Амарант

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Амарант
Амарант
Үҫемлектең дөйөм күренеше
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Сәскәлеләр
Класс: Ике өлөшлөләр
Тәртип: Ҡәнәфер сәскәлеләр
Ғаилә: Амарант
Суб-ғаилә: Amaranthoideae
Ырыу: Амарант
Латинса исеме
Amaranthus L., 1753
Төрҙәре
ITIS 20715
NCBI 3564

Амара́нт (лат. Amaránthus) — амаранттар ғаиләһенән бер йыллыҡ үҫемлек ырыуы. Һепертке башлы амарант (Amaranthus paniculatus), ҡойроҡло амарант (Amaranthus caudatus) үҫтерелә.

Килеп сығышы Мексиканан, унда боронғо замандарҙан бирле туҡлыныу һәм мал аҙығы булараҡ игелгән. Аҡһымға бай һәм мул уңыш бирә торған аҙыҡ культураһы. Йәшел массаһында аҡһым күп, шәкәр аҙ һәм, Ғәҙәттә, кукуруз менән бергә генә силослана. Мөгөҙлө эре мал һәм сусҡалар өсөн яҡшы аҙыҡ һанала. Майҙың 2-се яртыһында, тупраҡ 10-12 °C ҡа тиклем йылынғас, СО-4,2 йәшелсә сәскесе ярҙамында киң рәтле ысул менән сәселә. Сәсеү нормаһы - 0,8-1 кг/га, орлоҡто тупраҡҡа күмдереү тирәнлеге 1,5-2 см. Ғәмәлдә амарантты кукуруз менән буй-буй аралаштырып сәсеү ҡулланыла. Йәшел массуның уңышы гектарыннан 500 центнерға етергә мөмкин.

Сығанаҡ[үҙгәртергә]

Һыылтанмалар[үҙгәртергә]