Торлаҡ
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Торлаҡ — кеше йәки хайуандар йәшәй торған ҡоролма. Өй — Кеше йәшәү өсөн һалынған бина; йорт. Йорт — Йәшәү, төрлө ойошма һ.б. урынлаштырыу өсөн тәғәйенләнгән ҡоролма; бина, өй. Ғәҙәттә торлаҡ уңайһыҙ һауа шарттарынан һаҡланыу, йоҡлау, балалар үҫтереү, припас һаҡлау һәм ял итеү өсөн хеҙмәт итә.
Эстәлеге |
[үҙгәртергә] Тарихы
Мамонт һөйәгенән эшләнгән боронғо торлаҡ Киев ҡалаһынан йыраҡ түгел Межирич янында табылған. Торлаҡ мамонт тиреһе менән ябылған булыуы ихтимал. Был табышты 2 м-ға нигеҙ ҡаҙыған крәҫтиәндәр 1965 йылда таба[1]. Архитектор Роберт Шуноер үҙенең «Торлаҡҡа 6000 йыл» тигән китабында торлаҡты өс категорияға бүлә:
- ҡалаларға тиклем төҙөлгән торлаҡ — эскимостар йәшәгән иглу, ярымстационар пуэблу һәм стационар гомстед.
- көнсығыш ҡалаһы торлағы — Боронғо Греция һәм Рим йорттары, Ҡытай йорттары.
- көнбайыш ҡалаһы торлағы — Яңырыу дәүерендә барлыҡҡа килгән таунхаустар һәм XIX , XX быуаттарҙағы күп фатирлы йорттар.
[үҙгәртергә] Кеше йәшәгән торлаҡ
- мәмерйә
- ер өй
- бина
- фатир
- ҡыуыш
- палатка
- милли торлактар: вигвам, чум, иглу, хата, тирмә, яранга, һәндерә.
- өй
- дача
- сукка
- үтә бейек йорт
- һарай
- ҡәлғә
- ҡунаҡхана
- пентхаус
[үҙгәртергә] Ҡарағыҙ
[үҙгәртергә] Һылтанма
[үҙгәртергә] Иҫкәрмәләр
- ↑ Citation. Gregorovich Andrew .1994. Ancient Inventions of Ukraine. http://www.infoukes.com/history/inventions/