Акула

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Акула
Sphyrnalewini.jpg
Sphyrna lewini
Leopard shark.jpg
Stegostoma fasciatum
Tigershark3.jpg
Galeocerdo cuvier
Squatina californica.jpg
Squatina californica
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Selachii

Синонимдар
  • Selachimorpha
  • Pleurotremata
Отрядтар
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   563987
EOL   4659120

Аку́лалар (лат. Selachii)[1] — кимерсәкле балыҡтар (Chondrichthyes), пластина айғолаҡлылар (Elasmobranchii) иҫәбенә инә. Үҙҙәренә башҡа үҙенсәлектәренән: торпедаға оҡшаған оҙонса кәүҙәле, ҡойроҡта ҙур гетероцеркаль йөҙгөс, ғәҙәттә һәр яңағында ла бик күп үткер тештәре була [2].


«Аку́ла» һүҙе боронғо исланд «hákall» һүҙенән барлыҡҡа килгән[3][4]. Иң боронғо төрҙәре 420—450 млн йыл элек йәшәгән[5]

Бөгөнгә 450 төрө билдәле: тәрән һыуҙа йәшәүсе 17 сантиметр ғына оҙонлоҡтағы ваҡтары Etmopterus perryi, иң оҙон балыҡ һаналған кит һымаҡ акула (Rhincodon typus) — оҙонлоғо 20 метрға етә. Диңгеҙҙәрҙә һәм океандарҙа ныҡ таралған, һыуҙың өҫкө ҡатламында ла, 2000 метр тәрәнлектә лә йәшәй. Башлыса диңгеҙ һыуында көн итһәләр ҙә, сөсө һыуҙа йәшәй торғандары ла бар. Күпселек акулалар йыртҡыс хайуандар иҫәбенә инә, әммә 3 төрө — кит һымағы, гигант һәм ҙур ауыҙлы акулалар — фильтраторҙар, улар планктон, кальмар һәм ваҡ балыҡтар менән туҡлана.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Нельсон Джозеф С. Рыбы мировой фауны / Пер. 4-го перераб. англ. изд. Богуцкой Н. Г., науч. ред-ры Насека А. М., Герд А. С. — М.: Книжный дом «ЛИБРОКОМ», 2009. — С. 107. — ISBN 978-5-397-00675-0.
  2. Н. Н. Гуртовой, Б. С. Матвеев, Ф. Я. Дзержинский Часть 1. Низшие хордовые, бесчелюстные, рыбы, земноводные // Практическая зоотомия позвоночных / Под ред. Б. С. Матвеева и Н. Н. Гуртового. — М.: Высшая школа, 1976. — С. 127—163. — 351 с. — 18 000 экз.
  3. Фасмер М. (А-Д) // Этимологический словарь русского языка = Russisches Etymologisches Wörterbuch / под ред. проф. Б. А. Ларина — Второе, стереотипное. — М.: Прогресс, 1986. — Т. 1. — С. 67. — 576 с. — 50000 экз.
  4. Крылов Г. А. Этимологический словарь русского языка — СПб.: ООО «Полиграфуслуги», 2005. — С. 15. — 432 с. — 10000 экз.
  5. R. Aidan Martin. Fathoming Geologic Time (en). ReefQuest Centre for Shark Research. Тәүге сығанаҡтан архивланған 24 ғинуар 2012. 18 февраля 2011 тикшерелгән.