Астафьева Тамара Аркадьевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Астафьева Тамара Аркадьевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1937
Тыуған урыны Зырянка[d], Яҡут Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө педиатр
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены СССР-ҙың халыҡ табибы

Астафьева Тамара Аркадьевна (17 март 1937 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең табип-педиатры. СССР-ҙың халыҡ табибы (1985)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тамара Аркадьевна Астафьева 1937 йылдың 14 мартында Зырянкала (Яҡутстан) тыуа.

Бер йылдан һуң ғаиләләре менән бергә Новосибирскиға күсенәләр. 2 йәшендә ғаилә Кемерово өлкәһе>нә Киселевскиға күсенә[2].

Тамара Астафьева мәктәпте тамамлағандан һуң Томск дәүләт медицина институтына уҡырға инә.

1963 йылда институтты тамамлағас, Томск өлкәһенең Асино ҡалаһының үҙәк ҡала дауаханаһына ебәрелә[1], һәм бында 25 койкалыҡ балалар бүлеге мөдире һәм балалр табыу йортонда табип-неонатолог була[2]. 1965 йылдан — район педиатры.

Дауахананың профком рәйесе була[3].

Инә 1972 йылда КПСС сафына инә[1].

Балалар поликлиникаһында 2006 йылға тиклем эшләй, әммә инсульт һөҙөмтәһендә табиплыҡ практикаһын ҡалдырырға мәжбүр була. Һуңынан тағы биш йыл Асино автотранспорт предприятиеһында табип булып эшләп, пенсияға сыға.

Асинола йәшәй[2].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Буласаҡ тормош иптәше Анатолий менән 1964 йылда бейеү майҙансығында таныша. Никахта ике балалары тыуа: Светлана — балалар поликлиникаһында шәфҡәт туташы һәм Аркадий — Томск хәрби-медицина академияһы уҡытыусыһы[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • СССР-ҙың халыҡ табибы (1985)[1]
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1972)[3]
  • РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хаттары (1976, 1980, 1984)
  • Профсоюз өлкә комитетының Маҡтау ҡағыҙы (1984, 1986)
  • Профсоюз Үҙәк Комитетының Маҡтау ҡағыҙы һәм Рәхмәт хаты (1989, 1996)
  • Томск өлкәһе һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең почет китабына индерелгән (1997).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Астафьева Тамара Аркадьевна // Ежегодник Большой Советской Энциклопедии, 1986 (вып. 30). М., «Советская энциклопедия», 1986. стр. 558
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Эрика Журавецкая. Родник доброты и милосердия(недоступная ссылка) // газета «Диссонанс». 16.03.2017
  3. 3,0 3,1 Томская областная организация Профсоюза работников здравоохранения РФ. Занесены в Книгу Почёта