешеләр өсөн Австрияла бик күп музейҙар һәм театрҙар бар.

Туризмдың иҡтисадҡа йоғонтоһо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөгөн Австрияның иҡтисадында туризмдың өлөшө бик ҙур. Туризм өлкәһендә төп килем сығанағы ғәҙәттәге кире сауҙа сальдоһын ныҡ ҡаплай. Туризмдың үҫеш сығанағы, уға тотолған сығымдар һәм туризм балансы сальдоһы бөтә күрһәткестәре буйынса Швейцария күрһәткестәре менән бер рәттә тора: 19641990 йылдарҙа туризм өсөн сығымдар бик шәп темптар менән 28 тапҡыр артты, туризм килемдәре — 11 мәртәбә, туристик баланстың ыңғай сальдоһы — 6 тапҡыр артты.

Туристик баланстың актив сальдоһы һуғыштан һуңғы йылдарҙа Австрия өсөн сауҙа балансы дефицитын ҡаплаусы төп сығанаҡ булып тора. Тик 1970—1980 йылдарҙа туризмға ингән финанс керемдәре түбәнәйә бара.

Олимпия трассаһы, Земель
Йылдар 1955 1960 1964 1969 1975 1980 1985 1990
Процент 33 % 58 % 91 % 116 % 96,4 % 49,1 % 74,8 % 74,2 %

Туризмдың Австрияла үҫешеүе түбәндәге факторҙар менән бәйле:

  • бай рекреация ресурстарының күп булыуы;
  • үҫеш алған инфраструктураның булыуы;
  • илдәге иҡтисади һәм сәйәси тотороҡлолоҡ;
  • илдең сеймал һәм яғыулыҡ ресурстарының күп булмауы;
  • сауҙа балансының дефициты;
  • уңышлы географик урыны.

Австрияла һәр бер эшкә яраҡлы бишенсе гражданин туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ (яҡынса 330 000 кеше) сфераһында эшләй. 2013 йылда туранан-тура өҫтәлгән ҡиммәт күләме иҡтисад өлкәһенең 5,8 % тәшкил иткән. (ВВП — 18 млрд евро). Австрия туризм баҙары ҙурлығы буйынса Европала алтынсы булып тора, донъяла — ун беренсе урында. Бер туристан килгән керем буйынса Австрия беренсе урында — 1750 евро [1].

Туристик үҙәктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғөмүмән алғанда, Австрия Альпын бер нисә районға бүлергә мөмкин. Улар тауҙар битләүҙәренең характеры, трассаларҙың ҡатмарлылыҡ кимәле, популярлығы, сервисе, инфраструктураның үҫеше һәм тәбиғәт үҙенсәлектәре буйынса бер-береһенән байтаҡ айырылып тора.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Морозова С. Н. Туризм в Австрии. — М.: АСТ, 2000. — 122 с.
  • Арефьев В. Е. Введение в туризм. — Барнаул: Изд-во АГУ, 2002. — 282 с.