Эстәлеккә күсергә

Байназар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Байназар
Байназар
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Бөрйән районы

Координаталар

53°17′39″ с. ш. 57°32′38″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 219 810 001

ОКТМО коды

80 619 410 101

Байназар (Рәсәй)
Байназар
Байназар
Байназар (Башҡортостан Республикаһы)
Байназар

Байназар (рус. Байназарово) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1313 кеше[1].

Почта индексы — 453591, ОКТМО коды — 80619425.

Ауыл Ағиҙел йылғаһының ике ярында урынлашҡан.

Ағиҙел йылғаһы аша аҫылма күпер

Байназар ауылы — Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусына ҡараған ауылдарҙың иң боронғоһо. Хәҙер ул Башҡортостандың Бөрйән районына ҡарай, Байназар ауыл советы биләмәһе үҙәге.

1955 йылғы картала Байназар ауылы урынында Әбдрахман ауылы тора.

Өфө наместничествоһының 1786 йылғы картаһында Байназар ауылы утар булараҡ күрһәтелгән. Оло быуын кешеләре ауылдың атамаһы Байназар түгел, Байҙанар ине тип раҫлай.

1812 йылда бында хәҙерге Әбйәлил районы 1-се Асҡар ауылынан 30 ғаилә күсеп килгән. Улар Таңатар йылғаһы буйлап күскән тиҙәр. Биш йыл үтеүгә тағы 3, 1858 йылда — 14 ғаилә килгән. Шулар араһында Асҡар Бейешевтың ейәне — Аллағол Мөхәмәтйәр улы ла булған. 12 ғаилә бер йылдан тәүге йәшәгән еренә күсә.

Байназар ауылына 1-се Асҡарҙан күсеп килгән Түңгәүер ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған. Бында шулай уҡ Әбделмәмбәттән, Үҙәндән ҡарағай-ҡыпсаҡтар ҙа күсенгән.

Байназар ауылы 1816 йылдағы рәүиз мәғлүмәте буйынса 64 йәше тулған йорт старшинаһы Байназар Ильясов исемен йөрөтә. Һуңынан уның урынына бер туған ҡустыһы Алтынбай Ильясов килгән. Байназарҙың улдары күп булған. VII рәүиз мәғлүмәтенән: өлкән улы Иҫәнғолға 39 йәш, Ҡарағолға — 21 йәш, Сәйфелмөлөккә — 5.

Ауылда старшина Байназарҙан 33 йәшкә кесе булған 1785 йылғы Байназар Татлыбаев та (уның улы Ғәйнетдин) йәшәгән. Был исемдәрҙең күпселеге Ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуында билдәләнгән.

Ауылдағы халыҡ һаны арта барған: 1816 йылда 39 хужалыҡта — 273, 1859 йылда 81 хужалыҡта — 528, 1920 йылда 274 хужалыҡта — 1152 кеше йәшәгән.

Ауыл Ағиҙел йылғаһының ике ярында ла урынлашҡан.

1850 йылда халыҡтың бер өлөшө Ҡағы йылғаһы буйына күсенеп киткән һәм 6 хужалыҡта 36 кеше йәшәгән утар барлыҡҡа килгән. Был утар үҙәге Әхмәт ауылында булған (Әбйәлил районы) Түңгәүер улусына ҡараған.

Ә төп ауыл — Байназар — үҙәге Билал ауылында (Баймаҡ районы) урынлашҡан Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусына ингән.

Байназарҙар малсылыҡ, бигерәк тә йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән. 556 кеше йәшәгән 87 хужалыҡта 433 ат, 280 һыйыр, 232 һарыҡ, 39 кәзә булған. Әммә был мул тормош күрһәткесе түгел.

Малсылыҡ үҫеше түбәнгә тәгәрәгән, шуның өсөн халыҡ һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнергә мәжбүр булған. XIX быуаттың 50-се йй. халыҡта 14 солоҡ һәм 9 умарта булған).

Ер эшкәртеүгә яңы ғына тотонғандар. 1842 й. бөтөн халыҡҡа ҡарата 16 бот ужым һәм 450 бот яҙғы ашлыҡ сәселгән.

Байназарҙарҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1805—1807 йылдарҙа Рәсәй батшалығының создаштары Франция менән һуғышҡанда башҡорт полктары составында Байназарҙан Аслан Байрамғәлин, Рафиҡ Атанғолов ҡатнашҡан.

1812 йылда Ватан һуғышында байназарҙарҙың ҡатнашыуы тураһында түбәндәге факттар һөйләй. Парижды алыуҙа ҡатнашҡан 15-се башҡорт полкы составында үҙен аямай, батырҙарса зауряд-хорунжий Килдеғол Игелек улы Ибраһимов, көмөш миҙалдар менән бүләкләнгән рядоойҙар Буранғол Әбделкәримов, Ҡорманғәли Миңлейәров, Рәхмәтулла Мерәҫов, Ишназар Дәүләткилдин һәм Ишбулат Наурыҙбаев һуғышҡан. Сирбай Байрамғол улы Әмиров яу ҡырында башын һалған.

Байназарҙан күсеп сыҡҡан халыҡ Лубаҙа-Тамаҡ йылғаһы буйында һәм Арастауҙа үҙҙәренең айырым утарҙарын үҙаллы ауыл дәрәжәһенә еткергән. Нәбиулла (бөгөн — Нәби) һәм Мораҙым ауылдары 1843—1847 йылдарҙа бына шулай барлыҡҡа килгән[2].

Байназар ауылының XIX быуат уртаһынан артабанғы үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Биләмә берәмектәренә инеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1786 Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусы Өфө наместничествоһы Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1816 -се йорт -се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт -се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт -се Башҡорт кантоны, өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт -се Башҡорт кантоны, өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 улусы өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 улусы Бөрйән-Түңгәүер кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы РСФСР
1926 улусы Бөрйән-Түңгәүер кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Байназар ауыл советы Бөрйән районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Байназар ауыл советы Бөрйән районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Байназар ауыл советы Бөрйән районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XX быуаттағы үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Байназарҙан Беренсе донъя һуғышында түбәндәге ир-егет ҡатнашҡан: Салауатов (Нотоғулла) Мөтиғулла Шахнияз улы (1892 й.), Назаров Мөхәмәҙиә Әбсәләм улы (1894 й.), Мансуров Нәжметдин Хәйретдин улы (1894 й.), Маликов Рамаҙан Абдулла улы (1892 й.), Ҡасҡынов Салауат Мөфтәхетдин улы (1890 й.), Ҡоҙашев Хәмит Ғәле улы (1890 й.), Идалин Мостафа Б. (1892 й.), Исламғолов Ғәлиәхмәт (1892 й.), Дәүләтшин Нурәхмәт Дәүләтша улы (1892 й.), Байназаров Ағзам Абдулла улы (1893 й.), Алтынбаев Ғибәҙулла Канифулла улы (1892 й.), Айытбаев Фазлетдин Заһретдин улы (1895 й. Әтек), Үтәбаев Рәсүл Насырйән улы (1895 й.) һ.б[3]

Бөйөк Октябрь революцияһынан һуң Бөрйән-Түңгәүер кантоны биләмәләренә инә. Граждандар һуғышы йылдарында башҡорт милли хәрәкәте үҙәктәренең береһе (1920—1921 йй. Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы) булған. Байназар ауылы янында 1 мең кешенән торған баш күтәреүселәр отряды хәрәкәт иткән. Ҡыҙылармеецтар ауылдың 18 кешеһен атып үлтергән[4].

1924 йылда Иҫке Собханғолда ла мәктәп асыла, 1925 йылда Байназар, Байғаҙы, Ғәҙелгәрәй, Әтек мәктәптәре эш башлай.

Бөрйән районы 35 ауыл араһынан халыҡ сағыштырмаса күп йәшәгән ауылдар: Иҫке Собханғол (3,7 мең, 1989) һәм Байназар (1,2 мең кеше) Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Халыҡ иҫәбе
2002[5]2009[5]2010[6]
136114261313
Милли состав

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002)|мәғлүмәттәренә ярашлы, башҡорттар һаны 99 % тәшкил иткән[5]

Урам исемдәре [7]

  • Ағиҙел (урамы) (рус.  Агидель (улица))
  • Бельская урамы (рус. Бельская (улица))
  • Тау урамы (рус.  Горная (улица))
  • Дуҫлыҡ урамы (рус.  Дружбы ( улица))
  • Кәлтәгәү урамы (рус.  Калтагау (улица))
  • Зәки Вәлиди урамы (рус.  Заки Валиди (улица))
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира ( улица))
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодежная (улица))
  • Октябрь урамы (рус. Октября (улица))
  • С. Юлаев урамы (рус.  С. Юлаева (улица))
  • Тирмән урамы (рус. Тирман (улица))
  • Туғай урамы (рус.  Тугай (улица))
  • Урал урамы (рус.  Уральская (улица))
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица))

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлибәкова Флүрә Мөҙәрис ҡыҙы (19 июль 1959 йыл) — Бөрйән районы үҙәк дауаханаһы педиатры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы

Байназар ауылында уҡығандар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ғарифуллина Айһылыу Рәжәп ҡыҙы 1968 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Мәһәҙей ауылында тыуа, ишле ғаиләлә етенсе бала була.

Башланғыс белемде тыуған ауылында ала. Байназар урта мәктәбен тамамлағас, Белорет һөнәрселек училищеһендә тегенсе һөнәрен үҙләштерә. Артабан баласаҡ хыялы Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына алып килә. Ундағы «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә шөғөлләнә.

Университетты тамамлағас, хеҙмәт юлын тыуған районының Ҡолғона ауыл мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыһы булып башлай. Ун йылдан ашыу ғүмерен мәғәриф өлкәһенә арнай. 2002 йылдан Бөрйән районы «Таң» гәзитендә бүлек мөдире булып эшләй.

«Гөрләүек», «Йондоҙ асам» шиғыр китаптары авторы. «Баҙал» ижади төркөмгә етәкселек итә. Әҙәбиәт өлкәһендә 80-се йылдарҙан. Үҙенең шиғриәте менән халҡы күңелендә ныҡлы урын биләгән инде. 2000 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. Айһылыуҙың шиғырҙары дөйөм йыйынтыҡтарҙа донъя күрҙе, республика матбуғатында даими баҫылып тора.

Бөрйән районы. Ҡурыуҙы тауы

Бөрйәндә яҙып алынған «Бабсаҡ менән Күҫәк» эпосында шул райондың Байназар ауылы эргәһендәге Ҡурыуҙы тауының атамаhына түбәндәгесә аңлатма бирелә:

Мәсем хандың ғаиләһен арыҫлан һәләк итә. Ҡайғынан башын юғалтҡан хан үҙенең һылыу ҡыҙын арыҫлан ҡолағын киҫеп алып килгән батырға кейәүгә бирергә вәғәҙә итә. Бабсаҡ бей арыҫландың уң ҡолағын киҫеп алған. Әммә Ҡараҡөлөмбәт арыҫландың икенсе ҡолағын алдараҡ килтереп еткергән. Көнсөл Ҡараҡөлөмбәт Бабсаҡ бейҙе үлтерә һәм дошманлашҡан ырыуҙың бөтөн кешеһен ҡырып бөтөрә. Тик «бер йән» (шунан: бөрйән һүҙе килеп сыҡҡан, тиҙәр), бер имсәк бала ғына тере ҡалған була. Ул бала, үҫеп ир-егет ҡорона ингәс, Күҫәк батыр булып таныла һәм үҙенең Бабсаҡ батырҙың улы икәнен белә. Ҡараҡөлөмбәттән ул бик ҡаты үс алған: Байназар ауылы янындағы тауҙа, дошманын ҙур ҡаҙанға һалып, тереләй ҡурырға бойорған. Шунан бирле был тау Ҡурыуҙы тауы тип йөрөтөлә икән.

Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары исемлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Ил саҡырғас, яуға киттек…» Байназар ауыл Советы буйынса бөтәһе 241 кеше фронтҡа китә, 139 яуҙа һәләк булалар, 102 еңеү менән ҡайталар (хәҙер улар ҙа мәрхүмдәр).

Байназар ауылынан булған яугирҙар исемлеге:

№ тәртип буйынса Байназар ауылынан.

Фамилияһы, исеме атаһының исеме

Тыуған йылы һуғышҡа киткән йылы Вафат булған йылы
1 Аҙанғолов Мөхәмәтйән Дәүләткужа улы 1923 1942 1942
2 Аҙанғолов Мөхәррәм Дәүләтҡужа улы 1921 1943 2006
3 Алтынбаев (Вәлиев) Ғарифулла Хәлфетдин улы 1918 1941 1942
4 Алтынбаев Зекрийә Ҡәнифулла улы 1904 1941 1942
5 Алтынбаев Мәхмутдин Ҡәнифулла улы 1907 1941 1942
6 Алтынбаев Сабирйән Әбделвәхит улы 1900 1941 1944
7 Алтынбаев Фәтҡулла Ғибәт улы 1924 1942 1943
8 Айытҡолов Сәлмән Хәбир улы 1924 1942 1973
9 Айытҡолов Ғәфур Ширғәле улы 1903 1942 1973
10 Айытбаев Зекрийә Сафа улы 1924 1943 1965
11 Архипов Иван Осипович 1925 1943 1965
12 Байназаров Абдрахман Абдулла улы 1905 1942 1943
13 Байназаров Зайнулла Султангәрәй улы 1907 194- 1943
14 Байназаров Ильяс Хөсәйен улы 1913 1941 1943
15 Байназаров Ғәлиулла Хәйрулла улы 1919 1941 1945?
16 Байназаров Мөхәмәтйән Сәғит улы 1906 1942 1994
17 Байназаров Мансур Сәғит улы 1921 1941 1942
18 Байназаров Мирсаяф Ғәлиастан улы 1909 1941
19 Байназаров Сахиулла Мөхәмәҙиә улы 1918 1941 1945
20 Байназаров Сәйетғәле Зөлфәр улы 1922 1941 1945
21 Байназаров Ағзам Мөхәмәт улы 1921 1941 2003
22 Байназаров Абдразаҡ Ғиниәт улы 1923 1942 2003
23 Байназаров Айытбай Ғиниәт улы 1925 1944 1999
24 Вәлиев Хәлфетдин Ғиләжетдин улы 1898 1942 1944
25 Вәлиев Хөснөтдин Хәлфетдин улы 1923 1941 1944
26 Вәлиев Ғилфан Ғиләжетдин улы 1910 1941 1943
27 Вәлиев Ханнан һаҙый улы 1915 1941 194?
28 Ғайсин Юныс Яхия улы 1911 1941 1974
29 Ғәлиев Лотфулла Әбсәләм улы 1901 1941 1942
30 Ғәлин Нуриәхмәт Хажиәхмәт улы 1900 1941 1942
31 Ғәйнуллин Басир Султан улы 1919 1941 1942
32 Ғәлимов Мөхәмәтғәле Ишмөхәмәт улы 1896 1942 1968
33 Дәүләтшин Исмағзам Яһанур улы 1905 1941 1943
34 Дәүләтшин Исмағзам Яһанур улы 1902 1941 1943
35 Зарипов Әбделхәй Зәкир улы 1911 1941 1942
36 Зарипов Рәхимйән Зәкир улы 1916 1941 1982
37 Зарипов Мансур Фәтих улы 1925 1943 1944
38 Зәйнуллин Сәхиулла Рәхмәтулла улы 1906 1942 1991
39 Зәйнуллин Әхмәтулла Рәхмәтулла улы 1925 1942 2009
40 Зәйнуллин Әхмәҙиә Рәхмәтулла улы 1926 1943 1994
41 Зәйнуллин Шәрифулла Лотфулла улы 1904 1942 1973
42 Иманғолов Әбүзәр Мәхмүтдин улы 1902 1942 1997
43 Иманғолов Нәсибулла Хисаметдин улы 1902 1942 1997
44 Иманғолов Фазлетдин Ямалетдин улы 1901 1942 1951
45 Ибәтуллин Хәкимйән Сәхиулла улы 1923 1942 1959
46 Иҙәлин Мостафа Ширғәле улы 1894 1942 1944
47 Исламғолов Ғөбәйтулла Хөбитдин улы 1906 1942 1942
48 Исламғолов Ғәйнитдин Хәлфетдин улы 1917 1941 1944
49 Исламғолов Ғәлиән Хөснийән улы 1917 1941 1944
50 Исламғолов Әбүзәр Ғәлиәхмәт улы 1925 1943 2000
51 Исмаков Ғөбәйтулла Собханғол улы. 1897 1942 1944
52 Исмаков Фазулла Ғөбәйтулла улы 1923 1942 1943
53 Исмаков Ғәйзулла Ғөбәйтулла улы 1926 1944 1994
54 Иҫәнғәлин Әшрәф Шәкир улы 1903 1942 1944
55 Ишбулатов Сабитулла Хәйрулла улы 1896 1942 1942
56 Ишбулатов Лотфулла Сибәғәт улы 1924 1942 1990
57 Ишемғолов Ғәлләметдин Сиражетдин улы 1910 1941 1943
58 Ишҡыуатов Солтангәрәй Илһам улы 1902 1942 1943
59 Ишҡыуатов Шәриф Хөбитдин улы 1914 1941 1941
60 Ишназаров Хәйетдин Хисаметдин улы 1899 1942 1942
61 Ҡарабулатов Зекрия Султан улы 1913 1941 1942
62 Ҡарабулатов Нурғәле Солтан улы 1917 1941 2001
63 Ҡарағолов Әбделхаҡ Даян улы 1911 1941 1943
64 Ҡарағолов Ғәлиулла Хәкимйән улы 1911 1941 1943
65 Ҡарағолов Зөбәйҙулла Хәкимйән улы 1911 1941 1943
66 Ҡарағолов Әшрәф Ғумәр улы 1942 1980
67 Ҡарағолов һаҙый Ғумәр улы 1904 1941 1942
68 Ҡарағолов Мансур Ғумәр улы 1907 1942 1971
69 Ҡарағолов Халимулла Хәкимйән улы 1900 1943 1975
70 Ҡарағолов Халиҡ Даян улы 1921 1941 1984
71 Ҡарағолов Фәхрәзе Нотрахман улы 1926 1943 2001
72 Ҡарамышев Фаяз Шәңгәрәй улы 1915 1941 2011
73 Ҡасҡынов Сөнәғәт Мифтах улы 1906 1941 1943
74 Ҡасҡынов Абдулла Салауат улы 1923 1942 1943
75 Ҡасҡынов Фәсхетдин Хәйретдин улы 1923 1942 1943
76 Маликов Муса Мәхиән улы 1907 1941 1943
77 Маликов Зәки Рамаҙан улы 1923 1942 2011
78 Мәликова (Сөләймәнова) Факиһа Суфиян ҡыҙы 1921 1942 2005
79 Маликов Мөжәүир Суфиян улы 1926 1944 2004
80 Маликов Хәмзә Ғәлиәхмәт улы 1918 1942 2007
81 Маликов Ағзам Ғәйзулла улы 1909 1942 1944
82 Миндеғолов Хәйривара Шахнияз улы 1903 1942 1990
83 Мансуров Шәмсетдин Фәхретдин улы 1926 1942 1944
84 Мостафин Атаулла Ғөбәйҙулла улы 1906 1941 1942

1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Байназар ауылы уҡытыусылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1.Байназаров Ағзам Мәхәмәт улы (Байназаров Исмәғзам Мәхәмәт улы). Байназар ауылынан. 1921 йылда тыуған. Рядовой. 1946 йылда демобилизациялана.

2. Ғәлиев Лотфулла Әбсәләм улы. Байназар ауылынан. 1901 йылда тыуған. Рядовой. Һуғышта һәләк булған.

3.Дәүләтбирҙин Сәлихйән Хафиз улы. Байназар ауылынан . 1927 йылда тыуған. Гвардия сержанты. 1950 йылда демобилизациялана.

4.Ишбулатов Лотфулла Сибәғәт улы. Байназар ауылынан. 1924 йылда тыуған. Сержант. 1942 йылда демобилизациялана.

5.Ишҡыуатов Шәриф Хөбитдин улы. Байназар ауылынан. 1914 йылда тыуған.1941 йылдың октябрендә хәбәрһеҙ юғала.

6. Маликов Мөжәүир Суфиян улы — Байназар ауылынан.1926 йылдың тыуған йылы. Сержант. 1950 йылда демобилизациялана.

7.Маликова Факиһа Суфиян ҡыҙы. Байназар ауылынан. 1921 йылда тыуған. Рядовой. 1945 йылда демобилизациялана.

8.Ҡарағолов Хәлик Даян улы. Байназар ауылынан. 1921 йылда тыуған. Беренсе лейтенант. 1942 йылда демобилизациялана.

9.Ҡарамышев Фаяз Шангәрәй улы. 1919 йылда тыуған. Лейтенант. 1946 йылда демобилизациялана.

Викидәреслектә мәҡәләләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Байназар ауылы тураһында ваҡытлы матбуғат

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4(рус.)
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. History of the village of Baynazarovo
  3. Д. АЛЛАБИРҘИН."Таң" № 61,62,88, май-июнь 2014
  4. Командировка.ру / Россия / Байназарово
  5. 5,0 5,1 5,2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  6. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  7. [1]
  8. Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  9. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  10. ауылындағы Тирмән ҡаяһы(недоступная ссылка)
  11. [Байназар_ауылының_"Үгеҙ_һөҙгән",_"Тәрән_уй"_шишмәләренә_антропоген_факторҙарҙың_йоғонтоһо(недоступная ссылка) Байназар ауылының «Үгеҙ һөҙгән», «Тәрән уй» шишмәләренә антропоген факторҙарҙың йоғонтоһо
  12. Видео