Аддис-Абеба
Ҡала | |||
Аддис-Абеба амх. አዲስ አበባ | |||
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Координаталар | |||
Мэр |
Кума Демекса (en:Kuma Demeksa) | ||
Нигеҙләнгән | |||
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |||
Элекке исеме |
Финфин | ||
Майҙаны | |||
Бейеклеге |
2400 м | ||
Климат тибы |
субэкваториаль | ||
Рәсми теле | |||
Халҡы | |||
Тығыҙлығы |
5770,5 кеше/км² | ||
Милли состав |
амхара, оромо | ||
Конфессиональ составы |
монофизиттар, мосолмандар | ||
Этнохороним |
аддисабе́балы, аддисабе́балылар[2] | ||
Сәғәт бүлкәте | |||
Телефон коды |
+251 11 | ||
Һанлы танытмалар | |||
Рәсми сайт | |||
Адди́с-Абе́ба (амх. አዲስ አበባ — яңы сәскә[3]) — Эфиопияның һәм Африка союзының, шулай уҡ уның элгәре булған Африка берҙәмлеге ойошмаһының баш ҡалаһы. Халҡының һаны 3 041 002 булып (2012)[1], донъяла диңгеҙгә сығыу урыны булмаған илдәге иң ҙур ҡалаларҙан һанала. Эфиопияның айырым төбәге тигән статусы бар.
1886 йылда император Менелик II тарафынан уның ҡатыны — императрица Таиту үтенесе буйынса нигеҙләнә.
Аддис-Абебаны йыш ҡына «Африка баш ҡалаһы» йәки «Африканың Парижы» тип атайҙар, сөнки ҡитға өсөн уның тарихи, сәйәси һәм дипломатик әһәмиәте бик ҙур. Ҡалала Эфиопияның төрлө төбәгенән төрлө милләтле кешеләр йәшәй: амхара, оромо, тиграи, сомали һәм башҡа күптәр. Халыҡтың конфессиональ составы ла төрлө: бында миафизиттар, мосолмандар, йәһүҙиҙәр, православие христиандары, протестанттар һәм урындағы африкан диндәрендәге кешеләр бар.
Аддис-Абеба — донъялағы иң бейек таулы баш ҡалаларҙың береһе. Ҡаланың иң түбән нөктәһе — 2326 м, ул ҡаланың көньяғында, Боле аэропорты урынлашҡан яҡта, ята. Иң бейек нөктәһе — Энтото тауы, бейеклеге 3000 м, ҡаланың төньяғында урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аддис-Абебаға Эфиопия императоры Менелик II тарафынан нигеҙ һалына. Тәүҙә ҡаланың исеме Финфин була, был оромо телендә «ҡайнар инештәр» тигәнде аңлата. Менелик II, был осорҙа Шева дәүләтенең батшаһы булараҡ, Энтото тауы буйын батшалығының көньяғында хәрби хәрәкәттәр өсөн бик уңайлы тип таба. 1879 йылда ул Урта быуаттарҙағы билдәле ҡаланың харабаларын һәм ошо төбәктәге сиркәүҙең емереклектәрен ҡарарға бара. Императрица Таиту Энтото тауында сиркәү төҙөтә башлағас, уның был тирәгә ҡыҙыҡһыныуы арта. Ләкин тәбиғәт шарттары тауҙың эргәһендә үк ҡала төҙөргә мөмкинлек бирмәй. 1886 йылда тауҙарҙан көньяҡҡа табан төҙөлөш башлана.
Башта Таиту үҙенә «Филуоха» минераль инештәре тирәһендә йорт һалдыра, бында ул Король суды ағзалары менән минераль ванналар ҡабул итергә ярата. Таиту йорто эргәһенә башҡа байҙар ҙа өй һала. Торама киңәйгәс, Менелик II Таитуҙың йортон ҙурайтып һарай итә, бөгөн унда Эфиопия хөкүмәте урынлашҡан. Аддис-Абеба тигән бөгөнгө исеме амхар телендә «Яңы сәскә» тигәнде аңлата, Эфиопия баш ҡалаһы тигән титулды ҡала Менелик II Эфиопия императоры булып киткәс ала. Император Менелик II ултыртҡан эвкалипттарҙы ҡала урамдарында бөгөн дә күрергә мөмкин.
1936 йылдың 5 майында Икенсе итальян-эфиоп һуғышы барышында итальян ғәскәрҙәре ҡаланы яулап ала. 1936—1941 йылдарҙа Аддис-Абеба Итальян Көнсығыш Африкаһының баш ҡалаһы була. Ошо осор эсендә миллион самаһы эфиоп иприт газы менән үлтерелә. Британ ғәскәрҙәре менән эфиоп баш күтәреүселәре Эфиопияла итальян армияһын еңгәндән һуң император Хайле Селассие баш ҡалаға әйләнеп ҡайта һәм шунда уҡ ҡаланы һәм әүәлге тормошто аяҡҡа баҫтырыу эшенә тотона.
1958 йылдан Аддис-Абебала БМО-ның Африка өсөн иҡтисади комиссияһының резиденцияһы урынлаша[3]. Хайле Селассие булышлығында 1963 йылда Африка берлеге ойошмаһы (ОАЕ) ойошторола, уның штаб-фатиры — Аддис-Абебала[3]. 2002 йылда ОАЕ таратыла, ә уның урынына Африка Союзы барлыҡҡа килә, уның штаб-фатиры ла Аддис-Абебала була. Ҡалала шулай уҡ БМО-ның Африка өсөн иҡтисади комиссияһы урынлашҡан. Ә 1965 йылда Аддис-Абебала Көнсығыш православие сиркәүҙәре советы үткәрелә.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауҙарҙа урынлашҡанлыҡтан ҡалаға ҡатмарлы климат күренештәре хас. Бейеклеккә һәм өҫтөнлөклө елгә ҡарап, температура айырмаһы Цельсий буйынса 10 градусҡа етә. Дөйөм алғанда температура киҫкен үҙгәрештәрһеҙ, йыл буйы бер сама тора. Уртаса айлыҡ температура йыл миҙгеленә бәйле +16 — +19 °C тәшкил итә. Экваторға яҡынлыҡ, бейек тауҙа урынлашыуға ҡарамаҫтан, етерлек йылыны тәьмин итә. Ҡала тирәһендә үҫемлектәр донъяһы ярайһы уҡ ярлы, нигеҙҙә сүл һәм ярым сүл ҡыуаҡлыҡтарынан һәм үләндәренән тора.
Йыл әйләнәһенә температура тирбәлештәре юҡ тиерлек. Ҡалала селлә эҫеһе лә, һалҡын да булмай, ҡырау һирәк төшә.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 28,8 | 28,4 | 30,0 | 29,5 | 30,0 | 29,0 | 26,8 | 26,4 | 26,2 | 27,0 | 27,8 | 28,0 | 30,0 |
Уртаса максимум, °C | 21,9 | 22,8 | 23,5 | 23,0 | 23,5 | 21,8 | 19,6 | 19,4 | 20,4 | 21,6 | 21,6 | 21,3 | 21,7 |
Уртаса температура, °C | 16,4 | 17,5 | 18,5 | 18,4 | 18,9 | 17,5 | 16,2 | 16,1 | 16,4 | 16,6 | 16,0 | 15,4 | 17,0 |
Уртаса минимум, °C | 10,0 | 11,0 | 12,6 | 13,2 | 13,3 | 12,5 | 12,0 | 12,3 | 11,6 | 10,4 | 9,1 | 9,1 | 11,4 |
Абсолют минимум, °C | 1,0 | 0,0 | 4,4 | 6,0 | 6,0 | 6,4 | 6,2 | 6,1 | 4,0 | 2,0 | 1,0 | 0,0 | 0,0 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 11 | 38 | 52 | 82 | 69 | 107 | 229 | 232 | 142 | 34 | 5 | 11 | 1010 |
Сығанаҡ: Погода и Климат |
Демография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эфиопияның Үҙәк статистика агентлығының 2012 йылда сыҡҡан мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Аддис-Абебаның халҡы 3 041 002 кеше тәшкил итә, шуларҙың 1 449 002-һе ир-ат һәм 1 592 000-е ҡатын-ҡыҙ[1]. Әлеге ваҡытта Аддис-Абеба биләмәләрендә ауыл райондары юҡ, шуға халҡы 100 % менән ҡаланыҡы. Эфиопияның ҡала халҡының 23 % ошонда йәшәй. Ҡаланың майҙаны — 526,99 км², халҡының тығыҙлығы — 5 770,5 кеше/км². Ҡала 10 административ районға бүленгән, иң тығыҙында (Аддис-Кетема) бер квадрат километрға — 38 255,3 кеше, иң бушағында (Акаки-Калити) 1 704,1 кеше тап килә.
Эфиопияла 2007 йылда үткән һуңғы йәниҫәптән бирле Аддис-Абебаның халҡы 300 меңдән ашыу кешегә артты. 2007 йылда баш ҡала халҡының һаны 2 738 248 кеше тәшкил итте[4].
Баш ҡалала бик күп төрлө милләт вәкилдәре йәшәй. Улар араһында: амхара — халыҡтың 48,3 %, оромо — 19,2 %, гураге — 17,5 %, тиграи — 7,6 %. Миафизиттар — халыҡтың 82 %, мосолмандар — 12,7 %, протестанттар — 3,9 %, католиктар 0,8 % тәшкил итә.
Аддис-Абеба халҡы һанының динамикаһы:
- 1900 — 80 000 кеше
- 1958—400 000 кеше
- 1968—664 000 кеше
- 2002 — 1 700 000 кеше.
- 2012 — 3 041 002 кеше[1]
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аддис-Абебала төрлө иҡтисади эшмәкәрлек тармаҡтары бар. Федераль хөкүмәттең рәсми статистикаһынан күренеүенсә, 119 197 самаһы кеше — сауҙа һәм коммерцияла, 113 977 кеше — сәнәғәттә, 80 391 кеше — үҙенең йорт хужалығында, 71 186 кеше хакимиәттә эшләй, 50 538 кеше — транспорт һәм коммуникациялар, 42 514 кеше — социаль тәьминәт, 32 685 кеше ҡунаҡханалар хужалығы һәм туризм тармағында мәшғүл, ә 16 602 кеше ауыл хужалығында эшләй.
Ауылдарҙан фәҡир эфиоптар, эш эҙләп, күпләп Аддис-Абебаға килә һәм эфиоп баш ҡалаһы урамдарын тултыра. Фәҡирҙәргә белем алыу мөмкинлеге биреү, эш менән тәьмин итеү һөҙөмтәһендә һуңғы ваҡытта уларҙың һаны кәмей бара. Бөгөн Аддис-Абеба — ҡара Африканың сағыштырмаса таҙа һәм хәүефһеҙ ҡалаһы, унда нигеҙҙә мутлыҡтар, ваҡ-төйәк уғрылыҡ һәм сумкалар урлау кеүек енәйәттәр ҡылына.
Һуңғы ваҡытта бейек биналар һәм затлы ҡунаҡханалар һаны арта. Сауҙа үҙәктәре һәм күңел асыу клубтары төҙөлә. Аддис-Абебаны «Африканың курортлы баш ҡалаһы» тип йөрөтәләр.
Транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәмәғәт транспорты автобустарҙан һәм зәңгәр йә аҡ төҫтәге маршрут таксиҙарынан тора. Маршрут таксиһы — ул, ҡағиҙә булараҡ, 12 пассажир һыйҙырышлы микроавтобус. Һәр маршрут таксийында кондуктор бар, ул юл хаҡы өсөн түләү йыйып ултыра.
2008 йыл башында Рәсәй менән хеҙмәттәшлектә тәүге троллейбус маршруты — «Геородис — Адису Гебея» асыла.
Халыҡ-ара Боле аэропорты Аддис-Абеба менән яҡын-тирә ҡалаларҙы хеҙмәтләндерә һәм илдең төп һауа ҡапҡаһы булып тора. 2003 йылда бында яңы халыҡ-ара пассажир терминалы асыла, ул — Африкала иң заманса терминалдарҙың береһе. Шулай уҡ Аддис-Абеба менән Мәскәү араһында һауа бәйләнеше асыу ҡарала[5]. Ҡаланың көнбайышында иҫке Лидета аэропорты урынлашҡан, ул әле хәрби маҡсаттарҙа һәм бәләкәй самолеттар өсөн файҙаланыла.
Аддис-Абебаны Джибути һәм Дыре-Дауа менән шулай уҡ тимер юл бәйләй. Ҡала вокзалы бик күркәм француз стилендә төҙөлгән.
Хакимиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2003 йылдан 2005 йыл майына тиклем Аркэбэ Окубай ҡала мэры булды. 2005 йылдың 31 майында ул «Африка мэры — 2005» тип табылды. Шул саҡта ул вәкәләттәрҙе яңы мэрға — Берхан Негаға тапшырҙы. Әле Кума Демекса (en:Kuma Demeksa) мэр вазифаһында хеҙмәт итә.
Мәғарифы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аддис-Абеба университеты 1950 йылда нигеҙләнә һәм тәүҙәрәк «Аддис-Абебаның университет колледжы» тип атала. 1962 йылдан ул Аддис-Абеба Университеты булып тора. Бында 6 университет ҡаласығы бар һәм 1 кампус Дэбрэ-Зейт ҡалаһында урынлашҡан. Эфиопияның башҡа күп ҡалаларында был университеттың филиалдары бар.
Аддис-Абебала Эфиоп тикшеренеүҙәре институты менән этнография музейы урынлашҡан. Шулай уҡ шәхси колледждар күп.
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Милли музейҙа Люсиҙың — Эфиопия территорияһында табылған австралопитектың — гипс күсермәһе һаҡлана. Әлеге көнгә был — ҡалдыҡтары табылған иң боронғо кеше.
Бында шулай уҡ Эфиопия милли китапханаһы һәм этнография музейы, Аддис-Абеба музейы, Эфиопия музейы һәм тәбиғи тарих музейы урынлашҡан. Тимер юл музейында һәм почта музейында бай коллекциялар бар.
1896 йылда нигеҙләнгән Георгий соборы бинаһы ла иғтибарға лайыҡ. Изге Троица соборында император Хайле Селассие ерләнгән. Изге Ғаилә соборы иң ҙур католик соборы булып тора. Эфиопияның бик ҙур Әнүәр мәсете лә ошонда урынлашҡан.
Ҡала уртаһында ҡарт олатаһы Эфиопия кешеһе булған тип иҫәпләнгән Александр Сергеевич Пушкин монументы тора.
Ҡаланың тағы бер иҫтәлекле урыны — Меркато баҙары, ул Эфиопияла итальяндар хакимлыҡ иткәндә нигеҙләнгән.
2008 йылда еңел атлетика буйынса Африка чемпионаты үткән Аддис-Абеба стадионы — мөһабәт спорт ҡоролмаһы.
Ҡала менән бәйле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Никос Папатакис (1918 тыуған) — грек режиссёры. Аддис-Абебала донъяға килгән һәм бала сағы ла унда үткән.
- Лия Кебеде (1978 йылда тыуған) — эфиоп актрисаһы.
- Сенэт Ашенафи (род. 1966) — Эфиопия актрисаһы һәм мәҙәниәт эшмәкәре.
- Николай Гумилёв — «Аддис-Абеба» тигән шиғыры ошо ҡалаға арналған.
Ҡәрҙәш ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Беғер-Шева, Израиль
- Тель-Авив, Израиль
- Пекин, Ҡытай
- Лейпциг, Германия
- Чхунчхон, Көньяҡ Корея
- Сан-Франциско, АҠШ
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Эфиопия Үҙәк статистика агентлығының 2012 йылдың 1 июленә рәсми баһаһы
- ↑ Городецкая И. Л., Левашов Е. А. Русские названия жителей: Һүҙлек-белешмәлек. — М.: АСТ, 2003. — С. 21. — 363 с. — ISBN 5-17-016914-0.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Аддис-Абеба — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание). Г. Л. Гальперин
- ↑ Ababa The Federal Democratic Republic of Ethiopia — Addis Ababa. Administrative units. 2016 йыл 4 март архивланған. Geohive
- ↑ Эфиоп авиалиниялары Мәскәүгә осасаҡ
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |