Александр Невский лавраһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Александр Невский лавраһы
Нигеҙләү датаһы 1713
Рәсем
Нигеҙләүсе Пётр I
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Епархия Санкт-Петербургская епархия[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Рәсми сайт lavra.spb.ru
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1710
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Александро-Невской лавре[d]
Карта
 Александр Невский лавраһы Викимилектә

Изге Троица Александр Невский лавраһы — православие ирҙәр монастыры, Санкт-Петербургта Невский проспектының көнсығыш осонда урынлашҡан. Ҡаланың иң тәүге һәм иң эре монастырҙарының береһе. 1797 йылдан алып лавра статусына эйә.

Архитектура комплексы составына бер нисә билдәле некрополдар (кәшәнәләр) инә, унда XVIII—XIX быуаттарҙың күп кенә күренекле эшмәкәрҙәре баҡыйлыҡта ята[1].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пётр дәүере[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тыуған яҡты өйрәнеү баҫмаларында йыш ҡына Невский монастырына нигеҙ һалыусы Пётр I тип яҙыла. 1710 йылдың июль айында, Черный йылғаһы (хәҙерге Монастырка) Неваға ҡойған ерҙә батша бында монастырь төҙөргә фарман бирә, монастырҙың ҡарамағында Олонец крайындағы Нева йылғаһының ике ярында 5000 квадрат сажин ер бүленә, шулай уҡ монастырға бик бай Валдайский Иверский монастыры үҙенең бөтә аҫаблары менән бирелә.

Монастырҙың изге кенәз Александр Невский Ярославичҡа тап ошо урында бағышланыуы, кенәздең шведтарға ҡаршы Невский алышында 1240 йылда еңеү яулауы менән бәйле. Швеция менән һуғыш алып барғанда ҡайтарып алынған ерҙәрҙә монастырь төҙөү тарихи ауаз күрһәткесе булып тора.

Яңы монастырҙы архимандрит Феодосий (Яновский) ҡулайлаштыра. Нигеҙ һалыуҙың рәсми датаһы — тәүге Благовещенский ағас сиркәүен изгеләндереү көнө — 1713 йылдың 25 марты (Благовещение Пресвятой Богородицы байрамы).

Мнастырҙы төҙөү планы, 1720-се йылдар

Ике йыл үткәс, Архитектура комплексы проекты Доменико Трезини етәкселеге аҫтында төҙөлә. Невский монастырын Трезини таш төҙөлөшлө симметрик ансамбль итеп күҙаллай, уны Нева һәм Черная йылғаһы араһындағы участокта күрә. Шул уҡ ваҡытта монастырь яңы баш ҡаланың көньяҡ-көнсығышында форпост булып тора, сөнки, ҡағиҙә буйынса, фортификацион сәнғәт проекты буйынса төҙөлә. Петербургтан монастырға тиклем киң юл («Невский першпективаһы») һалыу планлаштырыла.

Монастырь төҙөү барышында уның диуарҙары янында ҡаласыҡ, баҡсалар барлыҡҡа килә, хужалыҡ ҡаралтылары: тимерлек, ағастан әйберҙәр яһау оҫтаханаһы, мал һарайы һәм ялан кәртә, тирмән — күтәртелә. Артабан етештерелгән уңышты һәм әйберҙәрҙе һаҡлау өсөн баҙҙар ҡаҙыла.

1720 йылда монастырҙа руханиҙар балалары өсөн мәктәп асыла, 6 йыл йылдан был мәктәп Славян-грек-латин семинарияһы тип үҙгәртелә. Һуңынан ул Александр Невский лавраһының Төп семинарияһы тип атала, ә 1797 йылда Павел I уға академия статусы бирә. Невский лавраһыда бик күп быуындарҙың руханиҙары уҡытып сығарыла. Күп кенә Рус сиркәүе епископлығы вәкилдәре XVIII—XIX бб. был монастырҙа хеҙмәт иткән[2]. 1719 йылда лаврала Санкт-Петербург типографияһы эшләй башлай, 1714 йылдан — отставкалағы һалдаттар өсөн богадельня булдырыла.

Пётр I 1723 йылдың 29 майында монастырға бара һәм кенәз Александр Невскийҙың мәйете ҡалдыҡтарын Владимир раштыуаһы монастырынан лавраға күсертә. Санкт-Петербургта 1724 йылдың 30 авгусында Рус сиркәүе календарына был турала иҫтәлек итеп яңы байрам: Кенәз Александр Невскийҙың күсерелеүе байрамын — индерә[3].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]