Айытбаев Мөхәмәт Мортаҙа улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Айытбаев Мөхәмәт Мортаҙа улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Совет Рәсәйе
Тыуған көнө 1922
Тыуған урыны Мораҙым
Вафат булған урыны Байназар, Бөрйән районы
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]

Айытбаев Мөхәмәт Мортаҙа улы (1922 йыл - ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, ҡыҙылармеец, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[1][2].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Айытбаев Мөхәмәт Мортаҙа улы 1922 йылда Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Байназар ауылында[1][3], икенсе сығанаҡтар буйынса Мораҙым ауылында[1][2] тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Бөрйән районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1]. Миңлеғәле Шайморатов етәкләгән 112-се кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә[2]. Башҡорт атлы дивизияһы составында Воронеж, Белград, Трайборн, Сумы ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. 1943 йылда һуғышта алған яраларынан хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табыла һәм демобилизациялана. Ҡатыны Өмөямал менән 3 бала тәрбиәләп үҫтерәләр: Таһир, Рәфис һәм Рәмзиә. Ветеран Байназар аулында йәшәп, шунда вафат булып ҡала.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Не забыты их имена... (памяти воинов Великой Отечественной войны, призванных Бурзянским РВК, посвящается). Руководитель проекта Ахмедьянов Д.А. Редакционная коллегия: Вагапов А.Н., Давлетбердин С.Х.,Сагитов З.Г., Ишкильдин А.И. 2013 год. ББК 63.3(2)622.78

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]