Баязитова Рәсимә Рауил ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баязитова Рәсимә Рауил ҡыҙы
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Башҡорт АССР-ы
 Рәсәй
Тыуған көнө 27 март 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (49 йәш)
Тыуған урыны Иҫке Собханғол, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы
Эш урыны мәктәп
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Баязитова Рәсимә Рауил ҡыҙы (27 март 1975 йыл) — Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсимә Рауил ҡыҙы Баязитова 1975 йылдың 27 мартында Башҡортостандың Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуған. Рәсимә 1981 йылда Байназар урта мәктәбенең 1-се класына уҡырға бара. Мәктәп йылдарында предмет олимпиадаларында ҡатнаша, бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә. Волейбол һәм саңғы секцияларына йөрөй. 1992 йылда мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетына уҡырға инә. 1997 йылда, университетты уңышлы тамамлап, ҡулына диплом ала. 1996 йылдан Байназар урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай.

Рәсимә Баязитованың уҡыусылары район һәм республика олимпиадаларында призлы урындар яулай. Байназарова Гүзәлиә 2006/2007 уҡыу йылында һәм Төлкөбаева Гүзәлиә 20018/2019 уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһында еңеүсе булдылар. Ул уҡытып сығарған уҡыусыларҙың күптәре филология факультеттарына уҡырға инеп, үҙ һөнәре буйынса эшләп йөрөйҙәр. Мәктәптә «Ҡаурый ҡәләм» түңәрәген етәкләй. Уҡыусыларының ижади эштәре республика ваҡытлы матбуғатында донъя күрә килә. Күп уҡыусылары «Йәншишмә» гәзитенең һәм «Аманат» журналының[1] «Йәш хәбәрсе» исемен йөрөтәләр: Дәүләтшина Сәлимә (2017), Буранбаева Зилиә (2017), Алтынбаева Зәлиә (2018), Ҡарағолов Азамат (2019), Моратшина Заһиҙә (2020), Айытбаева Илүзә(2020), Мостафина Әлфинә(2021), Әйүпова Вәсилә(2021). Уҡыусылары Дәүләтшина Сәлимә (2017) һәм Алтынбаева Зәлиә (2018) «Йәншишмә» балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенең Ғәбиҙулла Зарипов премияһын йөрөтә[2][3].

1996 йылда Баязитов Азамат Роберт улы менән тормош ҡоралар. Бер ул тәрбиәләп үҫтерәләр.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2004» регион-ара конкурсының «Халыҡ педагогикаһын оҫта ҡулланыусы» номинацияһында еңеүсе
  • «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2013» төбәк-ара конкурсының «Өлгөлө дәрес» номинацияһында еңеүсе
  • Рәсәй Федерацияһының Иң яҡшы уҡытыусыһы конкурсы еңеүсеһе (победитель конкурса лучших учителей Российской Федерации), 2009 йыл[4]

Читайте на WWW.UFA.KP.RU: https://www.ufa.kp.ru/daily/24326/518146/

  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, 2009 йыл
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, 2019 йыл[5]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]