Антибиотиктар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Бактерияларҙың төрлө антибиотиктарға һиҙеүсенлеген билдәләгән тест. Бактериялар үрсетелгән Перти чашкаһына антибиотиклы дисктар ҡуйылған. Диск тирәләй үтә күренмәле зонала бактериялар үрсеме туҡтатылған.

Антибио́тик (бор. грек. ἀντί — ҡаршы + βίος — йәшәү, тормош) — прокариоттар йәки иң ябай төҙөлөшлөләрҙең үрсеүен туҡтата торған тәбиғи йәки ярым синтетик матдәләр; ауырыу тыуҙырыусы микроорганизмдарҙы үлтереүгә һәләтле биологик сығышлы матдәләр[1]; хайуан, үҫемлек һәм микробтарҙа барлыҡҡа килеп, микробтар һәм ҡайһы бер шеш күҙәнәктәренең үҫешен туҡтатыу сифатына эйә булған матдәләр, мәҫ., пеницилин, стрептоцимин, тетерациклин һ.б.[2]; микроорганизмдар тарафынан эшләнгән һәм ҡайһы бер бактерияларҙы, микробтарҙы үлтереүгә, шеш күҙәнәктәре үҫешен туҡтатыуға һәләтле матдәләр[3].

ГОСТ 21507-81 (СТ СЭВ 1740-79) буйынса:

Антибиотик — микробтарҙа, хайуандарҙа йәки үҫемлектәрҙә барлыҡҡа килеп, билдәле бер микроорганизмдарҙың үрсемен туҡтатырға йәки үлтерергә һәләтле матдәләр.

Тәбиғи антибиотиктар актиномицет бактерияларҙа барлыҡҡа килә. Ҡайһы бер антибиотиктар бактериялар үҫешен әүҙем туҡтаталар, шул уҡ ваҡытта макроорганизмға әҙерәк йәки бөтөнләй зыян килтермәйҙәр. Был антибиотиктар дарыу итеп ҡуланыла. Ҡайһы бер антибиотиктар яман шеште дауалағанда цитостатик (яман шешкә ҡаршы дарыуҙар) сифатында ҡулланыла. Антибиотиктар вирустарға тәъҫир итмәй, шуға күрә грипп, А, В, С гепатитs, һыу сәсәге (ветреная оспа), герпес, ҡыҙамыҡ (краснуха), ҡыҙылса (корь) кеүек сирҙәрҙе дауалағанда файҙаһыҙ.

Терминология[үҙгәртергә]

Тәбиға аналогтарынан айырмалы булараҡ, бактерияларҙың урсеүен туҡтатырға һәләтле синтетик препараттарҙы антибактериаль хтитопрепараттар тип атағандар. Ул ваҡытта сульфаниламид ҡына билдәле булған. Һуңғы тиҫтә йылдарҙа яңынан-яңы синтетик антибактериаль препараттар етештерелә. «Антибиотик» тигән төшөнсә хәҙер менән барлыҡ синтетик һәм антибактериаль химиопрепараттарҙы атайҙар.

Тарихы[үҙгәртергә]

Медицинала антибиотиктарҙы уйлап табыуҙы революция менән сағыштырырға була. Беренсе антибиотиктар пенициллин һәм стрептомицин була.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Русско-башкирский словарь по пчеловодству (Г.Д.Зайнуллина, 2001);
  2. Русско-башкирский словарь медицинских терминов (В.З.Гумеров, 1981)
  3. Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М.Т.Азнабаев, 2007)