Аласыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ситәндән үрелгән аласыҡ

Аласыҡ — башҡорт йәйләүҙәрендәге тура мөйөшлө, 2 йәки 4 яҡлы һөҙәк яҫы ҡыйыҡлы, ер иҙәнле ваҡытлыса торлаҡ; йәйләүҙә көн итеү өсөн ҡабыҡ йәки ситәндән эшләнгән ҡаралты,ишек алдындағы йәйге аш өйө[1].

Төҙөлөшө[үҙгәртергә]

Күсмә аласыҡ тура мөйөшлө ҡабыҡ (һирәгерәк кейеҙ) менән көпләнгән дүрт ҡыҫандан торған, уларҙың өҫкө остары уртаға бөгөлөп, ҡыйыҡ барлыҡҡа килтергән. Стационар аласыҡ стеналарҙың мөйөштәренә һәм стена һыҙығы буйлап ҡаҙып ултыртылған бағаналарҙан һәм уларға беркетелгән 2—3 рәт горизонталь һайғауҙан, күсереп йөрөтөлгән ҡабыҡ, таҡта, ситән (һирәгерәк кейеҙ) япманан торған.

Интерьеры[үҙгәртергә]

Аласыҡтың эске күренеше

Традицион интерьерҙың төп элементы — таҡта һике. Стационар аласыҡҡа ингән урында бешеренеү өсөн усаҡ эшләгәндәр. Ултыраҡ тормошҡа күскәндән һуң аласыҡ йәйге аш бүлмәһе һәм аҙыҡ-түлек һаҡлау урыны сифатында файҙаланыла башлай. 19 быуат аҙағынан башлап аласыҡ ағас иҙәнле һәм тәҙрәле итеп төҙөй башлайҙар, мейес сығаралар. Ғәҙәттә ҡаҙ йолҡоу ( Ҡаҙ өмәһе), йөн тетеү өмәләре үткәрелгән; ҡышын унда яңы тыуған быҙауҙарҙы, бәрәстәрҙе тотҡандар. Урал аръяғында, Башҡортостандың көньяҡ‑көнбайыш, үҙәк һәм тау‑урман райондарында таралған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Руденко С.И. Башкиры: ист.‑этногр. очерки. М.; Л., 1955; Шитова С.Н. Традиционные поселения и жилища башкир. Вторая половина XIX — первая четверть XX в. М., 1984.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)

Сығанаҡ[үҙгәртергә]