Алтынчекич Леман

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алтынчекич Леман
төр. Leman Bozkurt Altınçekiç
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Төркиә
Тыуған ваҡыттағы исеме төр. Leman Bozkurt
Тыуған көнө 1932
Тыуған урыны Һарыҡамыш[d], Карс[d], Төркиә
Вафат булған көнө 4 май 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Вафат булған урыны Измир, Төркиә
Ерләнгән урыны Paşaköprü Cemetery[d]
Ҡәбере һүрәте
Туған тел Төрөк теле
Һөнәр төрө лётчик
Уҡыу йорто Төркиә хәрби-һауа көстәре академияһы[d]
Хәрби звание полковник[d]
 Алтынчекич Леман Викимилектә

Леман Бозкурт Алтынчекич (төр. Leman Bozkurt Altınçekiç; 19322001) Төркиә хәрби-һауа көстәрендә һәм НАТО-ла беренсе аккредитацияланған ҡатын-ҡыҙ осоусы-истребитель.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Леман Бозкурт 1932 йылда Карс провинцияһы Һарыҡамышта әзербайжан ҡарапапаховтар этнографик төркөмөнән төрки сығышлы ғаиләлә тыуған. Истанбулда ҡыҙҙар өсөн урта мәктәпте тамамлағас, пилот планер сифатында әҙерлек алыу өсөн Иҫкешәһәр провинцияһының Иненю-ильче районында Төркиә авиация ассоциацияһының Инёню уҡыу үҙәгенә юллана[1].

1959 йылда Леман Бозкурт Иҫкешәһәрҙан коллегаһы Таһир Алтынчекичҡа кейәүгә сыға.

2001 йылдың 4 майында Измирҙа вафат була һәм Ҡарабағлар зыяратында ерләнә[2].

Хәрби хеҙмәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1954 йылда Төркиәнең хәрби-һауа көстәре ҡатын-ҡыҙҙарҙы эшкә алырға ҡарар иткәс, Леман Төркиәнең хәрби-һауа көстәренә мөрәжәғәт итә. Ул Измирҙа хәрби мәктәптең иң беренсе ҡатын-ҡыҙ уҡыусыһы була. 1955 йылдан 1957 йылға тиклем пропеллер самолетында уҡый. Бер интервьюһында Леман Алтынчекич мәктәптә тәүге көндәрҙә уҡыусы ҡыҙҙар өсөн пансионаттың бөтөнләй булмауын һәм офицерҙың ғаилә йортонда ҡунаҡ сифатында ҡалырға тейеш булыуын әйтә.

1957 йылдың 30 авгусында Леман хәрби осоусыға уҡыуын тамамлай. Һуңыраҡ мәктәпкә башҡа биш уҡыусы ҡыҙ ҡабул ителһә лә, ул Иҫкешәһәр хәрби базаһында авиация часына ҡушылған берҙән-бер уҡыусы ҡатын-ҡыҙ була[3]. Ул унда реактив самолет пилоты сифатында уҡый һәм 1958 йылдың 22 ноябрендә кесе лейтенант званиеһы ала.

1967 йылға тиклем Леман F-84 Thunderjet һәм Lockheed T-33 республика самолеттарында оса. Һуңыраҡ штабта хеҙмәт итә һәм авиацияның өлкән полковнигы булараҡ хаҡлы ялға сыға[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Leman Bozkurt Altınçekiç (төр.). Leman Bozkurt Altınçekiç. Дата обращения: 5 май 2020. Архивировано из оригинала 4 март 2021 года.
  2. Albay Leman toprağa verildi (төр.). turkiyegazetes. Dijital Varlıklar (7 май 2001). Дата обращения: 5 май 2020. Архивировано 20 апрель 2021 года. 2021 йыл 20 апрель архивланған.
  3. Leman Bozkurt Altınçekiç (төр.). Tayyareci.com. Дата обращения: 8 ноябрь 2021. Архивировано 28 апрель 2021 года.