|
Алтын тамыр |
Берлин ботаник ьаҡсаһында сәскә атыусы үҫемлек
|
| Фәнни классификация |
|
|
| Латинса исеме |
| Rhodiola rosea L. |
|
|
Алтын тамыр, родиола(урыҫ. Родио́ла ро́зовая, лат. Rhodíola rósea) — күп йыллыҡ үлән үҫемлек. Бейеклеге 24-50 см тирәһе, июнь-август айҙарында ваҡ һары сәскә ата, июль-сентябрҙә орлоғо өлгөрә. Алтын тамыр ташлы ерҙәрҙә, таулы ҡаяларҙа, тау йылғаларының ҡояш төшмәгән ярында үҫә. Башҡортостанда Ирәмәл, Ирәндек, Янғантау түбәләрендә һирәкләп осратырға мөмкин. Үҫемлек «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән, һаҡсыл файҙаланыу талап ителә.