Ағас

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Секвойядендрон (Sequoiadendron giganteum) 60-80 м. бейеклеккә етә. 135 м. бейеклеккә еткән экземплярҙар билдәле
Вивариялағы Нойкомалағы ғәҙәти рәүештә тарҡалыусы үлек ағас (Olympic Sculpture Park, Сиэтл)

Ағас — үҙағаслы олондан һәм япраҡлы сатырҙан торған типик формалағы ағаслы үҫемлек

Йөкмәткеһе

[үҙгәртергә] Классификация

Ағастар япраҡ төрҙәре буйынса ылыҫлы һәм киң япраҡлыларға бүленәләр.

Ылыҫлылар ғәҙәттә ылыҫтар йәки энәләр тип аталған ҡаты мәңге йәшел энәгә оҡшаш йәки тәңкәле япраҡтары менән айырылып тора, тубырсыҡтар йәки артыш еләген барлыҡҡа килтерәләр. Был төркөмгә мәҫәлән, ҡарағай, шыршы, пихта, ҡарағас, кипарис, секвоя инә.

Киң япраҡлы ағастарҙың яҫы һәм киң япраҡтары бар - уларҙың ҡалынлығы оҙонлоғона һәм киңлегенә ҡарағанда күпкә кәмерәк, ғәҙәттә йылына бер тапҡыр ҡойола. Киң япраҡлы (йәки ябайыраҡ япраҡлы) ағастар ғәҙәттә сәскә аталар һәм емеш бирәләр. Был төркөмгә саған, бук, йәсин ағасы, эвкалипт һ. б. ҡарайҙар.

Япраҡтарҙың төрөнә ҡарап классификациянан тыш, ағастар япраҡтарыңың йәшәү ваҡытына ҡарап япраҡ ҡойоусыларға һәм мәңге йәшелдәргә бүленәләр.

Япраҡ ҡойоусы ағастар билдәле бер тәртиптә япраҡ ҡатламын алмаштырамар: ағастағы бөтә япраҡтар ҙа йәшел төҫөн юғалталар һәм ҡойолалар, билдәле бер ваҡыт эсендә (ҡышын) ағастар япраҡһыҙ тора, һуңынан (яҙын) бөрөләрҙән яңы япраҡтар үҫеп сыға.

Мәңге йәшел ағастарҙа аныҡлы япраҡ ҡатламын алыштырыу ваҡыты юҡ: йылдың теләһә ниндәй ваҡыт эсендә ағаста япраҡтар була, тағы ла япраҡ алмашыныу, ағастың бөтә ғүмере буйына аҡрынлап бара.

Биологик классификациянан тыш ағастар башҡа төрлө сифаттары буйынса ла бүленә: мәҫәлән, емеш биреүсән ағастар (уларҙың емештәрен кеше аҙыҡ сифатында ҡуллана), ҡиммәтле (уларҙың үҙағастары сәнәғәт кәрәк-яраҡтарында ҡулланыла), карап төҙөүгә яраҡлы (карап төҙөгәндә ҡулланыла), торпик (уларҙың таралыу ареалы экваторҙан йыраҡ түгел ерҙә үтә), төньяҡ (уларҙың таралыу ареалы экваторҙан йыраҡта үтә) һ.б.

[үҙгәртергә] Морфология

Ағаста төп өс өлөш билдәләйҙәр: тамыр, олон, һәм сатыр.

Ағас тамыры – ул, ғәҙәттә, үҫемлектең ер аҫтында урынлашҡан өлөшө. Төп функциялары- ағасты вертикаль торошта тота, тупраҡтан туҡлыҡлы матдәләрҙе һурып алыу һәм уларҙы олон буйлап тапшырыу. Тамырҙар киң таралған булалар: улар 30 метрға тиклеп тәрәнлеккә һәм тирә-яҡҡа 100 метр ян-яҡҡа таралыуы мөмкин. Ҡайһы бер ағастарҙың тамырҙары һауала аҫылынып тороуы мөмкин, улар ер өҫтөндә урынлашалар, һәм уларҙың функциялары япраҡтарҙыҡына оҡшаш.

Ағас олоно сатыр өсөн терәк функцияһын үтәй, һәм шулай уҡ тамыр менән сатыр араһында матдәләр тапшырылыуын башҡара. Ҡышҡы ваҡытта һыу һәм туҡлыҡлы матдәләр һаҡлағысы сифатын башҡара. Ағас олоно үҙәктән һәм үҙағастан тора, һуңғыһы камбийҙан эскә ҡарай үҫә, йыллыҡ үҫеү балдаҡтарын барлаҡҡа килтерә – ағастың арҡыры киҫемендә күренгән асыҡ һәм ҡара өлөштәр. Йыллыҡ үҫеү балдаҡтарын һаны урта зонала урынлашҡан урмандарҙа ағас йәшенә тиң, ә уларҙың ҡалынлығы иһә – һәр-бер билдәле йылдағы ағастың йәшәү ысулына тиң була. Ҡоролоҡ райондарҙа яуым-төшөм үткәндән һуң ағастарҙа ялған йыллыҡ үҫеү балдаҡтары хасил булыуы мөмкин. Тышҡы яҡтан олон ҡабыҡ менән ҡапланған була. Ғәҙәттә ағастың бөтә ғүмер оҙонлоғо эсендә бер генә олоно була. Төп олон зарар күргән (бысылған) осраҡта ҡайһы бер ағастарҙа йоҡлаған бөрөләрҙән туғандаш олондар уҫеп сығыуы мөмкин.

Ағас сатыры – беренсе ботаҡланыуҙан ағастың осона тиклем олондо дауам итеүсе ағастың юғарғы өлөшөндәге ботаҡтар һәм япраҡтар берҙәмлеге, йәки ҡыуаҡтағы бөтә ян-яҡтағы ботаҡтар таралмаһы менән япраҡтар. Шулай уҡ киләһе үҙенсәлектәрҙе айыралар: ағас сатырына ҡарап – колонна кеүек тән таралмалыға, сатыр тығыҙлығына ҡарап – тығыҙ ҙан һирәккә тиклем, һәм ажурлы. Яҡтылыҡ тәҫьирендә япраҡтарҙа фотосинтез арҡаһында кәрәкле матдәләр синтезланыуы бара.

[үҙгәртергә] Ағастар менән бәйле булған рекордтар

  • Редвуд милли паркында урынлашҡан секвоя төрөнә ҡараған ағастар иң бейек буйға етә, ул ағастарҙың оҙонлоғо 115,55 м етә
  • Донъялағы иң йыуан ағас баобаб, диаметры 15.9 м.
  • Раҫлауҙарға ҡарағанда, ер шарындағы иң карт ағас – Швецияның көнбайышында тауҙар араһында, бәлки боҙ периодынын үҫеүсе гигант шыршы. Уға 9550 йыл тирәһе.

[үҙгәртергә] Ағас көнкүрештә һәм мәҙәниәттә

Киң таралыу һәм эшкәртеү еңеллеге арҡаһында, донъялағы культураларҙың күбеһендә көнкүреш тауарҙары (мебель, һауыт-һаба һ.б.) сифатында һәм шулай уҡ йортто йыһазландырыу предметтары сифатында ҡулланыла.

Ағас, таш кеүек, төшөрөлгән һүрәттәрҙе һаҡлап ҡалыусы тәбиғи материал булып тора, быныһы иһә, ғалимдар раҫлауынса, күп телдәр араһында яҙыуҙың үҫешенә булышлыҡ иткән. Яныу һәләте — утты үҙләштереүҙә, быныһы иһә кешенең таралыу ареалын кинәт төньяҡҡа ҡарата киңәйеүенә, һәм яңы торлаҡ төрҙәрен үҙләштереүҙә булышлыҡ иткән: мәмерйәләр, өйҙәр, иглу һ.б. Янып бөткәндән һуң ҡалган күмер иң тәүге ҡаяла төшөрөлгән рәсемдәрҙә ҡулланылған. Уҙағастың һыуға ҡарағанда кәм тығыҙлағы судно гиҙеүсәнлек уҫеүенә булышлыҡ иткән: һалдарҙан башлап һәм каравеллалар менән тамамлап – күп йылдар буйына суднолар ағастарҙан яһалғандар. Ҡайһы бер ағастарҙың сәскә атыу үҙенсәлектәре доньялағы күп халыҡтар мәҙәниәтендә уртаҡ исем булғандар, шулай, Японияла сакура сәскәһе күп шағирҙар менән далыҡланған һәм йыш медитация һәм ял итеүҙә ҡуланыла. Көнсығышта персик образы киң таралған, Рәсәйҙә алма сәскәһе маҡтап йырланған. Музыкаль ҡоралдар кеүеҡ үк, (уларҙың күбеһе билдәле ағас сорттарынан эшләнә) емеш-еләк бөтә байрамдарҙың һис шикһеҙ атрубуты булып тора.

[үҙгәртергә] Ағас диндә

Боронғо замандарҙан алып ағас тереклекте символлаштыра һәм тәүтормош диндәрендә табыныу объекты булып торған. Мәҫәлән, боронғо гректар һәр бер ағас менән нимфа бәйле булған тип уйлағандар.

Боронғо кельттар һәм друидтар ағастар менән үҙ-ара бәйләнештә булғандар, сихыр йолаһында «коелбрен»дар тигән - бармаҡ ҙурҙығындағы ағас таяҡтар ҡулланғандар, шуларҙың һәр береһендә ағастың тоҡомона ҡарап 20-нән булған огама тамғаның береһен яндырып йәки соҡоп яҙылған. Коелбрен огама сихри серҙәргә хазинаһы асҡысы булып тора һәм друидтар көсөнөң төп сығынығы булып тора.

Ағас тураһында шулай уҡ хәҙерғе заман диндәрендә телгә алына , християндарҙа яҡшылыҡты һәм яуызлыҡты белеү ағасы телгә алына, Тереклек ағасы.

Пальма йәкшәмбеһе, йәки Иерусалимға алланың сығыу байрамы башрамлы ғибәрәт ҡылыу менән билдәләнә, уға ышыныусылар пальма ботаҡтары менән киләләр. Рәсәйҙә иң беренсе булып тал ата (тал ағасы), шуңа күрә был ағастың ботаҡтарың ҡуллана башлағандар һәм байрам Тал көсөгө йәкшәмбеһе исемен алған.

Фольклорҙа үле ағас, ҡара көстәр йыйылған урын йәки символы була.

Ағас динни символдар эшләгәндә киң ҡулланыла (идолдар һәм башҡалар)

[үҙгәртергә] Галерея

Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә