Австрия Президенты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Австрия Президенты
Герб
Нигеҙләү датаһы 10 ноябрь 1230
Рәсми резиденция Хофбург[d]
Вазифа биләй Александр Ван дер Беллен[d]
Дәүләт  Австрия
Юрисдикция таралышы Австрия
Рәсми сайт bundespraesident.at
 Австрия Президенты Викимилектә

Австрия федераль президенты (нем. Österreichischer Bundespräsident) — Австрия дәүләтенең фнедераль етәксеһе. Теоретик яҡтан ҡарағанда ул ҙур конституцион вәкәләттәргә эйә, ғәмәлдә иһә күбеһенсә тантана вәкиле сифатында ғына эш итә. Австрия Президенты алты йылға бер тапҡыр туранан-тура дөйөм һайлауҙарҙа һайлана. Президенттың офисы Венала Хофбург император һарайының Леопольд ҡабырғаһында урынлашҡан.

Күп кенә элекке президенттар үҙ вазифаһын башҡарған ваҡытта ҙур популярлыҡ яулай, икенсе срокҡа һайланыу өсөн кандидатураһын ҡуйған бер генә президент та һайлауҙарҙа бер ҡасан да еңелмәй. 1986 йылда президент итеп һайланған Курт Вальдхайм ғына 1992 йылда үҙ кандидатураһын икенсе срокҡа һайланыуға ҡуймай. Вазифаһын үтәгән ваҡытта биш президент вафат була, бөгөн элекке президент Хайнц Фишерҙан башҡалары баҡыйлыҡҡа күскән. 2016 йылдың 22 майында үткән президент һайлауҙарында, әллә ни ҙур булмаған өҫтөнлөк менән (50.3 %) Йәшелдәр партияһының элекке лидеры, иҡтисад профессоры Александр Ван дер Беллен еңә. Әммә Азатлыҡ партияһы (FPÖ) һөҙөмтәгә ялыу бирә, һәм 1 июлдә Австрия Конституцион суды ҡабаттан һайлауҙар үткәрергә тигән ҡарар ҡабул итә. Яңы президент һайланғанға тиклем ваҡытлыса президент вазифаһын Дорес Бурес етәкләгән Милли совет президиумы башҡара. Ҡабатлап һайлауҙар 2016 йылдың 4 декабрендә үткәрелә, унда, 53,3 % тауыш йыйып, Ван дер Беллен еңә һәм 2017 йылдың 26 ғинуарында вазифаһын башҡара башлай.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]